+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Июнь 2020, 15:43

Учалы ҡыҙы Гөлсинә

Ҡышҡы кистәрҙә әсәйем ҡул эштәренә тотона ине. Ғөмүмән, әсәйем бик бай бирнә менән килен булып төшкән, был турала белеп ҡалған ауыл халҡы өйҙәренә килеп ҡарар булған. Ҡорама, сигеүле тәҙрә ҡорғандары, өҫтәл япмалары, мендәр, юрған тыштары, рамаға эленгән картиналарҙы күреп тел шартлатып ҡарағандар. Улар яҡшы сифатлы булғанға ла, әле һаман да бар.

Гөлсинә Фазлыева Учалы районының Аҡҡужа ауылында тыуып үҫкән. Ауылдың тәбиғәте иҫ киткес матур, ул Урал йылғаһы буйында урынлашҡан. Ата-әсәһе колхозда эшләй, дүрт балалы ғаиләлә хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү яҙылмаған, әйтелмәгән ҡанун була. Көнө-төнө эштә булған ата-әсә ихата тулы мал, ҡош-ҡортон да аҫырай, баҡсаһын да үҫтерә. Балалары үҫеп ҡул араһына инә башлағас, улар ҙа йортта ғына түгел, колхозда ла эшләйҙәр, бигерәк тә йәйге каникул осоронда уларҙың ярҙамы кәрәк була.
- Эш күп булһа ла зарланыуҙы белмәнек, йылғанан биҙрәләп һыу ташыныҡ, ҡышын малға, йәйен баҡсаға. Урман-тауҙар ҡыҙырырға ла ваҡыт таба инек. Ҡуҙғалаҡ, йыуа, ҡаҡы, балтырған йыябыҙ, ашайбыҙ, өйгә лә алып ҡайтабыҙ. Уҡыу ваҡыты етһә, уҡытыусыларыбыҙҙан ҡайһы бер дәрестәрҙе урманда үткәреүҙәрен үтенәбеҙ. Рәхмәт уларға, биология, география, хеҙмәт, физкультура дәрестәрен йыш ҡына тәбиғәт ҡосағында үткәрҙек. Ауылыбыҙ янында ғына бик матур түңәрәк күл була торғайны, уның тирәләй миләш, балан, муйыл үҫте. Ағастар сәскә атҡанда хуш еҫе бөтөн ауылға тарала... Тик йылғабыҙҙы быуҙылар, күлебеҙ быуа эсендә йотолоп ҡалды, йылға ла ауылыбыҙ янынан аҡмай башланы. Яҙ көндәрендәге барса халыҡ менән боҙ китеүен ҡарау бәхетенән дә мәхрүм булдыҡ...
Ҡышҡы кистәрҙә әсәйем ҡул эштәренә тотона ине. Ғөмүмән, әсәйем бик бай бирнә менән килен булып төшкән, был турала белеп ҡалған ауыл халҡы өйҙәренә килеп ҡарар булған. Ҡорама, сигеүле тәҙрә ҡорғандары, өҫтәл япмалары, мендәр, юрған тыштары, рамаға эленгән картиналарҙы күреп тел шартлатып ҡарағандар. Улар яҡшы сифатлы булғанға ла, әле һаман да бар. Әсәйем өйөбөҙҙө лә зауыҡ менән биҙәне. Минең уйлауымса, ҡул эштәренә ынтылышым шунандыр, тик барыбер ҙә, һәр ҡатын-ҡыҙ, һәр кешенең күңелендә матурлыҡҡа ынтылыу барҙыр. Мәле етһә, ул асыла. Беҙ бит һигеҙ, йәки, унан да күберәк булған эш сәғәте менән хеҙмәт иткән быуын, ә хаҡлы ялға сыҡҡас, ваҡыт күбәйә, ижад итке килә. Минең менән дә шулай булды. Яҙмыш ҡушыуылыр инде, тормош көткәндә тормош иптәшемде юғалттым. Улдарымды уҡытырға кәрәк булғас, Италияға юлландым. Хәҙер унда ун дүрт йыл йәшәйем. Форсат килеп сығыу менән Башҡортостанға, Учалыма ҡайтам. Ундай мөмкинселек һирәк була, шулай ҙа, ҡайтҡан һайын үҙем өсөн ниндәйҙер бер яңылыҡ асам. Ваҡытым күбәйгәс, биҙәүестәр менән шөғөлләнә башлағайным, уны әле лә дауам итәм. Ә уҙған йыл Учалыла үткәрелгән «Ҡатын-ҡыҙ кейеме – үткәндәрҙән алып бөгөнгәсә» бөтөн рәсәй конференцияһында ҡатнашыу бәхете тейҙе. Мин унда шул тиклем дә матур костюмдар күрҙем, өләсәйҙәремдең кейемдәре иҫемә төштө. Һәм мин милли кейемдәр тураһында ныҡлап уйлана башланым. Туҡымалар алып маңлайса, ҡойроҡ, селтәр тегергә тотондом. Әлбиттә, башҡорт кейеме, милли костюмдары буйынса китаптар һатып алдым. Шулай, кеше ғүмер буйы өйрәнергә, уҡырға тейештер, тип уйлайым. Әлеге ваҡытта ҡатын-ҡыҙҙарға биҙәүестәр, милли кейем, ир-егеттәргә кәләпүш, күндән ҡайыш әҙерләйем, ҡурсаҡтар кейендерәм. Киләсәктә Учалы ҡалаһында улдарым, киленем, ейәндәрем менән бергәләп «Башҡорт йорто» магазинын асырға хыялланам», – тип һөйләне Гөлсинә апай уйҙары, хыялдары менән уртаҡлашып. Көслө рухлы, ҡыҙыҡһыныусан апай менән ай-йондоҙҙар, йыһан, кешелек, киләсәк тураһында һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәне.
Таң менән ул Италияның Неаполь ҡалаһына юлланды. Унда башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ассоциацияһы «Сулпан»да әхирәттәре көтә. Милләтебеҙҙең флагы, кейемдәре, селтәр-ҡашмау, ундағы тәңкәләрҙең мәғәнәһе тураһында лекцияны клубҡа йөрөүсе итальяндар ҙа ҡыҙыҡһынып тыңлай. Гөлсинә апайҙан күреп, үҙ милләтенең кейемдәрен хәҙер ҡаҙаҡ, сыуаш, украин ҡатындары ла тегә, кейеп йөрөй башлаған. Гөлсинә апайҙың тормош иптәше Винченцо башҡорт ҡамсат бүркен рәхәтләнеп кейә икән.
Сәриә Кучаева (Архивтан)
Читайте нас: