+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
7 Июнь 2020, 21:30

Эскелеккә ҡаршы көрәш Ҙур ҡолас алды беҙҙә.

Эскелеккә ҡаршы көрәшҘур ҡолас алды беҙҙә.

Йыйылыш бара. Дауам итепҺүҙ теҙә башлығыбыҙ:- Йорт алдарын, урамдарҙыҺеҙ тәртиптә тотоғоҙ!Кесерткәндәр, дегәнәктәрБулған бит әҙәм буйы.Янһын һәр кем күңелендәАуылды йәмләү уйы.Уңда, һулда гөл балҡыһын,Ялтлап торһон аралыҡ.Булһын үткән ҡунаҡтарғаУл һоҡланып ҡарарлыҡ.Баҫты шул саҡ Өммөгөлсөм:- Тыңлағыҙ,- тип,- йәмәғәт!Ауылдың бар эскесеһеШунда ятты , тәгәрәп.Яттылармы ни , ҡыҙынып,Тәбиғәт ҡосағында.Шешлеген дә бешерҙеләр,Яҡтылар усағын да.Таҙартҡас ни, баҡсам буйыЯлт итеп торҙо былтыр.Тәгәрә хоть шешә төҫлө,Айныһаң, тороп ултыр!Ант итәм, быйыл салғыныЮҡ ҡулға алаһым да.Ятһын , әйҙә, иҫеректәрКесерткән араһында!Дөрөҫ! - тиеп, геү килешеп,Хуплағас уны халыҡ,Башлығыбыҙ ҙа ҡарарынУҡыны, тамаҡ ярып:- Кәртә- эскесе, ахмаҡҡа,Кесерткәнде сапмаҫҡа!Йөрөргә ташлы юлдан,Унда аяҡ баҫмаҫҡа!Теркәп ҡуйҙы ҡарарын да,Ҡалманы ҡоро һүҙҙә.Эскелеккә ҡаршы көрәшҘур ҡолас алды беҙҙә.
Гөлсирә Шафиҡова
Читайте нас: