-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
6 Июнь 2020, 23:52

Әсәйемдең сәйе

Шулай бер мәл, эсер сәй ҙә бөттө, стипендия алыр ваҡыт етмәйерәк ята. Һыуытҡыс һәм шкафтар тыҡырлап торған бер мәлдә бүлмәләш ҡыҙ теге төргәкте һөйрәп сығарҙы: -Ҡыҙҙааар!!! Бында тәмле үлән сәйе баааар!!!

Иң алыҫ райондан булып, тыуған ауылға йылына ике генә ҡайтып әйләнер мөмкинселек табып йәшәгән студент йылдары. Һағынып ҡаршы алған әсәйем, юлға кире йыйнала башлаған саҡта нимә генә әҙерләп бирергә белмәй өтәләнә торған ине. Мөмкин булһа ҡайнар йөрәген дә сумкаға һалып ебәрер ине. Ә Өфөгә барып еткәс, әсәй бешереп һалған ауыл күстәнәстәре менән сәй эсеүҙәәәр! Шундай тәмле, шундай бәрәкәтле ине улар, дөйөм ятаҡта йәшәгән сәйхур ҡыҙҙарға ла, ауыҙҙары һалыулы әрһеҙ егеттәргә лә етер ине бер сумка әсәй күстәнәстәре. Шулай бер ваҡыт сумка төбөнән ҡыштырҙаҡ төргәк килеп сыҡты.
Эсен асып ҡараһам, үлән сәйенә оҡшаған, үҙе ҡарараҡ төҫтә. Еҫкәп ҡараным: еләк еҫе лә, мәтрүшкә, йүкә сәскәһе еҫе лә сыҡҡан һымаҡ. Бал еҫе лә килгәндәй. Артыҡ әһәмиәт бирмәй генә шкаф төбөнәрәк тығып ҡуйҙым: әле ашарға ла, эсергә лә һәр төрлө, һәр ауылдан килгән әсәй күстәнәстәренең мул сағы. Тамаҡ туҡ, күңел көр. Күпмелер ваҡыттан төпкәрәк этеп ҡуйылған тәмлекәстәргә лә сират етте, улар берәм-берәм өҫтәлгә менеп ҡунаҡлай торҙолар, үҙең күреп, тәмләп өлгөрһәң- өлгөрөп ҡал, өлгөрмәһәң- йылп итеп юҡҡа сыға торҙолар. Ә теге төргәк һаман ята бирә: беҙҙе үлән менән һыйлайһыңмы ни инде, тиеп әйтерҙәр кеүек, уңайһыҙланам, үҙемдең дә әллә ни эскем килмәй. Үлән сәйҙәренең шифаһын аңлар саҡтарым етмәгән әле, күрәһең... Шулай бер мәл, эсер сәй ҙә бөттө, стипендия алыр ваҡыт етмәйерәк ята. Һыуытҡыс һәм шкафтар тыҡырлап торған бер мәлдә бүлмәләш ҡыҙ теге төргәкте һөйрәп сығарҙы: -Ҡыҙҙааар!!! Бында тәмле үлән сәйе баааар!!!Тиҙ генә сәй ҡайната һалып, бәләкәй сәйнүгебеҙгә теге сәйҙе бешерә һалдыҡ. Иииһһһһһ!!!! Бүлмәгә иҫ киткес хуш еҫ таралды... Еләк бешкән ҡырҙар, йүкә сәскә атҡан урмандар, балы ташып торған умарта еҫе менән аңҡый ине кескәй генә бүлмәбеҙ. Ә сәйе һуң, сәйе ниндәй тәмле ине! Бер ҙә генә лә арттырмай әйтәм, башҡаса ундай тәмле сәйҙе бер ҡасан да, бер ҡайҙа ла эскәнем булманы. Йәшел түгел, ә ҡыҙыл ҡара төҫлө булды ул, һөт ҡушып та, һөт ҡушмайса ла эсеп туйып булмай ине. Тәмле нәмә күп буламы, ике көн тигәндә эсеп бөтөп тә ҡуйҙыҡ. "Әсәйеңә әйтә күр, тағы ла әҙерләп ебәрһен ошо сәйҙе,"- тиеп ялбарҙы ҡыҙҙар. Йәшлек алабарманлығы менән, ҡайтҡан саҡта ошо турала әйтергә лә, ҡабатлап һорарға ла ваҡыт тапманым, иҫтә саҡта һорай һалырға эргәлә телефон тигән мөғжизә юҡ. Айына бер яҙылған хаттарҙа ла ул турала онотола килеп, ҡыҙҙарыма башҡаса ул сәйҙе эсерергә насип булмайса, уҡып бөтөп тә ҡуйҙыҡ. Донъя көтөп йәшәй башлағас, әсәйемә шул хәлдәрҙе һөйләп, әллә нисә тапҡыр рецебын һораным. Ул миңә әйтә йөрөр ине, минең бер ҡолаҡтан инә барған, икенсеһенән сыға барған инде, шуны матурлап яҙып ҡуйырға, күңел һалып эшләп ҡарарға издиһатымды һалмағанмын. Эх, тиле йәшлек! Әсәй һәр саҡ кәңәштәрен биреп эргәмдә генә йөрөр, кәрәк саҡта йүгереп барып һорармын тиеп уйлағанмын инде. Ауыҙ һыуым ағып, хәҙер әсәйемдең шул сәйен һағынам. Урыҡ-һурыҡ хәтеремдә ҡалған рецебын, эшләү тәртибен яңыртып, тәмле сәйҙе әҙерләп маташам. Әсәйемдеке кеүек тәмле килеп сыҡмай... Интернет тигән мөғжизә барлыҡҡа килгәс, эҙләнеп, әсәйемдең ул тәмле сәйе ферментланған сәй (ферментированный чай) икәнен аңлап ҡалдым. Еләк таҙалаған саҡта, уның күлдәген дә, япрағын да ташламай, йыйнап, мәтрүшкәнең, йүкәнең иң йомшаҡ сәскә өлөшөн аҙ ғына ҡушып әүәләгәне хәтеремдә. Унан һуты сыҡҡан япраҡтарҙы икмәк бешереп алып һүрелгән мейескә, шул уҡ икмәк табаһына һалып ултыртыр ине (элек һәр өйҙә оҙонса дүрткел, өс икмәкте бергә һалып бешерә торған ҡалай табалар булды). Бер аҙ йылы мейестә ултырған, инде ҡарағусҡыллана башлаған япраҡтарҙы аҙ ғына бал менән әүәләп кире ултыртыр ине. "Беҙ бала саҡта ошолай итеп сәй яһай ине әсәйем" - тиеп, хәтирәләргә бирелеп, бөтә издиһатын һалып әҙерләй ине ул был бик мәшәҡәтле сәйҙе. Ә беҙ, мул коммунизм осоро балалары, шундай шифалы, тәмле, кәүсәр һыуҙарына ғына тиң эсемлеккә әһәмиәт бирмәгәнбеҙ.Балаларына яҙып ҡалдырған васыятнамәһендә әсәйем: "Самауырымды бәләкәй ҡыҙыма бирерһегеҙ,"- тиеп әйткән икән, был изге ниәтемә кинәйәлер. "Өләсәйегеҙҙең сәйе" -тиеп исем биргән был нәзәҡәтле сәйҙе йыл да балаларыма әҙерләгән булам да, тик нимәһелер етешмәй. Әсәйем ҡулдарының йылыһы, күңеленең ихласлығы, әсә йөрәгенең наҙылыр, моғайын...
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
Читайте нас: