+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
5 Июнь 2020, 15:58

Сит ил йондоҙҙары Харрисон Форд

Харрисон Форд – ХХ быуаттың иң күп килем килтергән киноактерҙарҙың береһе. Уның «Звездные войны» фильмындағы космик пилот Хан Соло, «Искатели утраченного ковчега»лағы археолог, Индиана Джонстың мажара эҙләргә яратыусыһы кеүек ролдәре айырыуса киң билдәле. Тәүҙә Харрисон Форд уңышһыҙ актер тип һанала, бигерәк тә «Забриски-пойнт» фильмын монтажлағанда уның бөтә сығышын ҡырҡып ташлағас.

Харрисон Форд – америка актеры һәм продюсеры «Оскар», BAFTA премияһы номинанты, дүрт тапҡыр «Алтын глобус» махсус премияһы номинанты һәм эйәһе. «Звездные войны» һәм Индиана Джонс тураһындағы фильмдар сериялары, шулай уҡ «Бегущий по лезвию», «Игры патриотов», «Беглец», «Самолет президента», «К-19» фильмдары аша яҡшы таныш.
Харрисон Форд 1942 йылдың 13 июлендә АҠШ-тың Иллинойс штатында Чикаго ҡалаһында тыуа. Уның өләсәһе, Анна (Нехама) Лифшиц, сығышы менән йәһүд ғаиләһенән, 1907 йылда Минскиҙан АҠШ-ҡа эмиграциялана һәм Бруклинда (Нью-Йорк) төпләнә. 1906 йылда Минскиҙан Америкаға Гарри Нидельман килә һәм трамвай йөрөтөүсе булып эшкә урынлаша. Туйҙан һуң, 1917 йылда, Бруклинда, Гарри һәм Аннаның ҡыҙҙары Дора тыуа, һуңыраҡ ул Дороти (1917–2004) булып китә. Дора Нидельман ирландец Кристофер Фордҡа кейәүгә сыға (1906–1999), һәм уларҙың ғаиләһендә буласаҡ актер Харрисон Форд тыуа. Актерға исемде олатаһы Гарри иҫтәлегенә ҡушалар.
1960 йылда мәктәпте тамамлай һәм Рипон-колледжға (Висконсин штаты) уҡырға инә. 1964 йылда Лос-Анджелесҡа күсә, Columbia Pictures менән контракт төҙөй. Тәүҙә Харрисон Форд уңышһыҙ актер тип һанала, бигерәк тә «Забриски-пойнт» фильмын монтажлағанда уның бөтә сығышын ҡырҡып ташлағас. Шунан һуң ул карьераһын ташлап, балта оҫтаһы булып китә. Бер ваҡыт Джордж Лукас көтмәгәндә уны осрата һәм «Американские граффити» (1973) фильмында төшөргә саҡыра.
Харрисон Форд – ХХ быуаттың иң күп түләнә торған киноактерҙарҙың береһе. Уның «Звездные войны» фильмындағы космик пилот Хан Соло, «Искатели утраченного ковчега»лағы археолог, Индиана Джонстың мажара эҙләргә яратыусыһы кеүек ролдәре айырыуса киң билдәле. Харрисон Форд Индиана Джонс мажараларының һуңғы өлөшөндә («Индиана Джонс и Королевство хрустального черепа») ҡатнашырға ризалыҡ бирер алдынан – кинокартинаның прокатынан килгән килемде уға, Стивен Спилбергка һәм Джордж Лукасҡа бүлеп бирергә тигән шарт ҡуя.
Форд иң күп касса йыйымдары килтергән бик күп голливуд фильмдарында төп ролдәрҙе уйнай, улар араһында «Самолет президента» һәм «Беглец» фильмдары ла бар.
Форд Япония территорияһында үткәрелгән Uncharted 3: Drake’s Deception уйындарының реклама кампанияһында ла ҡатнаша.
Төп эшенән тыш Харрисон 15 йыл буйы беҙҙең планетаның флораһын һәм фаунаһын һаҡлау проекты менән шөғөлләнә.Тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға үҙ өлөшөн индергән өсөн Гарвард университетының медицина факультеты һаулыҡ һәм тирә-яҡ мөхит үҙәге бүләгенә лайыҡ була.
Харрисон Форд өс тапҡыр өйләнә. Беренсе ҡатыны Мэри Марквард (1964–1979), икенсеһе сценаристка Мелисса Мэтисон (1983–2001) була. 2010 йылда актриса Калиста Флокхартҡа өйләнә. Фордтың биш балаһы бар. Улдары – Уиллард һәм Бенджамин Мэриҙан. Шулай уҡ улы Малькольм һәм ҡыҙы Джорджия Мелиссанан. Калистанан улы Лиам тыуа.
Әнүзә Яҡупова әҙерләне
Читайте нас: