Сәриә Асҡарова: Май айҙары минең өсөн, беҙҙең ғаилә өсөн юғалтыу-табышлы, һағышлы-ҡыуаныслы ай булып үтеп китте. Ҡапыл ғына мәрхүм булған атайымды ысын донъяларға оҙатып, уны юғалтыу ҡайғыһынан мөҙөрәгән әсәйемә терәк-таяныс булып, һағыштарҙан һығылып йөрөгәндә, тормош дауам итә икәнлекте иҫбатлап, ейәнебеҙ тыуҙы. Өсөнсөгә ҡәрсәй-ҡартатай булыу шатлығын кисерҙек.