Баҡтиһәң, һаҡал уның таяҡ тотҡан ҡулына ҡуша ҡыҫылып тороп ҡалған икән. Эштең ниҙә икәнен һиҙгән Х.Шәмсетдинов, яйлап ҡына, тамашасыға һиҙҙермәй генә эйәген һаҡалы ҡалған таяғына яҡын килтереп, кире йәбештереп ҡуя. Был хәлде аҙ — маҙ күргән ҡайһы бер тамашасы көлә башлай, ә бит трагедия уйнала, етмәһә кульминация сәхнәһе…. (Башдрамтеатр сайтынан)