+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
28 Май 2020, 19:48

Уҙып ҡына бара май айҙары...

Сәхнә йондоҙо Алһыу Бәхтиева өсөн ниндәй шатлыҡлы мәлдәргә бай булды икән ул?Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисткаһы Бәхтиева Алһыу Исмәғил ҡыҙы:- Быйылғы яҙ, ҡороғорвирус менән бәйле, барыбыҙ өсөн дә бик сәйер башланды. 22 март театрыбыҙҙың ижад миҙгеле туҡтап ҡалды. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ күптән түгел, йыйылышып алдыҡ, һәм үҙебеҙҙең эшебеҙгә баһалама алдыҡ.Минең өсөн бик ҡыуаныслы ваҡиға булды:

Сәхнә йондоҙо Алһыу Бәхтиева өсөн ниндәй шатлыҡлы мәлдәргә бай булды икән ул?
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисткаһы Бәхтиева Алһыу Исмәғил ҡыҙы:
- Быйылғы яҙ, ҡороғорвирус менән бәйле, барыбыҙ өсөн дә бик сәйер башланды.
22 март театрыбыҙҙың ижад миҙгеле туҡтап ҡалды. Шуға ҡарамаҫтан, беҙ күптән түгел, йыйылышып алдыҡ, һәм үҙебеҙҙең эшебеҙгә баһалама алдыҡ.
Минең өсөн бик ҡыуаныслы ваҡиға булды: ижадымды баһалап "Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ эпизодик роле өсөн" номинацияһы алдым. Шулай уҡ ҡыҙым да, Талха Ғиниәтуллиндың "Шәмсетдин һәм Шәмсура " спектаклендә ҡатнашып, Ғәлиә роле өсөн театрыбыҙҙың рәхмәт хатын алды. Май айының бөтә матурлығын күреп, әле ауылдабыҙ- үҙ йортобоҙ, үҙ хужалығыбыҙ. Тирә-яҡ сәскәләргә күмелгән, ҡоштар һайрай, тәбиғәт уяна һәи бер нимәгә ҡарамай тантана итә. Ижад кешеһенә илһам шишмәләрен тулыландырыр өсөн иң уңайлы мәлгә ҡыуанып йәшәйбеҙ, Иншалла!
Читайте нас: