+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
26 Май 2020, 11:17

Иң-иң матуры

Иң-иң матуры (Иң-иң бәләкәй хикәйә).

Бәләкәй генә ҡыҙ урамда аҙашып киткән. Йүгерә-йүгерә әсәһен эҙләй. Кешеләр унан: «Һинең әсәйең ниндәйерәк һуң?» — тип һорай икән.
Ә ҡыҙыҡай күҙ йәштәре аша: «Һеҙ уны белмәйһегеҙме ни? Иң-иң матуры минең әсәйем», — тигән. Лев Толстой
Читайте нас: