+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
23 Май 2020, 22:33

Заһир ШӘЙӘХМӘТОВ, танылған ҡурайсы, бейеүсе, йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре: "Башҡорт фильмында "әсир" булдыҡ"

Туғыҙҙа уҡығанда иһә беҙҙе, өлкән класс уҡыусыларынан, Салауат Юлаев тураһындағы фильмда әсирҙәрҙе уйнау өсөн алып киттеләр. Унда камера бик алыҫтан төшөрә ине. Күмәк халыҡты һынландырғас, йөҙөбөҙ ҙә, өҫ кейемебеҙ ҙә күренмәй. Ә беҙҙең танылғы килә! Салауат исемле дуҫым менән бергә китеп бара инек, һөйләштек тә ролгә инеп ҡарарға ниәтләнек. Мин ҡапыл йығылып киткән булдым, ә ул килеп, күтәреп торғоҙоп, артабан юлды бергәләп дауам иттек: иптәшем мине ҡосаҡлап, атларға ярҙамлашып барҙы... Бына шулай...

Атайым ағайым менән икебеҙҙе 1985 йыл йәйгеһен Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Башҡорт республика гимназия-интернатына имтихан тапшырырға алып килде. Бар һынауҙарҙы ла “бишле”гә биреп инеп киттем. Уҡырға барырға ваҡыт еткәс иһә, урынлаштырырға килеп йөрөмәнеләр: атай менән әсәй Магнитогорск ҡалаһынан поезға тиклем генә оҙатып ҡалды. Тимәк, үҙаллы тормош шул ваҡыттан башланған да инде. Ә уҡыуға талап ҙур ине. Беренсе аҙнала, өйҙө һағынып йөрөпмө, әллә икенсе берәй сәбәптәнме, ниндәйҙер предметтан “икеле” алдым. Шунда уҡ мәктәп линейкаһында алға сығарып та ҡуйҙылар. Эй ғәрләндем... Бөтә мәктәп уҡыусылары теҙелеп, һиңә ҡарап сығып бара... Аҙаҡ тағы директор Ильяс Иштуған улы Вәлиев тетмәне тетеп әрләне. Ҡыҫҡаһы, ҙур һабаҡ булды был миңә, башҡа “икеле” алманым. Мәктәп-интернат шулай үҙенә ҡарата талапсан, яуаплы булырға өйрәтте. Әйткәндәй, һуңынан Учалы музыка училищеһында уҡығанда берҙән-бер Президент стипендиаты инем, был, әлбиттә, өйҙә һәм мәктәп-интернатта бирелгән тәрбиә һөҙөмтәһелер. Ауыл балаһы булараҡ, алдан уҡ барлыҡ эштәрҙе белеп килһәм дә, бында коллектив хеҙмәткә өйрәндек. Үҙең генә түгел, башҡалар өсөн дә яуаплылыҡ тойоу, бер бүлмәлә күмәкләшеп йәшәү, торған урынды тап-таҙа тоторға тырышыу беҙҙе ныҡ тупланы, бер туғандар кеүек яҡынайтты. Әлбиттә, был йәһәттән тәрбиәсебеҙ Фәүзинә Ҡыям ҡыҙы Ҡолшәрипова оло тәрбиә бирҙе. Ул берәй ҡырын эш ҡылһаҡ та, үҙебеҙҙе генә әрләй, әммә башҡа кластарға йә дирекция тирәһенә еткермәй торғайны. Беҙҙе шулай һаҡланы ла, яҡланы ла апайыбыҙ. Уның һәр кемгә үҙенсәлекле тәрбиә алымы була торғайны. Мин бәләкәй генә, ябыҡ ҡына малай инем. Етмәһә, класташтарымдан бер йәшкә кесемен дә. Физкультурала буйым буйынса арттан икенсе тора торғайным. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ниңәлер, һәр ваҡыт класта староста итеп һайлап ҡуя инеләр. Аҙаҡ комсомол сафына ингәс, комсорг та, тәртип һаҡлаусы ла (“Йәш дзержинсы”) булдым. Белем усағы һәләттәрҙе һәр яҡлап үҫтереүгә булышлыҡ итте. Ауыл мәктәбендә ул саҡта төрлө түңәрәктәр юҡ тиерлек ине, ә бында мин бейеүгә лә, ҡурайға ла ҙур теләк менән ихлас йөрөнөм. Ә бер саҡ интернатҡа киностудиянан килеп, “Как стать счастливым?” тигән фильмды башҡортса тәржемәләргә малай эҙләй башланылар. Күмәкләп кастинг үттек, һөҙөмтәлә мине һайлап алдылар. Олег Закир улы Ханов менән бергәләп яҙҙырҙыҡ. Был эшем өсөн хатта 20 һум аҡса ла түләнеләр әле! Туғыҙҙа уҡығанда иһә беҙҙе, өлкән класс уҡыусыларынан, Салауат Юлаев тураһындағы фильмда әсирҙәрҙе уйнау өсөн алып киттеләр. Унда камера бик алыҫтан төшөрә ине. Күмәк халыҡты һынландырғас, йөҙөбөҙ ҙә, өҫ кейемебеҙ ҙә күренмәй. Ә беҙҙең танылғы килә! Салауат исемле дуҫым менән бергә китеп бара инек, һөйләштек тә ролгә инеп ҡарарға ниәтләнек. Мин ҡапыл йығылып киткән булдым, ә ул килеп, күтәреп торғоҙоп, артабан юлды бергәләп дауам иттек: иптәшем мине ҡосаҡлап, атларға ярҙамлашып барҙы... Бына шулай хәйләләп, сараһын күреп, үҙебеҙҙе алыҫтан булһа ла танырлыҡ итеүгә өлгәштек. Ҡурай түңәрәген Юлай ағай Ғәйнетдинов алып бара ине. Һәр аҙна килә торғайны ул. Обручтан ҡурайҙар эшләп бирҙе лә, шуларҙа уйнарға өйрәндек. Мәктәп ансамбле менән телевидениеға ла төштөк. Бейеү түңәрәген иһә Вилә Ғилми ҡыҙы алып бара ине. Әйткәндәй, ул заманда Риф ағай Ғәбитовты ла бейергә өйрәткән. Хәтеремдә, бер заман Фәйзи Ғәскәров исемендәге ансамбль оҫталары, Американан йөрөп ҡайтҡас, беҙгә осрашыуға килде. Риф ағай аҙаҡ саранан һуң ҡалып, беҙгә “Тимербайҙың улдары” тигән бейеүҙе лә өйрәтеп киткәйне... Мәктәпте тамамлағас, уны Әбйәлил районының “Йәшлек” бейеү ансамбленә лә өйрәттем. ...Туған мәктәбебеҙгә 75 йыл тулды. Тарихы бай, сығарылыш уҡыусылары бихисап. Беҙ ҙә, мәктәпте тамамлағанға утыҙ йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, класташтарыбыҙ менән һаман да ҡатнашып йәшәйбеҙ. Бер-беребеҙгә терәкбеҙ, дуҫбыҙ, бер туғандай яҡынбыҙ. Беҙҙе туғанлаштырған, берләштергән, яуаплылыҡҡа, эшһөйәрлеккә, маҡсат ҡуйып, уға ынтылып йәшәргә өйрәткән уҡытыусыларыбыҙға, тәрбиәселәребеҙгә, туған мәктәп-интернатыбыҙға ҙур рәхмәт!
Читайте нас: