+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
27 Февраль 2020, 17:00

Һикәлтәле сәнғәт юлдары

Күптән түгел Салауат башҡорт дәүләт драма театрында Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, режиссер Вәзих Сәйфуллиндың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған «Һикәлтәле сәнғәт юлдары» тип аталған хәтер кисәһе уҙҙы.
Вәзих Сәйфуллин Салауат театрында оҙаҡ йылдар актер, баш режиссер, художество етәксеһе булып эшләй. Ул үҙен бер өлкәлә лә һынатмай, юғары уңыштарға өлгәшеп эшләй. Уның актерлыҡ эштәре үткерлеге менән айырылып тора. Тап шул осорҙа театр иң яҡшы спектаклдәр күрһәтә: Т. Абдумомуновтың «Ғәфү ителмәй», Ш. Рәхмәтуллиндың «Әжәл алдынан», Т. Ғиззәттең «Ҡыйыу ҡыҙҙар», Ә. Мирзаһитовтың «Ғүмер ике килмәй» һәм башҡалар. Художество етәксеһе булараҡ, ул заманса милли драматургтар менән эшләүгә айырыуса иғтибар бүлә.
Сараға режиссерҙың яҡындары, дуҫтары, хеҙмәттәштәре, режиссерҙың талантын хөрмәт итеүселәр, ғөмүмән, театр сәнғәтен һөйөүселәр йыйылғайны. Театр ветерандары һәм артистары Вәзих Кашап улы ҡуйған спектаклдәрҙән өҙөктәр ҡуйҙы, экрандан данлыҡлы режиссерҙың, хәләле Рәйсә Сәйфуллинаның иҫтәлектәре яҙҙырылған видеояҙмалар, телетапшырыуҙарҙан сюжеттар күрһәтелде. Башҡортостандың халыҡ артистары Гөлсәсәк Шәрипова һәм Риза Мәһәҙиев башҡарыуындағы йырҙар кисәгә тағы ла йәм өҫтәне. Ул көндө Вәзих Сәйфуллин тураһында бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде, үткәндәргә байҡау яһап, яҡты хәтирәләргә бирелделәр. Театр фойеһында режиссерҙың тормошоноң төрлө осорҙарын һүрәтләгән фотокүргәҙмә лә ойошторолғайны. Сығыш яһаусылар ҙа сәнғәт әһеле тураһында иҫтәлектәре менән бүлеште.
Олег Ханов режиссер, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исем. премияһы лауреаты, Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзының А. Яблочкина исемендәге премияһы лауреаты, Станиславский исемендәге халыҡ-ара премия лауреаты:
– Был кисәне ойоштороусыларға, коллегаларға, ижад кешеләренә йөрәк йылыһы менән һуғарылған рәхмәтемде белдергем килә. Сөнки бындай игелекле кисәне ойоштороу, Вәзих Кашап улын, Рәйсә апайҙы иҫкә алыу –был беҙҙең кешелек сифаттарыбыҙҙы әйтеп биреү. Әгәр ҙә беҙ үҙебеҙҙең өлкән остаздарыбыҙға, уҡытыусыларыбыҙға, режиссерҙарыбыҙға ошондай һүҙҙәр әйтеп хәтер кисәләрен ойоштора алабыҙ икән, тимәк үҙебеҙҙә, йөрәк түрендә тормошҡа, ижадҡа, театрға һөйөү кәмемәгән һәм үҙебеҙҙе кеше тип иҫәпләй алабыҙ. Вәзих Кашап улы һәм Рәйсә апай минең өсөн улар ике туғандар кеүек, сөнки үҙ ваҡытында Башҡортостанда өс театр эшләне: Өфөләге академтеатр һәм тәгәрмәс өҫтөндә йөрөп ижад иткән ике театр, ул да булһа Салауат һәм Сибай театрҙары. Элек улар спектакль сығаралар ҙа, ҡалала бер нисә тапҡыр күрһәткәндән һуң, автобусҡа тейәлешеп райондар, бөтә Башҡортостан буйлап 45-50 көнгә гастролдәргә сығып китәләр ине. Беҙ инде, бәләкәй саҡта, атайҙарҙың сығып киткәнен шатланып көтә торғайныҡ, ләкин тиҙ һағынып ала инек. Бына ошо тәгәрмәс өҫтөндә эшләгән театрҙарҙың нигеҙе, умыртҡа һөйәге – ул театрҙа эшләгән ғаиләләр ине. Бына Салауат театрында Сәйфуллиндар, Фәхриевтар, Мозаһитовтар, Әхмәровтар, Әминевтар, Зыязетдиновтар, Галиндар, Баҡировтар һәм башҡалар. Ә Сибай театрында Хөсәйеновтар, Курсаевтар, Сарбаевтар һәм минең атайым Закирйән Ханов менән әсәйем Шәмсинур Сиражетдинова. Бына ошондай ижади ғаиләләрҙән тора ине ошо театрҙарҙың труппалары. Бергә тупланып эшләү – театрҙың нигеҙ ташы булып торғандыр. Бына ошондай кешеләр хеҙмәт иттеләр сәнғәткә. Шуға күрә лә мин Вазих Кашап улы менән Рәйсә апайҙы атайымдың бер туғандары кеүек иҫкә алам. Уларҙың балаларын Марат менән Зөһрәне ике туған кеүек күрәм. Сөнки беҙ барыбыҙ ҙа артист балалары, театр балалары. Ошо театрҙа беҙ тормош мәғәнәһенә өйрәндек.
Вәзих Сәйфуллин булмаһа, бөгөнгө көндә Салауат башҡорт драма театры булыр инеме икән? Сөнки 1990-сы ауыр йылдарҙа Салауат театрында ун бер генә артист етем бала кеүек тороп ҡалалар. Шул ваҡытта Вәзих Кашап улы Өфөнән туған театрына кире ҡайтып, уға яңы һулыш бирә. Ул театрға эшкә йәш артистарҙы саҡыра, сәнғәт институтында махсус курс ойоштора, труппа тулылына, гөрләп ижад итә башлай.
Шулай уҡ Вәзих Кашап улын иҫкә алғанда, Рәйсә апайҙы ситтә ҡалдырып булмай һис тә. Улар икеһе бергә, бер йән, бер бөтөн, ғүмер буйы бергә барғандар. Шуға күрә уларҙың ижадына, тормош юлдарына, эшләгән эштәренә, Салауат театрын һаҡлап алып ҡалғандарына ҙур рәхмәт.
Сөләймән Латыпов, журналист, яҙыусы, «Тамаша» журналының баш мөхәррире:
– Ошо Вәзих Сәйфуллиндың хәтер кисәһен ойоштороусыларға, уның туғандарына, ихтирам итеп иҫкә алған барлыҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт әйткем килә. Мин ғөмүмән театрҙы шишмәгә тиңләйем. Сөнки беҙҙе уратып алған донъя – интернет, телевидение, кино, гәзит һәм башҡа нәмәләрҙе һыу менән сағыштырып ҡараһаҡ, ул бик бысраҡ һымаҡ. Ә театр – шишмә кеүек тап-таҙа. Ошо театрға беҙ күңелебеҙ сарсаған ваҡытта һәйбәт тойғолар, уйҙар, сифаттар алыр өсөн барабыҙ. Беҙ спектаклдәрҙән һуң дәртләнеп, һоҡланып, хисләнеп сығып китәбеҙ. Шуға мин театрҙы шул тап-таҙа шишмәгә оҡшатам. Ә Вәзих ағай Сәйфуллинды мин ошо шишмәне таҙартып тороусы, уны халыҡҡа барып етеп, эсһендәр өсөн тип борсолоусы кешеләрҙең береһе тип һанайым. Ғөмүмән, Вәзих Кашап улы менән нисек танышҡанды һөйләп китәйем. Ул минең «Көнләш, Америка, көнләш» исемле пьесамды алып уҡыны ла, ҡуям тине. Шул мәлдә был әҫәремде М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры ла ҡуябыҙ, тип әйтте. Шулай итеп ике театрҙа ла репетициялар башланды. Ләкин мин спектаклдең беренсе премьераһын сығарыуға, минең әҫәремде беренсе булып алып уҡыған һәм ҡуям тигән кешегә – Вәзих Сәйфуллинға бирҙем. Шулай итеп, Салауат театрына спектаклдең премьераһына килеп, бик ҡәнәғәт булып ҡайтып киттем. Бына шулай таныштыҡ беҙ Вәзих Кашап улы менән. Мин уның менән һоҡланам, ғорурланам һәм мине драматург булараҡ иң беренсе асып ебәреүенә бик рәхмәтлемен.
Вәзих Кашап улы үлмәгән, ул беҙҙең, һеҙҙең, Салауат театры артистарының күңелендә йәшәй. Шулай булғас, минең бер тәҡдимем бар – ошо театрға Вәзих Сәйфуллиндың исемен бирһәләр, мин бик ҡәнәғәт булыр инем.
Наил Ғәйетбаев, шағир, яҙыусы, драматург, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре:
– Вәзих Кашап улының режиссер булараҡ эштәре абруй яулаһа ла, уға был ҡаҙаныштар бик ауыр бирелде. Үҙенең характерының йомшаҡлығы арҡаһында, уға төрлө һынауҙар аша үтергә тура килә торғайны. Ул үҙен яҡлай белмәне һәм күптәр шуның менән файҙаланды. 1980-се йылдарҙа тәжрибәле режиссерҙарҙы йәш режиссерҙарға алмаштырыу осоро булды һәм беҙҙең театр донъяһы бөтөнләй режиссерҙарһыҙ тороп ҡалды. Вәзих Сәйфуллин шул мәлдә кире Салауатҡа ҡайтып, театрға яңы һулыш бирҙе. Вәзих Кашап улы менән 1900 йылдарҙа осрашҡанда, мин «Тамаша» журналының баш мөхәррире инем. Шул ваҡытта мин уға: «Әйҙәгеҙ, һеҙҙең тормош хаҡында мемуар яҙайыҡ. Һеҙҙең яҙмышығыҙ – ул бит театрҙар тарихы яҙмышы», – тип тәҡдим яһаным. Шулай итеп ул русса яҙа башланы, мин башҡортсаға тәржемә итә инем. Бик матур килеп сыҡты. Ул үҙе ныҡ ҡыуанды. Һуңынан Рәйсә апай менән дә интервью эшләнек. Минең уйлауымса, уларҙың яҙмышын, эшләгән эштәрен тарих биттәрендә һаҡлап ҡала алдыҡ. Вәзих Сәйфуллин бик күп матур спектаклдәр ҡуйҙы, талантлы актерҙар әҙерләне. Уның беҙҙең аранан китеп барыуы беҙҙең өсөн, бөтә театр сәнғәте өсөн бик ауыр ҡайғы булды. Беҙ бөгөнгө көндә уны иҫләйбеҙ, беләбеҙ, уның хаҡында һөйләйбеҙ һәм тик яҡты иҫтәлектәр генә һаҡлайбыҙ. Мин Сөләймән Латыповтың Салауат театрына «Вәзих Сәйфуллиндың исемен биреү» тигән тәҡдименә ҡушылам. Ысынлап та, Салауат театры был исемде йөрөтөргә хаҡлы.
Яҡуп Шәрипов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы:
– 1992 йылдан алып мин Вәзих ағай ҡуйған спектаклдәрҙә уйнай башланым. Вәзих Кашап улы ысын остаз да, кәңәшсе лә булды. Талантлы, моңло актерҙарҙы бик яратты. Мине ул «бик шәп самородок» тип йөрөттө. Ул эшләгән осорҙа гел төп ролдәрҙә уйнаным. «Яр сите»ндә Әшрәф, «Таштуғай»ҙа Хәтмулла, «Яран гөл»дә Ғәли, «Көнләш, Америка»ла – Бәҙретдин һәм башҡалар. Ул ҡуйған спектаклдәрҙе халыҡ яратып ҡараны. Вәзих ағай күңелемдә тик йылы тойғолар ғына ҡалдырҙы.
Рим Әминев, Башҡортостандың халыҡ артисы:
– Ул бик яҡшы кеше ине. Эштә лә, унан тыш та насар уй менән йөрөгәнен бер ҙә хәтерләмәйем. Репетициялар үткәргән ваҡытта ла бер кемгә лә ҡысҡырмай торғайны, үҙен һәр ваҡыт ипле, тыныс тотто. Актерға һәр ролде, образды ентекләп аңлатыр ине. Салауат театрының үҫешендә, һис шикһеҙ, Вәзих ағайҙың роле бик ҙур. Ғорурланып әйтә алам, тап ул эшләгән йылдарҙа театрыбыҙ юғары кимәлгә күтәрелде. Вәзих Кашап улы режиссер булып эшләгән йылдарҙа бихисап ролдәр башҡарырға тура килде: «Ҡыйыу ҡыҙҙар»ҙа – Иҫәнбай, «Бабай урлау»ҙа – Абдулла, «Яран гөл»дә – Зәки, «Кейәү балаҡай»ҙа – Самат роле һәм башҡа бик күптәр. Иҫ киткес шәп режиссер, изге күңелле кеше тураһындағы иҫтәлек күңелдәрҙә мәңге һаҡланыр.
Марат Сәйфуллин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, Милли йәштәр театрының актеры, Вәзих Сәйфуллиндың улы:
– Был кисәлә әйтелгән барлыҡ йылы һүҙҙәрегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Мин үҙемде илап ебәрмәҫ өсөн саҡ тыйып ултырҙым. Бер яҡтан, был хәтирәләрҙән яманһыу булып китте, ә икенсе яҡтан уны иҫләүҙәре бик ҡыуаныслы. Минең Вәзих Кашап улы менән мөнәсәбәттәргә килгәндә, ул минән саҡ ҡына үҫә төшкәс «Һин үҫкәс актер булаһыңмы?» – тип һораны. Мин ул ваҡытта әҙер түгел инем: «Юҡ, мин автоюлдар төҙөүсегә барам», – тинем. Ә ул миңә: «Һин яҡшылап уйла ла, икенсе тапҡыр миңә бүтән төрлө яуап бирерһең», – тип өндәште. Икенсе тапҡыр ул миңә шул уҡ һорау менән килде. «Әллә, булдыра алырмын микән», – тинем. Ә ул минең башымдан һыйпап: «Булдырырһың», – тине. Шунда ул миңә Мостай Кәримдең «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа» шиғырын бирҙе лә, уны ятларға һәм мотлаҡ имтихан ваҡытында шуны һөйләргә ҡушты һәм мин тап шулай эшләнем дә. Атайымдың өгөт-нәсихәттәре менән бөгөнгө көндә мин актер булып эшләйем. Шуныһы ғына үкенесле, атайым менән актер һәм режиссер булараҡ бер ҙә эшләп өлгөрмәнем. Миңә уның менән бер генә ролде булһа ла сығараһы килә ине.
Зөһрә Сәйфуллина, Театрҙар союзы эшмәкәрлегенең председателе урынбаҫары, Вәзих Сәйфуллиндың ҡыҙы:
– Беҙҙең атай-әсәйебеҙ ғүмер буйы театр кешеләре булды. Улар менән өйҙә бик һирәк күрешә инек. Осрашҡанда ла, тик театр хаҡында ғына һөйләшәләр ине. Беҙ Марат менән, бөтә туғандар, ейән-ейәнсәрҙәр исеменән Салауат театрына, хәтер кисәһенең режиссеры Рауил Хәҡимовҡа һәм ата-әсәйемде иҫләгән барлыҡ тамашасыларға сикһеҙ рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Шулай уҡ бөгөн сығыш яһаған артистарға, атайым менән бергә ижад иткән М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма, Стәрлетамаҡ башҡорт, «Нур» татар дәүләт театрҙарына ысын күңелдән рәхмәтлебеҙ. Һеҙ барығыҙ ҙа бөгөн шул тиклем йылы һүҙҙәр әйттегеҙ, матур хәтирәләр һөйләнегеҙ, минең дә күҙҙәрем йәшкә күмелеп ултырҙы.
Шулай итеп, Вәзих Кашап улы Сәйфуллин 1956 йылдан башлап, Салауат драма театры дүрт тиҫтәгә яҡын роль башҡара. Улар, нигеҙҙә, төп геройҙар була. Әммә Вәзих Кашап улы үҙендә режиссерлыҡ һәләтен тойоп, Ленинград дәүләт театрының музыка һәм кинематография институтының режиссерлыҡ факультетын тамамлай ҙа Салауат драма театрында баш режиссер, бер аҙҙан Башҡорт академия драма театры директоры һәм баш режиссер булып эшләй. Ул бик күп әҫәрҙәрҙе сәхнәгә ҡуя. Мостай Кәримдең «Ай тотолған төндә», Ә. Мирзаһитовтың «Әсәләр көтәләр улдарын», «Ғүмер ике килмәй», Шамил Рәхмәтуллиндың «Әжәл алдынан», Л.Н.Толстойҙың «Тере мәйет», Нәжиб Асанбаевтың «Миләш-Миләүшә», Ғәзим Шафиҡовтың «Һуңғы алыш», «Бында минең төйәгем», Хәбибулла Ибраһимовтың «Еҙнәкәй», Әнғәм Атнабаевтың «Балаҡайҙарым» һәм башҡа спектаклдәр ҙур уңыш менән бара. Вәзих Сәйфуллин заман талабына яуап бирерлек, сәнғәттең юғары өлгөһө булырлыҡ әҫәрҙәр ҡуя, күберәк әхлаҡ мәсьәләләрен күтәрелгән пьесаларҙы үҙ итә. Вәзих Кашап улы Сәйфуллин – БАССР-ҙың, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
Вәзих Сәйфуллин үҙенең ижады менән күптәрҙең күңелендә яҡты эҙ ҡалдырҙы, уның тураһындағы иҫтәлектәр йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр.
Динә БӘШИРОВА,
Салауат башҡорт дәүләт драма театрының әҙәбиәт етәксеһе
Читайте нас: