+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Дөйөм мәҡәләләр
19 Декабрь 2018, 16:15

"Тамаша" журналы бүләктәр өләште

"Тамаша" журналы дуҫтарына бүләктәр өләште

Ниһайәт, лототрон уйынын үткәреп ебәрҙек. Уйында ҡатнашҡан журналдың дуҫтарына ҙур рәхмәт! Шулай, һәр ваҡыт бергә булайыҡ, бер-беребеҙҙе шатландырып йәшәйек!
Лототрон уйынын үткәреүҙә беҙгә күптәнге дуҫыбыҙ, даими авторыбыҙ, сатира һәм юмор оҫтаһы Юнир Хәй улы Салауатов ярҙам итте.
Бүләктәр араһында иң ҙуры - велосипед ине бит инде. Ул Ғафури тарафтарына китәсәк - Сәйетбаба ауылынан 90 йәшлек МӨНИРӘ КИНЙӘҒОЛ ҡыҙы ҒӘЗИЗОВАға эләкте был бүләк. ҠОТЛАЙБЫҘ ысын күңелдән!!!
Изге китап Ҡөрьән Кәрим - Шәһиев Фанитҡа, Учалы тарафтарына оҙатыласаҡ. Милли кейемдәге ҡурсаҡ Бөрйән районы Килдеғол ауылына китәсәк - Билалова Дилфүзәгә. Өфөлә йәшәгән Исхаҡова Альбина апай өлөшөнә лә ошондай ҡурсаҡ төштө. Серле ҡумта, милли орнаменттар менән эшләнгәне, Архангел районы Архангел ауылында тапты хужабикәһен - Саттарова Зәйнәпте. Хәйбулла районы Аҡъяр ҡасабаһынан Ишемғолова Әлфиәгә лә Баҡортостан картаһы төшкән футболка оҡшар, тип ышанабыҙ. Башҡа бүләктәр ҙә хужаларына оҙатылып, Яңы йыл кәйефен тағы ла күтәреп ебәрер, тип уйлайбыҙ.
Читайте нас: