+10 °С
Облачно

“Композитор” хәрби хеҙмәтте һайлай

Башҡортостан егеттәре пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары сафын тулыландыра.

“Композитор” хәрби хеҙмәтте һайлай“Композитор” хәрби хеҙмәтте һайлай
“Композитор” хәрби хеҙмәтте һайлай

Михаил граждандарҙы контракт буйынса хәрби хеҙмәткә һайлап алыу пунктына Межгорье ҡалаһынан килгән. Уға 34 йәш, ул дүрт бала атаһы. Йәш сағында контракт буйынса Рәсәй Ҡораллы көстәрендә  разведчик булып хеҙмәт иткән.

“Беҙҙең ғаиләлә хәрбиҙәр юҡ. Тимәк, мин беренсе хәрби буласаҡмын. Минең ғаиләм ҙур, төптән уйламайынса ҡарар ҡабул итеп булмай. Мин барыһын да ентекләп уйлап контракт төҙөргә хәл иттем. Дәүләт һәм республика махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итә, был сер түгел”, – ти “Композитор”.

Контракт буйынса һайлап алыу үҙәгенә буласаҡ дроноводтар өсөн теоретик һәм практик дәрестәр үткәрергә Владлен Татарский исемендәге операторҙарҙы махсус тактик әҙерләү үҙәге  инструкторҙары ла килгән. Улар DJI квадрокоптеры  базаһында теоретик һәм практик занятиелар үткәрә.

Пилотһыҙ осоу операторҙары бөгөн армияла бик мөһим төп белгеслектәрҙең береһе. Улар разведка алып барырға, штурм төркөмдәренә ярҙам итергә, хәрбиҙәрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалырға ярҙам итә. Махсус хәрби операция үткәреү зонаһында хеҙмәт итергә теләүселәр өсөн портал Пилотһыҙ осоу аппараттары ғәскәрҙәренең өҫтөнлөктәре тураһындағы мәғлүмәт менән тулыландырылды. Пилотһыҙ осоу аппараттары операторҙары өсөн юғары хәүефһеҙлек саралары ҡаралған. Уларҙың хеҙмәте алғы һыҙыҡтан алыҫ ерҙә үтә.

Оборона министрлығы һығылмалы хеҙмәт срогын тәҡдим итә. Контракт бер йылдан алып төҙөлә, был хеҙмәт үҙенсәлектәрен баһаларға мөмкинлек бирә. Хәрби кеше хеҙмәттән китә йәки яңы контракт  төҙөй ала.

 Яугирҙәргә белгеслектәрҙе һаҡлау гарантиялана. Хәрбиҙе, уның  ризалығынан тыш, пилотһыҙ осоу аппараттары менән бәйләнмәгән  башҡа белгеслеккә  йәки ғәскәрҙәрҙең башҡа төрөнә күсерергә ярамай Был өлкәләге контрактниктар тулы социаль пакет ала. Уларға закон тарафынан ҡаралған бөтә түләүҙәр, льготалар, социаль гарантиялар ҡағыла.

Бынан тыш, студенттар өсөн махсус шарттар бар. Вуздарҙа уҡыусылар, академик ял алып, контракт төҙөргә хоҡуҡлы, ә хеҙмәттән һуң бюджетҡа уҡырға инә аласаҡ.

Динә Арҫланова

Фото: “Башинформ”.

 
Автор:
Читайте нас