– Полина, һинең турала күберәк белге килә. Әйҙә, һөйләп үт әле.
– Дүрт йәшемдән шиғыр уҡып үҫтем, бәләкәйҙән китап менән дуҫ булдым. Мәктәптә «дүртле» һәм «бишле» билдәләренә генә өлгәшәм. Миңә урыҫ теле һәм әҙәбиәте, тарих дәрестәре оҡшай. Шуға был фәндәрҙе ҙур ҡыҙыҡһыныу менән өйрәнәм. Белем усағыбыҙҙа уҡытыусылар тырышып төплө белем бирә. Синыф етәксем – Галина Шәмғон ҡыҙы Ғилуанова. Ул урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Дәрестәре бик үҙенсәлекле, бер-береһенә оҡшамаған. Көн дә унан ниндәйҙер файҙалы мәғлүмәт алам. Уҡытыусымды ныҡ хөрмәт итәм, ул мине һәр ваҡыт тыңлап, матур кәңәштәрен бирә.
Йырларға ла яратҡас, музыка дәресен дә көтөп алам. Уҡытыусым – Римма Мансур ҡыҙы Ғәсимова. Мәктәп директорыбыҙ Илдар Альфред улы Сәйәповҡа миңә төрлө ерҙәрҙә сығыш яһарға рөхсәт биргәне өсөн рәхмәтлемен. Дәрестәрҙе ҡалдырһам да, аҙаҡ үҙ алдыма өйрәнеп, синыфташтарымды ҡыуып етәм. Тырышып уҡыйым, сөнки миңә бар яҡтан да өлгөлө булырға кәрәк.
Беҙҙең ғаилә 2013 йылда Хабаровск ҡалаһынан күсеп килгән. Мин Өфөлә тыуғанмын. Ҡаланы ныҡ яратам. Ғаиләлә беҙ – өс ҡыҙ. Апайым Аннаға – 16, һеңлем Миланаға 4 йәш тулды. Бөтәбеҙ ҙә китап уҡырға яратабыҙ, әҙәбиәткә, сәнғәткә ғашиҡбыҙ. Атайым менән әсәйем был өлкә кешеләре булмаһа ла, өйҙә ижади мөхиткә ыңғай ҡараш йәшәй. Үҙем күберәк ваҡытымды өләсәйем менән үткәрергә тырышам. Әле яуҙағылар янына барғанда ла гел уның менән йөрөйөм. Унан күп нәмәгә өйрәнәм. Өләсәйем – минең дуҫ та, серҙәш тә.
– Һин шиғыр һөйләргә әүәҫһең. Оҫтарып та алғанһың, сығыштарыңды йотлоғоп тыңлайҙар. Бының менән нисек мауығып киттең?
— Надежда Надеждинаның «Партизанка Лара» китабын 7 йәшемдә үк уҡып сыҡҡайным. Шул мәлдән хәрбиҙәр, һалдат, һуғыш хаҡында төрлө шиғырҙар, хикәйәләр менән ҡыҙыҡһына башланым. Уҡығандарымдың барыһын да бөгөн тулыһынса хәтерләйем һәм уларҙан цитаталарҙы әйтеп бирә алам.
– Әле яратып һөйләгән шиғырҙарыңды нисек һайлайһың?
– Бик күп уҡыйым. Үҙемә оҡшағандарын һайлайым. Улар араһында Башҡортостанға арналғандары ла бар. Мостай Кәримдең ижадына һоҡланам. Хатта шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова менән яҡындан танышмын.
Яугирҙарға шиғырҙарҙы һайлағанда уларға көс-дәрт, еңеүгә ышаныс биргәндәрен алам. Һалдаттар үҙҙәре яҙған, ҡәҙерле улдарын юғалтҡан әсәйҙәр ижад иткән шиғырҙарҙы ла уҡыйым. Сығыштарымды яраталар.
– Хәҙер һинең үҙеңә арналған шиғырҙар бар икән…
– Эйе, миңә һалдат ағайҙар 70-тән артыҡ шиғыр яҙып ебәрҙе. Тағы ла бик күп йырҙар бар. Көндән-көн дуҫтарым арта. Бына яугир Александр Малашенков шиғырына көй яҙып, матур йырын ебәргән. Ныҡ оҡшаны, миңә дәрт өҫтәне. Әле берәүһен генә телгә алдым. Бар һалдаттарға ла оло рәхмәтемде белдерәм.
– Һиңә был изгелек эшеңдә кемдәр ярҙам итә?
– Уҡыған мәктәбемә, туғандарыма рәхмәтлемен, уларҙан бик күп ярҙам алам. Шулай уҡ ЛДПР партияһының «Ҡулдан ҡулға» хәйриә фонды ҙур ярҙам күрһәтә. Быға сикһеҙ шатмын.
– Һинең ирекмәнлек үҙәге асыуыңды ла беләбеҙ.
– Эйе. МХО башланғас та ирекмәнлек эше менән мауығып киттем. Бер мәл күп урындарҙа ирекмәнлек үҙәктәре асыла башланы. Шул ваҡыт өләсәйемдән: «Беҙ ҙә Ленин районында асһаҡ, нисек була?» – тип һораным. Ул мине дәртләндереп ебәрҙе. Күп тә үтмәй, 2024 йылдың 30 авгусында үҙебеҙҙең үҙәкте астыҡ. Әүҙем эш башланып китте, һаҡселтәрҙәр үрәбеҙ, аҡса йыйып, яугирҙарға кәрәк-яраҡ һатып алабыҙ.
– Ҡалай маладисһығыҙ, һин тағы ла «Полинаның балаларға хас булмаған шиғырҙары» проекты өҫтөндә лә эшләйһең? Ваҡытың етәме?
– Был бик ҙур проект булып китте. Фронттағы һалдаттар, яуҙа һәләк булған батырҙарҙың әсәйҙәре һәм илебеҙҙәге ваҡиғаларға битараф булмағандарҙың ебәргән шиғырҙарын уҡып, видео яҙҙырам һәм монтажлайым. Проектта 2000-дән ашыу эшем тупланған. Уларҙың яҡынса 500-ө – махсус хәрби операцияла ҡатнашып, батырҙарса һәләк булған һалдаттарҙың ғаиләләре тураһында. Был проект «Хеҙмәт итеү» III Бөтә Рәсәй муниципаль премияһының топ-110 исемлегенә инде.
Аралашыуға һәр ваҡыт ихласмын. Һалдаттар «Бәйләнештә» социаль селтәрендәге төркөмөмә бик күп яҙа. Фронттағы һалдаттарҙың видеолары, уларҙың рәхмәте, ҡыҙым, тип өндәшеүҙәре күңелде күтәреп ебәрә.
Әле яңы йыр сығарыу менән булышам. Уның һүҙҙәрен «Опер» позывнойлы һалдат миңә арнап яҙған.