-12 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
23 Февраль , 11:39

“Атайыбыҙ менән ғорурланабыҙ”

“Аургазинский вестник” гәзите“ Ватанды һаҡлаусылар тураһында фотоконкурс үткәреп, яугир яҡташтары менән таныштыра, улар тураһындағы иҫтәлектәрҙе туплай. Бына шул батыр ир-егеттәрҙең  береһе Мират Байтимеров тураһында балалары ниндәй йылылыҡ һәм һөйөү менән бәйән иткән:

“Атайыбыҙ менән ғорурланабыҙ”
“Атайыбыҙ менән ғорурланабыҙ”

“Беҙҙең атайыбыҙ Мират Байтимеров 1983–1985 йылдарҙа  Новосибирск өлкәһендә стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итә. Бөгөн ул райондың Ирекмәндәр штабына махсус хәрби операция өсөн автомобилдәр ремонтлауҙа ҙур ярҙам күрһәтә.Үҙе лә алғы һыҙыҡтағы яҡташтарыбыҙ эргәһенә гуманитар йөк илтеүҙә ҡатнашты.

Атайыбыҙ үҙенең ата-бабалары батырлығы тураһындағы иҫтәлектәрҙә, илһөйәрлек тойғоларында үҫкән. Бала саҡтан Ватанға тоғролоҡ, илеңде, тыуған ереңде  сикһеҙ яратыу хис-тойғоларында тәрбиәләнгән атайыбыҙ ярҙамға мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙыуҙы бурысы итеп һанай. Атайыбыҙ Мират Рәшит улы һәм уның ейәне Айдан – быуындарҙы тоташтырған ныҡлы сынйыр, ул беҙҙе бәйләп кенә ҡалмай, бөгөнгөбөҙҙө һәм киләсәгебеҙҙе сағыу буяуҙарға байыта, көс-ҡеүәт бирә”, – ти йәштәр һәм Ватанды яҡлаусыларға уңыштар, именлек теләй.

https://bashgazet.ru/articles/geroy-ar-d-ere/2026-02-16/atayyby-men-n-orurlanaby-4580553

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/tamasharb ҡушылығыҙ!

 
Автор:
Читайте нас