-19 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
5 Февраль , 14:44

МӘҘӘНИ УСАҠТАР ҺҮНМӘҺЕН

Баймаҡ районы Түбәнге Иҙрис ауылы уңғандары—«Зарифа» фольклор ансамбле ағзалары сираттағы гуманитар ярҙамға үҙ өлөшөн индереү маҡсаты менән яугирҙәргә быҡтырылған ит әҙерләне.

МӘҘӘНИ УСАҠТАР ҺҮНМӘҺЕН
МӘҘӘНИ УСАҠТАР ҺҮНМӘҺЕН

Ауылдарҙа халыҡтың рухи байлығын үҫтергән, мәҙәниәтле иткән берҙән-бер усаҡ – мәҙәниәт йорто. Ә унда бары тик үҙенең эшен яратҡан, киләсәк быуын өсөн борсолған, уларға тәрбиә бирергә тырышҡан кешеләр генә эшләй ала. Быны Баймаҡ районы Түбәнге Иҙрис ауылының мәҙәни ойоштороусыһы Рәсимә Халиҡова хеҙмәте аша дәлилләгем килә. Әмин ауылы һылыуы 1983 йылда Темәс мәктәбен тамамлай. Унан Ҡырмыҫҡалыла бухгалтерҙар курсында белем ала. Әммә гармунда өҙҙөрөп уйнаған, йыр-моңға ғашиҡ ҡыҙ был һөнәрҙе үҙ итмәй. Сибай педагогия колледжына уҡырға инә. Бына ошо мәлдән башлана ла инде ижади тормош. Тәрбиәсе, музыка уҡытыусыһы...

Талантлы кеше һәр эшен күңелен биреп, урын-еренә еткереп башҡара. Уның музыкаға һөйөүе, ысынлап та, бала сағынан асыла. Хәҙер иһә Рәсимә Әнүәр ҡыҙының тырышлығы менән Ҡолсора ауылының мәҙәниәт йорто районда иң алдынғыларҙан һанала. «Ғүмер буйы уҡытыусы булып эшләрмен дә бер урындан хаҡлы ялға сығырмын тип уйлай инем, әммә заманалар үҙгәреп китте. Мәктәбебеҙ ябылғас, һөнәрҙе үҙгәртергә тура килде. 6 йыл инде клубта художество етәксеһе булып эшләйем. Һәм мәҙәниәт өлкәһендә эшләгән кешеләр үҙҙәре бер батыр кешеләр икәненә инандым. Ваҡыт менән иҫәпләшмәгән саҡтар йыш була», – тип әңгәмәне дауам итә Рәсимә Әнүәр ҡыҙы. Ул Рәсәй буйлап сәйәхәт итергә ярата, ошо мәлдә үҙенең коллекцияһын төрлө ҡалаларҙан музыка ҡоралдары менән тулыландыра.

Рәсимә апай хәҙер оҫта ҡумыҙсы ла: «Ҡумыҙ ул үҙе бер сихри ҡорал икән. Уйнаған һайын үҙенә тарта», – ти ул. Беренсе тапҡыр район ҡумыҙсылар конкурсы тап Түбәнге Иҙрис ауылында үтә. Унда республиканың танылған виртуоз ҡумыҙсыһы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов, шулай уҡ Бөрйән районының ҡумыҙ эшләү оҫтаһы Рәмил Вәлиев та ҡатнаша. Сара юғары килмәлдә ойошторола. Рәсимә Әнүәр ҡыҙы яҡынса 200 ҡумыҙсыны сәхнәгә сығара. Был үҙенә күрә оло еңеү. Конкурста 11 ансамбль, 17 яңғыҙ башҡарыусы ҡатнаша. Иң йәш конкурсантҡа – 4, ә иң олоһона 85 йәш була. Хәҙерге мәлдә Муллаҡай ауылына йөрөп тә ҡумыҙға өйрәтә. Рәсимә апай төрлө ерҙән төрлө ҡумыҙ туплаған, коллекцияһында уларҙың һәр төрлөһө бар.

Тәү ҡарашҡа ул ябай ғына ауыл ҡатыны ул. Өйөндә уңған хужабикә, балалары өсөн наҙлы әсәй, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн яғымлы өләсәй. Ә инде тимер атты йүгәнләп барып етеүе була, бөтөнләй икенсе донъяға сума. Бер бүлмәлә – уҡыусылар, икенсеһендә оло апайҙар йыйылған.

Уның етәкселегендә «Зарифа», «Йәншишмә» фольклор, «Еҙ төймә» халыҡ гармунсылар, «Йәшлек» халыҡ бейеү ансамбле уңышлы эшләй. Унда 100-ҙән ашыу бала, 30-ҙан ашыу ололар шөғөлләнә. Дәрт-дарманы ташып торған Рәсимә Әнүәр ҡыҙына ауыл халҡы ла бар яҡлап ярҙам итеп тора.

«Башта был эште үҙһенмәнем, уңайһыҙландым нишләптер. Дөрөҫөн әйткәндә, мәҙәниәт өлкәһе миңә ят ине, эшләй-эшләй был һөнәр күңелгә ята башланы. Ауыр һөнәр икәненә инандым. Клубтың эсе тулы хазина икән ул. Милли ғөрөф-ғәҙәт үҫтереү, милли кейемдәрҙе тергеҙеү, йолаларҙы өйрәнеү, балаларҙы йырға, бейеүгә өйрәтеү өсөн, үҙең бар яҡтан да өлгө булырға тейешһең», – тип бүлешә Рәсимә ханым.

Мәҙәниәт йортоноң ишеге һәр саҡ асыҡ. Унда теләге булған һәр кем күңеленә ятҡан шөғөл таба ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙерге заманда күптәре йә телевизорға, йә компьютерға, йә телефонға текәлеп өйҙә ҡалыуҙы хуп күрә. Йәштәрҙең мәҙәнилеге, рухиәте тап заман технологиялары аша һалына һәм формалаша. Ә бына Үрге һәм Түбәнге Иҙрис, Ҡолсора ауылы уҡыусылары дәрестән һуң ваҡыттарын файҙалы үткәрә. Бында улар баянда, ҡумыҙҙа уйнарға, йолалар өйрәнә, бейеү серҙәренә төшөнә.

«Зарифа»лар тарих һаҡлай тиһәк һис тә яңылышмаҫбыҙ. Фольклорсылар һандыҡтарында алтынға бәрәбәр селтәр, быуаттан ашыу тарихы булған ике ҡатын-ҡыҙ күлдәген ҡәҙерләп һаҡлай. Шулай уҡ боронғо таҡыяны ла тергеҙгәндәр. Уларҙы тарихсылар юғары баһалай. «Зарифа»лар мәктәп, балалар баҡсаһы менән һәр ваҡыт берлектә эшләй. Йәш быуынды тәрбиәләүҙә үҙ өлөштәрен индерәләр. Милли кейем көнөндә лә «Зарифа» фольклор ансамбле башланғыс класс уҡыусыларын башҡорт халыҡ уйындары менән таныштырҙы, балалар ҙур теләк менән уларҙы өйрәнде, үҙҙәре лә уйнап-бейеп күңел асты. Халҡыбыҙҙың боронғо йолаларын, онотола барған йыр-моңон йәш быуынға еткереү, уны тергеҙеү һәм тыуған төбәккә генә хас өлгөләрен халыҡҡа ҡайтанан күрһәтеү, милли мираҫыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу – ансамблдең төп маҡсаттарының береһе. Шуныһы ҡыуаныслы: «Зарифа» ағзалары бөгөнгә тиклем был традицияға тоғро. Йылдар дауамында ансамблдең репертуарында йола фольклоры өлгөләре, йырҙар, ҡобайырҙар, таҡмаҡтар урын ала, шуға күрә бында шөғөлләнгәндәрҙең барыһы ла йырлай, рәхәтләнеп бейей, ҡумыҙҙа оҫта уйнай. Ғөмүмән, халҡыбыҙҙың рухи байлығын һаҡлауҙа һәм таратыуҙа «Зарифа»ларҙың хеҙмәте бик ҙур. Йөрәктәре йәш, дәрттәре ташып тора, үҙҙәре һәр саҡ үҫеш, эҙләнеү һәм камиллашыу өҫтөндә даими эшләй.

«Зарифа», «Еҙ төймә», «Йәншишмә», «Йәшлек» ансамблдәре ауылда үткәрелгән барлыҡ сараларҙың уртаһында ҡайнай. Йыл да уҙғарылған район һабантуйында ла ансамбль бейей ҙә, гармунда ла сығыш яһай, сценарийҙарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Артабан да ошо ансамблдәрҙең йырҙары, дәртле бейеүҙәре, гармун, ҡумыҙ моңдары, яңғырап торһон, сәхнәләштергән халыҡ йолалары, уйындар йәштәрҙең күңеленә барып етһен, улар киләсәктә ансамблдең ижадын лайыҡлы дауам итеүселәр булһын.

Мәҙәниәт йортонда эшләп килгән «Оҫта ҡулдар» түңәрәгенә лә ҡатын-ҡыҙҙар теләп йөрөй. Матур итеп ҡул эштәре менән булышалар. Төрлө милли кейемдәр тергеҙәләр.

«Йәншишмә»ләр Республика күләмендә үткән «Башҡорт халыҡ балалар уйындары» конкурсында ҡатнашып, еңеүсе булып ҡайтты. Уҡыусыларҙы халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижады, йолалары менән таныштырыу ҙа һөҙөмтәһеҙ ҡалдырмай. Мәктәп, район, республика кимәлендә үткән төрлө сараларҙа ла улар әүҙем ҡатнаша.

«Йәшлек» халыҡ бейеү ансамбле лә бик әүҙем эшләй. Әленән-әле улар үҙҙәренең дәртле бейеүҙәре менән ауыл, район ғына түгел, Республика халҡын һөйөндөрә. Улар инде бер нисә йыл рәттән «Байыҡ» бейеү конкурсы лауреаты.

Рәсимә Халикова һәр ваҡыт эҙләнеү өҫтөндә булған, йөҙөнән йылмайыу китмәгән ихлас, тырыш, һәр эштән йәм табып йәшәй белгән шәхес. Ул 24 йыл ғүмерен мәктәп эшмәкәрлегенә бағышлай. Урында музей ойоштороуға ла күп көс һала. Мәҙәниәткә килгәненә бары тик 6 ғына йыл, шулай булыуға ҡарамаҫтан, хеҙмәтенең һөҙөмтәләре көндәй асыҡ. Бейеү, фольклор түңәрәктәре ағзалары төрлө бәйгеләрҙә ҡатнашып призлы урындар яулай. Үҙешмәкәр смотрҙарҙа йыл һайын 1-се урындарҙы бирмәй ансамблдәр. «Мин яратам тормошто» республика конкурсында «Еҙ төймә» ҡумыҙсылар ансамбле, «Зарифа»лар 1-се урын алһалар, бейеүселәребеҙ 2-се урын сыға. Мәсетле районында үткән Роберт Заһретдиновтың төбәк-ара ҡумыҙ бәйгеһендә «Йәншишмә» берекмәһе уҡыусылары 1-се урын яулап ҡайта. Ә улар араһында бер уҡыусы көмөш миҙалға лайыҡ була. «Зарифа» фольклор ансамбле лә унда призлы урын алып ҡайта. Шулай уҡ «Йәншишмә»ләр Республика кимәлендә үткән «Башҡортостан ынйылары» конкурсында 1-се урынға лайыҡ була.

«Еҙ төймә» халыҡ гармунсылар ансамбле Яңауыл районында бер нисә тапҡыр призлы, лауреат һәм дипломант исемдәре, Әбйәлил, Хәйбулла райондарында үткәрелгән гармунсылар бәйгеһендә беренсе урын яулап ҡайталар. Районда үткән барлыҡ конкурстарҙа ла призлы урынһыҙ ҡалмайҙар.

«Йәшлек» бейеү ансамбле лә төрлө кимәлдә үткәрелгән концерттарҙа, фестивалдәрҙә бик әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, улар «Бесәнселәр» бейеүе менән Мәләүез районында Фәйзи Ғәскәров исеменә Республика күләмендә үткәрелгән конкурста «Башҡорт халыҡ йолаларын, халыҡ кәсептәрен тергеҙеүсе» номинацияһында дипломант булып ҡайта. Быйыл Баймаҡ ҡалаһында Йәүҙәт Бикбирҙинға арналған конкурстан да ситтә ҡалманылар. Шулай уҡ онлайн рәүештә үткән халыҡ-ара конкурстарҙа ла улар оло ихласлыҡ менән ҡатнашып, призлы урындар яулай.

Ғүмерен ижадҡа бағышлап, кешеләргә рухи аҙыҡ өләшкән Рәсимә Әнүәр ҡыҙының уңыштарына һөйөнөрлөк. Сөнки хәҙер күп кенә ауылдарҙа мәҙәни усаҡтар һүнгән. Ә бит йөрәктәре янып, дәрттәре ташып торған йәштәрҙең, ихлас күңелле ололарҙың берҙән-бер осрашып, һөйләшер урыны ул – ауыл клубы. Ундағы һәр мәҙәни сара күпмелер дәрәжәлә тәрбиә биреү сараһы. Түбәнге Иҙрис мәҙәниәт йорто етәкселегенең эше миҫалында башҡалар ҙа эйәрһен ине. Сөнки таланттарҙың күпселеге ауылдан сыға. Сәхнәләрҙе береһенән береһе күңеллерәк саралар биҙәһен, ә ауыл эшсәндәренең рухы бай, күңеле көр булһын ине.

 

Рүзилә ВӘХИТОВА

 “Тамаша” журналы, №5-2022

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/tamasharb ҡушылығыҙ!

МӘҘӘНИ УСАҠТАР ҺҮНМӘҺЕН
МӘҘӘНИ УСАҠТАР ҺҮНМӘҺЕН
МӘҘӘНИ УСАҠТАР ҺҮНМӘҺЕН
МӘҘӘНИ УСАҠТАР ҺҮНМӘҺЕН
Автор:
Читайте нас