-21 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
МХО-лағыларға ярҙам
26 Декабрь 2025, 11:02

Йөрәк әрнеүҙәрен йырға һала

Бөгөн республиканың барлыҡ район һәм ауылдарында йөҙҙәрсә яугир әсәләре иҫәпләнә. Уларҙың һәр береһе ғәзиз улдарын яуға оҙатҡан, кемеһенең һөйөклө балаһы тимер табутта ҡайтҡан, икенселәре яраланған. Күптәре улдарынан бер генә һүҙ ишетеү өсөн көнө-төнө ҡулдарынан телефонын төшөрмәй, доғалар уҡып, ғәзиздәренең тиҙерәк бәйләнешкә сыҡҡандарын көтә. Яугир әсәләрҙе бер уй-теләк, уртаҡ ҡайғы-хәсрәт һәм киләсәккә ышаныс һәм өмөт берләштерә.

Йөрәк әрнеүҙәрен йырға һала
Йөрәк әрнеүҙәрен йырға һала

Хәйбулла районы Аҡъяр мәҙәниәт йорто янында барлыҡҡа килгән «Яугир әсәләр» вокал ансамблендә райондың төрлө ауылдарынан яугир әсәләр тупланған. Бөтәһе 12 әсә, шуларҙың өсәүһенең улдары яу яланында һәләк булған. Ансамблдең етәксеһе – Хәйбулла районы башҡорттары Ҡоролтайы рәйесе урынбаҫары, район ағинәйҙәр клубы етәксеһе, «Ҡош юлы» халыҡ фольклор һәм «Уҙамандар» ир-азаматтары вокал ансамблдәре етәксеһе, Сәсәндәр мәктәбе рәйесе Миңзифа Ишемғолова.

– Яугир әсәләрҙең ниҙәр кисереп, ниндәй уй-хәсрәттәргә тарыуы, төндәр буйы уларҙың йоҡламай, улдарынан бер һүҙ яҙыуын күҙҙәрен талдырып көтөүҙәрен улдары яуҙа булған әсәләр генә аңлайҙыр. Йөрәгендәге ут-ялҡынды ул ҡайҙалыр сығарып һөйләй ҙә алмай, кемгәлер серен дә сисеп бармай. Бары тик үҙе кеүек яугир әсәләр менән кисерештәре менән уртаҡлаша. Үҙем дә яугир әсәһе булараҡ, бындай күренеш күңелемә бик яҡын булғанлыҡтан, бер-беребеҙҙең рухтарын нығытырға терәк булайыҡ, барлыҡ ауырлыҡтарҙы бергә күтәрәйек, күңел әрнеүҙәрен моң аша еткерәйек, хәсрәттәребеҙҙе йыр таратһын тигән маҡсаттан сығып, ансамбль төҙөргә тигән уйға килдем. Үҙем бер нисә ансамблгә етәкселек итеүгә ҡарамаҫтан, «Яугир әсәләр»ҙе лә алып китермен тигән ышаныс ҙур булды. Райондың ауылдарын барлап, ундағы яугир әсәләрҙе яҙып, кемеһенең ансамблгә ҡатнашырға мөмкинлеге барлығын тәүҙә яҡынса ҡарап сыҡтым. Ауылдар аралығын да күҙ уңынан ысҡындырманым, сөнки Аҡъярға репетицияларға килергә лә кәрәк икәнлеген күҙ уңында тоттом. Шулай итеп бөтәһе 12 яугир әсәһен саҡырып, улар менән кәңәшләшеп, уй-фекерҙәрен ишеткәс, бер тауыштан «Яугир әсәләр» тигән исем ҡушып, репертуарға йырҙар һайланыҡ. Тәүге сығыштарҙы әҙерләнек. Дөрөҫөн әйткәндә, еңел булманы. Бер яҡтан бында көслө психолог та булыу кәрәк, икенсе яҡтан оҫта ойоштороусы, етәксе булараҡ та көс һәм хеҙмәт талап ителә. Бергә илаған саҡтар ҙа күп булды, шулай ҙа улдарыбыҙҙың ныҡлы ихтыярлы көсө беҙгә лә күсте, уларға рухи терәк һәм ышаныс күрһәтеү маҡсаты менән яугир әсәләр, уларҙың әсәйҙәре, сәхнәгә сығырға йөрьәт иттек, – ти Миңзифа Ибраһим ҡыҙы.

Әйткәндәй, ансамблдә сығыш яһаусыларҙың күбеһе тәүге тапҡыр сәхнәгә сыҡҡан. Аҙна һайын репетицияға ауылдарҙан килеүе бер аҙ мәшәҡәтле булһа ла, барыһы ла әүҙем ҡатнашҡан. Аҡъяр ауылынан башҡа, «Яугир әсәләр» ансамблендә Ивановка, Мәмбәт, Федоровка, Атингән, Һамар, Яңы Ергән ауылдарынан бар. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: яугир әсәләре улдары кеүек юғалып ҡалмаған, тәүге сығыштары менән Белорет ҡалаһында үткән «Мин яратам һине, тормош!» республика фестивалендә ҡатнашҡан. «Үҙебеҙ йырлайбыҙ, үҙебеҙ илайбыҙ, тамашсылар, баһалама ағзалары илай. Йырыбыҙҙы йөрәк аша башҡарып, барыһын да хайран итеп ҡайттыҡ», – ти яугир әсәләр. Ике тауышҡа йырлаған ансамблдең сығышын баһалама ағзалары ла бик юғары баһалай. Артабан «Яугир әсәләр» район һабантуйында сығыш яһай, Мишкә районында үткән «Ер ҡото» республика фестивалендә ҡатнаша. Үҙҙәренең аҡсаларына махсус рәүештә сәхнә кейемдәре тектерәләр. Шулай уҡ «Яугир әсәләр» ансамбле районда үткән «Ҡымыҙ-фест» фестивалендә ҡатнаша, үҙҙәренең көсө менән улдарының иҫән-һау ҡайтыуына ҡорбан салдыра.

Батыр улдар үҫтергән яугир әсәләрҙең бер нисәүһе менән яҡындан танышып китәйек. Әлфиә Илбаҡтина, Аҡъяр ауылынан. Улы «Бродяга» позывнойлы, 2022 йылдың сентябрендә өлөшләтә мобилизацияға эләгеп, яу яланына юллана. Яугир хәрби хеҙмәттә күрһәткән батырлығы өсөн «Батырлыҡ өсөн», Шайморатов миҙалдарына лайыҡ булған. Ике тапҡыр ҡаты яралана, Мәскәүҙә хәрби госпиталдә ята. Әлфиә апай улы янына госпиталгә бара, уны тәрбиәләй, аяҡҡа баҫтыра. «Ни тиклем йөрәгем тулы хәсрәт, улымды йәлләп илаған ваҡыттарымды уға күрһәтмәнем, уның алдында йылмайырға көс таптым, улыма ла был ғүмерҙең ни тиклем ҡәҙерле булыуын иҫбатларға тырыштым, нисек тә уға көслө булыуҙың өлгөһөн күрһәттем», – тип күҙҙәренә йәш ала.

Фёдоровка ауылынан Фәймә Абдуллина ла яҙмыш ҡуйған ауырлыҡтарға бирешмәй, I төркөм инвалиды булып ҡайтҡан Юлдаш улын баға. Улы – МХО ветераны. Яугир махсус хәрби операция биләмәһендә күрһәткән батырлығы һәм хеҙмәтенә тоғролоғо өсөн Суворов миҙалы менән наградланған. Биш балаға ғүмер биргән әсә әле алты ейәнсәргә һәм биш ейәнгә ҡәҙерле өләсәй ҙә.

Мәмбәт ауылынан Гөлкәй Мәмбәтованың улы Исмәғил 2022 йылда доброволец булып махсус хәрби операцияға юллана. Водитель булып йөрөгән яугир ауыр яраланып, Ростовта хәрби госпиталдә дауалана. Гөлкәй Ғәфүрйән ҡыҙының теләге бер: тиҙерәк һуғыш тамамланып, улдары иҫән-һау ғына ҡайтһын!

Яңы Ергән ауылынан Зөлфиә Туҡбаеваның да «Туҡбай» позывнойлы улы 2022 йылда мобилизияға эләгеп, яу яланына юллана. Азалия исемле ҡыҙы бар.

Зөлфиә Камил ҡыҙы ла биш балаға ғүмер биргән. Яугир «Туҡбай» ғаиләлә өсөнсө бала. Юнир улы Чечняла була, уның өсөн ҡайғырыуҙары онотолоп та бөтмәне, йөрәк яралары яңынан һулҡылдай, ти ул. Яугир әсәнең ете ейән-ейәнсәре бар.

Ивановка ауылынан Гөлсирә Бикбованың да күңел яралары әле уңалып бөтмәгән. Динис улы 2023 йылда махсус хәрби операция биләмәһендә батырҙарса һәләк була.

Яковлевка ауылынан Альмира Рәзәпованың 31 йәшлек улы Илгиз шахтала эшләй, дуҫтары махсус хәрби операцияла булғас, үҙенә тыныслыҡ таба алмай, үҙ теләге менән 2023 йылда МХО-ға юллана. Күп тә үтмәй батырҙарса һәләк була. Яугир әсәһе Аҡъярҙан йорт һатып ала һәм яугирҙарға гуманитар ярҙам туплауҙа ҙур ярҙам күрһәтә, ирекмәнлек менән шөғөлләнә.

Һамар ауылынан Рәзилә Бәҙретдинованың улы 2024 йылда контракт төҙөп, тыуған илен һаҡларға юллана. Ике ҡыҙы бар, оҙаҡ йылдар Бүребай тау-байыҡтырыу комбинатында эшләй. Бер тапҡыр ҡыҫҡа ваҡытҡа отпускыға ҡайтып китә, яраланып, Ростовта хәрби госпиталдә ята.

– Үҙем Һамар урта мәктәбендә завуч булып эшләйем, көндөҙ эштә бер аҙ ваҡыт үтә, әммә өйгә ҡайтҡас, уйҙар тынғылыҡ бирмәй. Уйҙарымды шиғыр юлдарына һалам, доғалар уҡыйым. Улымдан хәбәр килһә, тип телефонымды ҡулымдан ысҡындырған да юҡ. Уның ҡарарына ҡаршы килмәнек, ҡорбан салып, аят-доғалар уҡытып яуға оҙаттыҡ. Тиҙерәк һуғыштар бөтөп, яугирҙарыбыҙ иҫән-һау ғаиләләренә ҡайтһын, йорт-ил тыныс булһын, – ти Рәзилә Шәрифулла ҡыҙы.

Атингән ауылынан Мәҙинә Игебаева ике яугир әсәһе. «Башҡорт» һәм «Душман» позывнойлы улдары ата-олатайҙарының юлын лайыҡлы дауам итә. Олаталары Хөснөлхаҡ Игебаев 1951–1955 йылдарҙа дүрт йыл Украинала хеҙмәт итһә, Фәтих Игебаев ике йыл Харьковта әрме бурысын үтәй.

Кесе улы «Башҡорт» позывнойлы яугир Аҡъяр һөнәрселек училищеһын тамамлағас, хәрби хеҙмәткә саҡырыла, офицерҙар мәктәбен тамамлай. Хәрби өлкәне үҙ иткән егет 2007 йылда Тоцк ҡалаһында Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, ил алдында хеҙмәт итеүен дауам итә. Хәрби булараҡ төрлө яҡтарға командировкаларға йөрөй, Көньяҡ Осетияла ла, Сүриәлә лә булырға тура килә уға. Яугирҙың күкрәген «Сүриәлә хәрби операцияла ҡатнашыусы», «Хәрби хеҙмәттә күрһәткән батырлығы өсөн», «Сүриә Ғәрәп Республикаһында тыныслыҡ урынлаштырыу миссияһында ҡатнашҡаны өсөн», 2-се дәрәжә «Хәрби батырлыҡ өсөн», «Хәрби ҡаҙаныштары өсөн», «Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы» һәм «Жуко» миҙалдары биҙәй.

Икенсе улы 2023 йылдың июнендә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп алғы һыҙыҡҡа юллана. Хәрби хәрәкәттәр барышында күрһәткән батырлығы өсөн Генерал Шайморатов миҙалы менән бүләкләнә, ҡаты яралана, госпиталдә дауалана.

«Яугир әсәләр» вокал ансамбле етәксеһе Миңзифа Ишемғолова өс баһадирҙай улға ғүмер биргән әсәләрҙең береһе. Ҙур улы 2024 йылда үҙ теләге менән контракт төҙөй һәм махсус хәрби операцияға юллана. «Бизон» позывнойлы яугир алғы һыҙыҡта яралана, госпиталдә дауалана. «Хәрби батырлыҡ» миҙалына лайыҡ була.

Яугир әсәләре… Оло йөрәкле, сабыр, түҙемле, ғәзиз улдары өсөн минут һайын өҙгөләнеп уларҙы көткән әсәләргә һоҡланмай мөмкин түгел. Ҡайғы-хәсрәттәргә күмелмәй, киреһенсә, йөрәк әрнеүҙәрен йыр-моңға һалырға үҙҙәрендә көс тапҡан «Яугир әсәләр» ансамблендәге әсәйҙәр икеләтә һоҡланыу һәм хөрмәткә лайыҡ. Тиҙерәк һуғыш бөтөп, уландарығыҙ иҫән-һау ҡайтһындар, артабан йырҙарығыҙ тик шатлыҡлы ноталарҙа ғына дауам итһен!

 

Кәримә Усманова,

Хәйбулла районы.

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/tamasharb ҡушылығыҙ!

Автор:
Читайте нас