“Милли бейеүҙәр – эске донъябыҙҙы аса”
Башҡорт халҡы борон-борондан нескә күңелле һәм яугир рухлы булып формалашҡан. Бер ҡулында ҡурайы булһа, икенсеһендә ҡылысы уйнап торған. Бөгөн дә махсус хәрби операция биләмәһендә, контртеррористик операция биләмәләрендә егеттәребеҙ араһында төрлө яҡлап һәләтле яҡташтар бихисап. Араларында профессиональ артистар ҙа юҡ түгел: Башҡортостандың халыҡ артисы Радик Динәхмәтов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фларид Бирғәлин, Марсель Фархетдинов, Сибай егеттәре... Был тәңгәлдә Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең дә үҙ геройы бар.
Руслан Әбделмәнов бәләкәй сағынан уҡ бейеүсе булырға хыяллана. Әлбиттә, баланы ымһындырырлыҡ бейеү йүнәлештәре күп: балет, брейк-данс, хип-хоп. Әммә ул милли бейеүҙе үҙ итә.
– Яҡын туғандарым бейемәһә лә, бәлки быуынымда бейеүселәр барҙыр, нисек кенә булмаһын, мин үҙемде белгәндән алып халыҡ бейеүҙәрен оҡшаттым, башта өйҙә генә бейеһәм, аҙаҡ ансамблдә шөғөлләнә башланым, – тип бәйән итә һайлаған һөнәре һәм булмышы хаҡында Руслан. – Беҙҙең бейеүҙәрҙә, минеңсә, бөтә тормош сағыла, әллә ҡасан барлыҡҡа килгән был әҫәрҙәр беҙҙең бөгөнгө характерҙы, бер-беребеҙгә мөнәсәбәттәребеҙҙе, хыялдарыбыҙҙы асып һала, иң мөһиме, эске донъябыҙҙа ниндәй булыуыбыҙҙы һәм ниндәй булырға тейешлегебеҙҙе күрһәтә! – тип тә өҫтәй йәш солист.
Тыуып үҫкән Мәләүез ҡалаһында “Көнгәк” балалар бейеү ансаблендә халыҡ бейеүҙәре серҙәренә төшөнә ул, мәктәптән һуң да ҡайҙа уҡырға барырға тигән уй мейеһен бырауламай, туп-тура Стәрлетамаҡҡа Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжына белем алырға килә.
Әле колледжа уҡығанда уҡ Стәрлетамаҡ бейеү театры менән хеҙмәттәшлек итә. Ә ҡулына диплом алған йәш белгесте аҙаҡ эшкә ихлас ҡаршы алалар.
– Башҡортостандың халыҡ артисы Рәил Лоҡманов, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, театрҙың етәксеһе Эльвира Дауытова, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рим Асҡаров – коллегаларым ғына түгел, ысын мәғәнәһендә остаздарым, ҡасандыр “Көнгәк”тә, колледжа алған һабаҡтарҙы нығытып, улар бейеүҙең тәрән мәғәнәһен аңларға, бейеүсе булараҡ камиллашырға ярҙам итә. Бейеү театрында күп тә эшләп өлгөрмәнем, әллә күпме гастролдәргә барҙым, төрлө әһәмиәтле концерттарҙа, конкурстарҙа ҡатнаштым, – тип һөйләй Руслан яратҡан эше тураһында.
“Хоҙай Тәғәләнең бер билдәһелер был”
Эш тигәндән, баштараҡ билдәләп киткәнсә, уға төп хеҙмәт урынынан бер аҙға айырылып, хәрби хеҙмәт үтергә лә насип була. Ватаны алдындағы бурысты ул былтыр үтәп ҡайта. Хәрби хеҙмәт юлында бөгөнгө дошман менән күҙгә күҙ осрашырға ла тура килә.
– Курск өлкәһенә командировкала инек. Гражданлыҡ объекттарында һаҡта торабыҙ, кешеләргә эвакуацияла ярҙам итәбеҙ. Әммә һәр саҡ уяу һәм яуға әҙер булырға тейешбеҙ, дошман менән осрашыу һәр минутта булыуы ихтимал. Шулай килеп сыҡты ла, улар ҡапыл ут яуҙыра башланы. Снарядтар менән пулялар ярышып осалар ине... – тип иҫләй ул мәлдәрҙе кисәге һалдат. Әммә ошо тиклем мәшхәр эсендә юғалып ҡалмай башҡорт егете, хәрби бурысын үтәргә ашҡына, ашыға.
Ҡаты яраланыуҙан һуң бер нисә госпиталдә дауалана ул, аяҡҡа баҫып, хәрби бурысын үтәп, яратҡан эшенә ҡайта.
– Снаряд ярсығы аяҡҡа эләккәс, башта сәхнәгә сыға алмаҫмынмы икән тип хафаланғайным, операция яҡшы үтте, төҙәлде. Хоҙай Тәғәләнең бер билдәһелер был. Тимәк, минең сәхнәлә үтәй торған миссиям тамамланмаған, шуға бейеүсе булмышына хыянат итмәй эшләргә тейешмен, эшләйәсәкмен! – тип йылмая Руслан Әбделмәнов. Әйткәндәй, ул күптән түгел “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградланған. Был, әлбиттә,
Президентыбыҙ Владимир Путин ҡарары буйынса, контртеррористик операцияла ҡатнашыусы яугирҙарҙы ла МХО ҡатнашыусыһы категорияһына индереү һөҙөмтәһенән килә.
Миссия тамамланмау түгел, башланып ҡына тора әле. 23 йәшлек кенә бейеүсенең мөмкинлектәре лә күп, хыялдары ла барҙыр, әлегә буйҙаҡ та өҫтәүенә. “Ҙур ҡалаларға ҙур ансамблдәргә барырға уй юҡмы?” – тип сәменә тейгәс, ул йәнә мәғәнәле итеп яуап бирҙе:
– Һәр кемдең үҙ бурысы, үҙ урыны. Миңә Стәрлетамаҡ та, эшләгән коллективым да бик оҡшай, ошо ҡалала, республикала эшләргә һәм йәшәргә теләйем, ҡалала фатир ҙа алып өлгөрҙөм, был етди аҙым, тимәк күңелем менән ошонда төпләнергә ҡарар иткәнем! – тине йәш ижадсы.
Ысын йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр ҡалабыҙҙа милли бейеү сәнғәте артабан да йәшәренә, үҫешеренә өмөттәр ҡабыҙмай ҡалмай. Русланға һайлаған юлында тик уңыштар ғына насип булһын!
Рәмил МАНСУРОВ.
Сергей ПРОНИН фотоһы.
Һүрәттә “Башҡорт маршы” күренеше.