Декабрь баштарында Пермь төбәгендә Башҡортостан Республикаһының автономия алыуының 100 йыллығына бағышланған мәҙәни һәм мәғлүмәт акциялары уҙғарылды.
Акцияла Башҡортостан Республикаһының Милли музейы "Башҡорт автономияһы һәм Ә.З. Вәлиди" тигән күргәҙмә ойошторҙо. Сара Пермь төбәге башҡорттары Ҡоролтайы, Пермь губернаторы администрацияһы, Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Төбәк-ара "Ғәйнә" башҡорттары ырыуы ойошмаһы һәм Пермь төбәгенең үҙешмәкәр ижади коллективтары тарафынан ойошторолдо.
Акция 7 декабрь көнө Пермь төбәгенең Куединск районының мәҙәниәт йортонда башланып китте һәм был сарала Башҡортостан Республикаһының Милли музейы "Башҡорт автономияһы һәм Ә.З. Вәлиди" тигән күргәҙмә ойошторҙо. Башҡортостан Республикаһы Милли музейының ғилми хеҙмәткәрҙәре Илдар Шәрипов һәм Тимур Трофимов күргәҙмә буйынса экскурсиялар үткәрҙе. Бынан тыш килгән ҡунаҡтарға Илдар Шәрипов башҡорт халҡының милли музыка уйын ҡоралы ҡурай эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе һәм яңы эшләнгән ҡурайҙа халыҡ көйҙәрен уйнап күрһәтте. Акцияға килеүсе ҡунаҡтар музей хеҙмәткәрҙәренә Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарын бирҙеләр. Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары йырсы Заһир Иҫәнсурин, ҡурайсы Салауат Хәлилов үҙҙәренең сығыштары менән тамашасыларҙы ҡыуандырҙы. Сәхнәлә Башҡортостандың профессиональ артистары менән бергә Пермь өлкәһенең үҙешмәкәр ижади коллективтары ла сығыш яһаны.
Башҡортостан Республикаһының Милли музейының "Башҡорт автономияһы һәм Ә.З. Вәлиди" күргәҙмәһе үҙенең эшен икенсе көндә Пермь төбәгенең Чернушка ҡалаһының Леонид Леонардович Миль исемендәге Чернушка музыка мәктәбендә Башҡортостан Республикаһының автономия алыуының 100 йыллығына бағышланған мәҙәни һәм мәғлүмәт акцияһында, ә артабан Пермь төбәгенең Барда ауылында "Ғәйнә башҡорттары тарихы һәм бөгөнгөһө" тип исемләнгән фәнни-практик конференцияһында дауам итте. Был конференцияла Башҡортостан Республикаһының, Пермь һәм Свердловск өлкәһенең алдынғы ғалимдары: тарих фәндәре кандидаты, "Шәжәрә" Башҡортостан тарихи мираҫын өйрәнеү үҙәге директоры, "Башкортостан" дәүләт унитар предприятияһының теле-радио компанияһының танып белеү тапшырыуҙары редакцияһы етәксеһе, Салауат Хәмиҙуллин, филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Фәнил Күзбәков, филология фәндәре кандидаты Тарих һәм дәүләт идара итеү институтының тарих, археология һәм этнология кафедраһы доценты Искәндәр Сәйетбатталов һәм башҡа ғалимдар ҡатнашты.
Конференция ултырышынан һуң ҡунаҡтар өсөн Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артистары һәм Пермь өлкәһенең үҙешмәкәр ижади коллективтары тарафынан концерт ҡуйылды. Башкортостан Республикаһының Милли музейы ойошторған "Башҡорт автономияһы һәм Ә.З. Вәлиди" күргәҙмәһе Пермь төбәге халҡында башҡорт халҡының тарихына һәм мәҙәниәтенә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.