-2 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар

"Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ..."

«Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ, һалдыр, егет, эйәр ҡашыңа» Башҡорттар борон-борондан Урал тауының ҡаҙылма байлыҡтарын, аҫылташтарҙы киң ҡулланған. Таштарҙы, ғәҙәттә, биҙәү әйберҙәре сифатында файҙаланғандар. Башҡорттар айырыуса аҡыҡ ташын яратҡан.

Башҡортостан Республикаһының
100 йыллығын ҡаршылап
«Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ,
һалдыр, егет, эйәр ҡашыңа»
Башҡорттар борон-борондан Урал тауының ҡаҙылма байлыҡтарын, аҫылташтарҙы киң ҡулланған. Таштарҙы, ғәҙәттә, биҙәү әйберҙәре сифатында файҙаланғандар. Башҡорттар айырыуса аҡыҡ ташын яратҡан. Урыҫ телендә ул сердолик тип атала. Аҡыҡ (сердолик) – ҡыҙыл йәки ҡыҙғылт һары төҫтәге аҫыл таш. Боронғо вулкан процесстары һөҙөмтәһендә, йәғни лаваның ҡыуығында, ирегән таштарҙың ҡушылмаһынан барлыҡҡа килгән, тиҙәр. Башҡорттарға аҡыҡты ҡулланыу йолаһы Ислам дине менән килеп ингән. Сөнки аҡыҡтың ғәрәп-фарсы һүҙе булыуы ла ошоға ишаралай. Аҡыҡ борон-борондан мосолмандарҙың яратҡан ташы һанала. Бәйғәмбәр Мөхәммәт ғәләйһисәләм уң ҡулының сәтәкәй бармағында аҡыҡ ҡашлы йөҙөк кейеп йөрөгән, тиҙәр. «Кем аҡыҡ ҡашлы йөҙөк тағып йөрөй, ул һәр саҡ рәхмәт һәм шатлыҡта булыр», – тигән имеш Мөхәммәт бәйғәмбәр ғәләйһисәләм.
Аҡыҡты ғәҙәттә ҡатын-ҡыҙ кейемендә, алҡа, көмөш сулпыларҙың ҡашына, йә булмаһа селтәрҙәргә ҡуйғандар. Аҡыҡ шулай уҡ ир-аттарҙың бай итеп биҙәлгән ҡәмәрендә (көмөш, аҫылташтар менән биҙәлгән билдек) ҡулланылған. Бынан тыш, аҡыҡ ҡашлы йөҙөктәр булған.
Башҡорттарҙың инаныуҙары буйынса, аҡыҡ – күҙ тейеүҙән, йыландан, үлемдән һаҡлаусы таш. Ҡурсалау маҡсатынан йәш килендәргә аҡыҡ ҡашлы йөҙөк, беләҙек йөрөтөргә ҡушҡандар. Мөһөрлө аҡыҡ тип башҡорттар йөрәк һүрәтенә килтереп, көмөштән бәләкәй генә ай, йондоҙ ҡуйып эшләнгән аҡыҡ ташын ҡулланған. Ул ырым буйынса йөрәк ауырыуынан дауа итеп файҙаланылған.
XVII–XVIII быуаттарҙа Төркиә һәм Фарсы илендә, хужаһының исеме яҙылған, аҡыҡ ҡашлы йөҙөк киң таралған булған. Ул ҡурсалаусы шәхси талисман һаналған. Бындай йөҙөктәр Башҡортостанда ла киң ҡулланылған, башҡорт старшиналары, кантон башлыҡтары (түрәләре) тағып йөрөр булған.
Аҡыҡтың ҡурсалау көсөнә эйә булыуы тураһындағы башҡорттарҙың инаныуы «Абдрахман» исемле башҡорт халыҡ йырында ла телгә алына. Унда ошондай юлдар бар:
Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ,
Һалдыр, егет, эйәр ҡашыңа...
Был йыр 1820–1826 йылдарҙа 6-сы Башҡорт кантоны башлығы булып торған Абдрахман Биктимеровҡа бағышланған. Ул хәҙерге Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылынан булған. Абдрахман кантон ялыу арҡаһында Сенат тарафынан хөкүмгә тарттырыла. Ошо ваҡиғаларға бәйле ижад ителгән ошо йырҙа автор кантон башлығы Абдрахман Биктимеровҡа былай тип мөрәжәғәт итә:
Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ,
Һалдыр, егет, эйәр ҡашыңа.
Атам дуҫы тиеп ышанма, егет,
Атаң дуҫы етер башыңа.
Йәғни, йырҙың авторы, билдәһеҙ сәсән, Абдрахман кантонға эйәр ҡашын ун аҡыҡ менән биҙәп, кешеләрҙең яуызлығынан, яман һүҙҙәренән, үлемдән һаҡланырға һәм кеше һүҙенә ышанмаҫҡа кәңәш бирә. Был йырҙа башҡорттарҙың аҡыҡ ташының ҡурсалау көсөнә инаныуы асыҡ сағыла. Йырҙың икенсе һәм өсөнсө куплеттарында Абдрахман кантондың биргән кәңәштәрҙе тотмауы, шуның арҡаһында бәләгә тарыуы хаҡында бәйән ителә.
Унар ғына һумлыҡ ун аҡыҡлы
Эйәрең булыр, егет, ат булһа.
Яҡын күргән дуҫтан яманы юҡ,
Ауыр саҡта һиңә ят булһа.
Унар ғына һумлыҡ, ай, ун аҡыҡ –
Кәрәге лә юҡ эйәр ҡашыңа:
Атам дуҫы, тиеп ышандың, егет,
Шул дуҫ етте һинең башыңа.
Башҡорттар аҡыҡ, тип тик сердоликты ғына атамаған. Аҡыҡ исеме бер төркөм таштарға ҡулланылған. Мәҫәлән, агат, ониск таштарын да башҡорттар аҡыҡ, тип йөрөткән. Опалды халҡыбыҙҙа аҡ аҡыҡ, тип атағандар. Сердолик менән бер рәттән был таштарҙы ла улар биҙәүес әйберҙәр булараҡ киң ҡулланған.
Азат ЯРМУЛЛИН
Читайте нас: