Бөйөк Еңеү көнө алдынан Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы Журналистар союзы менән берлектә 1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 77 йыллығына арналған «Геройҙар иҫтәлегенә. Быуындар бәйләнеше» хәрби-илһөйәрлек конкурсын ойоштора.
Маҡсаты – йәш быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, Рәсәйҙең бөйөк тарихына ихтирам тәрбиәләү, ғаилә традицияларын, туғанлыҡ бәйләнештәрен нығытыу; уҡыусыларҙың һәм студенттарҙың тыуған ил, тыуған төйәк, ғаилә тарихы тураһында белемен киңәйтеү; быуындар араһындағы бәйләнеште һәм Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан өлкән быуындың ҡаһарманлығы тураһында тарихи хәтерҙе һаҡлауға булышлыҡ итеү.
Конкурс эштәренең (иншалар, әҙәби этюдтар, эсселар) геройҙары яҡын туғандар (өләсәй-олатайҙар), тыл хеҙмәтсәндәре, уҡытыусылар, күршеләр, таныш хәрбиҙәр һәм башҡалар булырға мөмкин. Ғаиләлә быуындар бәйләнешен сағылдырған фотоһүрәттәр, рәсемдәр, хаттар, документтар ҡулланырға була.
Дөйөм белем биреү ойошмаларының 5-11-се класс уҡыусылары өсөн конкурс өс этапта уҙғарыла:
Мәктәп этабы. Башҡортостан Республикаһының белем биреү ойошмаларында жюри ағзалары ойоштора.
Муниципаль этап. Башҡортостан Республикаһының муниципаль берәмектәрендә жюри ағзалары үткәрә.
Республика этабы. Конкурстың төбәк эксперт советы ағзалары ойоштора.
Һәр муниципаль берәмек конкурстың республика этабына муниципаль этап еңеүсеһенең бер генә эшен тәҡдим итергә хоҡуҡлы.
Автор:Ләйлә Аралбаева