-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
30 Май 2020, 17:43

Хыялланығыҙ! Хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн тырышығыҙ!

-ти хыялдан ысынбарлыҡ яһаусы етмеш төрлө һөнәр эйәһе Илдар Юнысов.Күҙ ҡыуандырыр, күңел ҡанатландырыр, ябай ғына ағас киҫәген, ҡайырыһын, ҡайын туҙын ҡарап туйып булмаҫлыҡ мөғжизәгә әүерелдерер оҫта ҡулдары менән генә түгел, өҙҙөрөп гармунда уйнауы, моңло итеп йырлауы менән дә әсир итеүсе ир-уҙаман йәшәй Хәйбуллала.Ғәлиәхмәт урта мәктәбе уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының Почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Илдар Танһыҡ улы Юнысов тураһында тулыраҡ "Тамаша" журналының июнь айында сығасаҡ 3-сө һанында уҡырһығыҙ.

Мәктәптә уҡыған йылдар минең һәләттәремде үҫтереүҙә ҙур урын алып торҙо. Һүрәт төшөрөү серҙәренә төшөндөрөп, тыумыштан булған һәләтемде камиллаштырыуға күп көс һалған, йылы һүҙҙәре менән ҡанатландырған Әбеш урта мәктәбенең рәсем һәм хеҙмәт уҡытыусыһы, остазым, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ишемғолов Сәлим Нуретдин улына йөрәгемдә ҙур хөрмәт йөрөтәм. Ул үткәргән дәрестәр һаман күңел түрендә һаҡлана. Минең һөнәр һайлауымда ла уның роле ҙур булды. Иҫләйем, 7-се класта уҡыған сағымда, сираттағы рәсем дәресенән ҡанатланып ҡайттым да: "Мин ҙурайғас, Сәлим ағай кеүек рәсем уҡытыусыһы булам!" – тип әйттем. Ниәтем тормошҡа ашты, хыялыма нигеҙ һалған уҡытыусыма, тырышып-тырышып хыялдан ысынбарлыҡ яһаусы үҙемә рәхмәтлемен. Остазым Сәлим ағайға үҙе иҫән саҡта күңелемдә йөрөткән рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп өлгөрә алғаныма ҡыуанам. Был миңә бик мөһим ине.
Хәҙер, үҙем уҡытыусы булараҡ, уҡыусыларыма һәр саҡ нотоҡ итеп әйтәм:
– Хыялланығыҙ! Хыялдарығыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн тырышығыҙ!
Читайте нас: