

Күп яҡлы талантлы Айгиз тик бейеү менән генә ҡәнәғәтләнмәй, КВН-дарҙа ҡатнаша, фольклор түңәрәктәренә йөрөй. 5-се класта уҡыған сағында, атай ҡаны тартып, йырларға әүәҫ булып китә. Атаһы бик матур итеп халыҡ йырҙарын башҡарһа, ҡартатаһы скрипкала уйнап, ауылдаштарын ҡыуандырыр булған.
Беренсе вокал уҡытыусыһы Әнисә Әсхәт ҡыҙына ла йыр-моңға һөйөү тәрбиәләгән өсөн рәхмәтле Айгиз. Күптәр «Йырсы кеше ярлы була, ғаиләһенән уңмай» тип, кире ҡаҡһа ла, йыр-моңға ғашиҡ егет тормошон сәнғәт менән бәйләргә ҡарар итә. Төпкөлдә, урман-тауҙар араһында урынлашҡан тыуған ауылы Аҡназарҙы ҡалдырып, Айгиз Сибай сәнғәт колледжына уҡырға инә. Дүрт йыл унда сәнғәт серҙәрен эстәгәс, юғары белем алырға теләп, баш ҡалаға юллана. Армия сафтарына саҡырылғас, Мәскәү өлкәһендә Росгвардияла хеҙмәт итә. Йыр һәм бейеү ансамбленә барып эләккәс, үҙ тәрилкәһенә барып төшкән алмалай, рәхәтләнеп, һалдат бутҡаһына йыр-моң ҡушып, хеҙмәт итә ул. Армиянан ҡайтҡас инде, Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инеп, вокал бүлегендә, академик йыр йүнәлешендә белемен камиллаштырып, әлеге мәлдә лә студент һурпаһы һемерә йәш йырсы. Йүнсел, егәрле, ихлас егетте һәр саҡ төрлө концерттарға, мәҙәни сараларға саҡырып торалар. «Юлдаш» радиоһында музыкаль мөхәррир булып та эшләп өлгөрә ул. «Юлдаш плюс» йәштәр радиоһын етәкләй, плейлистар төҙөй, ғөмүмән, йыр-моңһоҙ үҙенең тормошон күҙ алдына ла килтерә алмай ул. Кумиры – Иҙрис Ғәзиевтың йырҙарын бик ярата, унан өйрәнә, өлгө ала. Композиторҙарҙан Рим Хәсәнов ижадына ғашиҡ. Күптән түгел, данлыҡлы композитор исемендәге фестивалдә II дәрәжә лауреат исемен яулай Айгиз.
– Рим Хәсәновтың йырҙарын яратып тыңлайым, үҙем дә уның менән ижадташ булғаныма шатмын. Уның ижад иткән йырҙарын яратып башҡарам. Бигерәк тә «Онота алмам», «Минең әсәй гөл ярата ине», «Мәңгелек мөхәббәт» һәм башҡа күп йырҙары күңелемә яҡын. Яратҡан композиторым менән күрешеп-аралашыу, унан хуплау һүҙҙәре ишетеү үҙе бер оло тантана, күңел байрамы булды минең өсөн, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты йәш йырсы.
Һәр төрлө йыр бәйгеләрендә ҡатнашып, күп тапҡырҙар лауреат булып, уңышлы сығыш яһай Айгиз. Киләсәктә лә башҡорт йырҙарын сәхнәләрҙән яңғыратып, башҡорт моңон йәшәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя, үҙен һәр йәһәттән үҫтерә Айгиз Килдебаев.
«Юлдаш»тар ғына түгел, бик күптәр уның телде йоторлоҡ итеп бешергән торттарына ла ғашиҡ.
Йырлай-йырлай тәмлекәстәр бешереүсе егеттән был матур шөғөлө хаҡында ла ҡыҙыҡһынып, һорауҙар бирҙем.
– Айгиз, ни өсөн егеттәр араһында һирәк таралған был тәмле һөнәргә тотонорға булдың?
Ҡыҙыҡ мәҡәләне тулы килеш "Тамаша" журналының яңы август һанында уҡырһығыҙ.