+4 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һәләтле йәштәр
26 Март , 10:06

Матур оя!

Күмертау ҡалаһындағы Мөхәмәт Исҡужин исемендәге прогимназияның I "Б" синыфы уҡыусыһы Вадим Ишҡоловтың атаһы менән бергәләп эшләгән ояһы. Сыйырсыҡтарға оҡшар, тип уйлайбыҙ, тигән малай. Афарин! Матур килеп сыҡҡан.

Матур оя!
Матур оя!

Яҙ менән бергә сыйырсыҡ ояһы элеү ваҡыты ла етә. Ә бына шул ояларҙың тарихы менән ҡыҙыҡһынғанығыҙ бармы?

Сыйырсыҡтарға «өй» тәүге тап­ҡыр бынан мең йыл тирәһе элек Һиндостанда эшләнгән тип һанала. Ә Европала беренсе оялар Бельгия биләмәһендә табыл­ған. Улар балсыҡтан яһалған булған һәм XVI быуатҡа ҡарай. Был ҡош оялары көршәк формаһында һәм бер яғы ағас­ҡа беркетеү өсөн тигеҙ булған. Ә бына ағастан уларҙың иң тәүгеләре Рәсәйҙә эшләнгән. Әлеге көндә музей­ҙарҙа XVIII – XIX быуатҡа ҡараған оялар­ҙы тап итергә була. Уларҙы яһау Пётр I заманында башланған бу­лыр­ға тейеш. Сөн­ки батша Европа булап сәйәхәттә йөрөгән саҡта күреп ҡы­ҙыҡһынған һәм ҡайтҡас, шул эште ойошторған.
СССР заманында мәктәп уҡыусыларын ҡоштарҙы хәстәрләү эшенә йәлеп итеү өсөн хеҙмәт дәрестәрендә сыйырсыҡ ояларын эшләү ҡаралған. Бының менән малайҙар – буласаҡ ир-егеттәр – ағасты бысырға, йышырға, юнырға, сөй ҡағырға өйрәнгән.
Бына әле сыйырсыҡ ояһы ҡуя торған ваҡыт та етте. Күптәрҙең электән эленгәндәре тора, кемдер яңыны яһай һәм ҡошсоҡтарҙың ҡайтыуын көтә.
 
"Йәншишмә" гәзите "Оя бүләк итәйек" тигән матур конкурс иғлан иткән: https://vk.com/wall-45440006_68742
Конкурсҡа эштәр 31 мартҡа тиклем ҡабул ителә! Һуңынан еңеүселәр билдәләнәсәк. Бер ҡатнашыусыны тауыш биреү ярҙамында һеҙ үҙегеҙ һайлайһығыҙ. Икенсе еңеүсене (йә еңеүселәрҙе) редакция хеҙмәткәрҙәре билдәләй.
 

Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/tamasharb ҡушылығыҙ!

 
Матур оя!
Матур оя!
Матур оя!
Матур оя!
Автор:
Читайте нас