Ҡурайһыҙ торған көнөм юҡтыр, ул – минең «икмәгем» дә, моңдашым да, юлдашым да, – ти йәш ҡурайсы.
Әйткәндәй, күптәрҙә Иҙел йырсы, ҡурайсы Юнир Һағынбаевтың ҡустыһымы тигән һорау тыуа. Эйе, улар ике туғандар. Буранбай ауылы һауаһын һулап, Һаҡмар һыуын кисеп, Фәттәх Аралбаевтан тәүге дәрестәр алған егеттәр улар. Таланттарға бай ғәжәйеп һәм ғәзиз тыуған ерҙәренең данын ҡурай аша тартыусылар.
Иҙел "Тамаша" журналының яңы февраль һаны тышлығын биҙәй - һөйөнсөләрбеҙ киләһе аҙна, журнал сыҡҡас))
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/tamasharb ҡушылығыҙ!