Күптән түгел генә үҙенең 20 йәшлек юбилейын билдәләгән йәш йырсының тиҙ арала тамашасыларҙың йөрәген, һөйөүен яулап өлгөрөү сере нимәлә икән? Үҙенең сағыу стиле һәм харизмаһы менән алдырып, ул гастролдәрҙә уңышлы сығыш яһай һәм популярлыҡ яулауын дауам итә. Арыҫлан тормошҡа сабыйҙарса һөйөү, ышаныс мәнән ҡарай. Уның холоҡ-фиғелендә лә, ҡыланышында ла, һөйләүендә лә, йырлау манераһында ла был эскерһеҙлек күренә. Шуға ла талапсан тамашасы уны үҙ итеп, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә йәштәрҙең кумирына әйләнде. Заман эстрадаһы талаптарына ярашлы, йыш ҡына тышҡы ҡиәфәте менән эксперименттар үткәрә һәм үҙенең образы өҫтөндә туҡтауһыҙ эшләй BABY Ti.
Башҡортостандың мәҙәниәт донъяһында үҙҙәрен һоҡланғыс ғаилә итеп танытҡан, сағыу таланттары менән дә, һоҡланғыс кешелек сифаттары менән дә ихтирам һәм хөрмәт яулап, башҡорт эстрадаһында күптән танылыу яулаған билдәле артистар – Нәсимә һәм Азамат Тимеровтарҙың кесе улдары Арыҫландың псевдонимы ла ошо хаҡта белдереп тора. «BABY Ti» (Baby – кесе, бәләкәс, Ti – Тимеров).
Йыр-моңдо юлдаш итеп йәшәгән ғаиләлә маҡсатлы ике ул үҫкән. Кинйә бала булып, һөйөлөп кенә ҙурайған Арыҫлан ижад юлында ҙур таяныс булған Урал ағаһына һәр саҡ рәхмәтле. Ремейктар эшләгәндә, заман йәштәренең күңеленә үтеп инә алырлыҡ клиптар төшөргәндә лә үҙенең кәңәштәре, ғәмәлдәре менән дә, фото-видеоаппаратураны оҫта ҡуллана белеүе менән дә бик ҙур ярҙам күрһәтә Урал Тимеров кесе туғанына.
Әсәһе – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Морат ҡыҙы күптән инде дин юлына баҫып, биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмай уҡып, ғаиләһенә бәрәкәт, күңел тыныслығы әйләүсе.
– Үҙе лә иман юлында булған әсәйебеҙ беҙгә «иң әүәл иман», тигән төшөнсәне һеңдергән. Уның «Иң беренсе урында Аллаһы Тәғәлә тора, ниндәй генә эште башлаһаң да, «бисмиллаһ» әйтеп башла, уның биргәненә шөкөр итеп, рәхмәтле бул» тигән нәсихәте мине бөтә башланғысымда оҙата йөрөй. Әсәйем матур, иркә һүҙҙәр менән генә яратып, наҙлап үҫтерҙе. Әле лә, егет ҡорона етһәм дә, бәләкәй бала кеүек, ныҡ итеп һөйөп ала, күрәһең, әсәйҙәргә был бик мөһимдер. Ағайым менән икәү үҫкәс, шуҡлыҡтарыбыҙ ҙа етерлек булғандыр, әммә әсәй беҙҙе бер ваҡытта ла ҡаты итеп шелтәләмәне. Үҙен йомшаҡ мөғәләмәләмен типтер инде, атайҙы талапсаныраҡ булырға өгөтләй ине. Әммә дөрөҫ тәрбиә биреү маҡсатында ул ҡаты һүҙен дә әйтә белә. Хәҙер инде, үҙем дә ғаиләле булғас, яратҡан кәләшемә лә иптәш, серҙәш, кәңәшсе ул беҙҙең әсәй. Уға оҡшап кәләшем Айгүзәл дә бик итәғәтле, иманлы, уның кеүек тәмле аштар бешерә», – ти, талантлы балаһына ҡанат ҡуйып, бөтә башланғыстарын да аңлап ҡабул иткәне өсөн әсәһенә рәхмәтле Арыҫлан Тимеров.
Иң отошло, иң ҡиммәтле дәрестәрҙе атаһынан алыуы хаҡында ғорурланып белдерә BABY Ti. Башҡорт халҡының алтын аҡылында йәшәгән «Атанан күргән – уҡ юныр, әсәнән күргән – тун бесер» тигән матур мәҡәл Тимеровтар ғаиләһе миҫалында асыҡ сағыла. Халыҡ йырҙарын йырлап ебәргәндә Арыҫланды яратып: «Атаһының балаһы!» – тиҙәр бит.
– Атайым минең өсөн иң беренсе, ысын кумир. Унан һуң ғына башҡалар, икенсе – алыҫыраҡ кумирҙар. Йырсы булараҡ та, тормош серҙәрен өйрәтеүсе ир-азамат булараҡ та, тауышты дөрөҫ ҡуйырға, дөрөҫ йырларға өйрәтеүсе остаз булараҡ та, кешеләр менән ихлас аралаша, уларҙың һөйөүен, һоҡланыуын яулап мөғәләмә итә белеүсе кеше булараҡ та, миңә өлгө ул. Атайыбыҙҙы – халыҡ аҡылы, халыҡ педагогикаһы. Ундай тәрбиә алымдары иҫкермәй. Киләсәктә уның кеүек һәр ерҙә көтөп алынған, һәр кемгә аҡыллы кәңәш бирә алған, һәр саҡ юморға бай, үҙе менән позитив йөрөткән шәхес булып үҫешә алһам ине, – тип хис-тойғолары менән уртаҡлаша Арыҫлан.«Башҡортостан» телерадиокампанияһының «Юлдаш» радиоһы «ЮлдашХит» йыр фестиваленә йомғаҡ яһағанда, «Башҡортостан» дәүләт концерт залы сәхнәһендә үткән ҙур йыр байрамында Арыҫландың хыялы тормошҡа аша һәм ул атаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров менән дуэт башҡара.
Сәнғәт күгендә сағыу балҡыған, үҙҙәре лә, балалары ла ижадта үҙ нуры менән янған «йондоҙло» ғаилә балаһы булған Арыҫландан «Сәнғәт һуҡмағына һин үҙ теләгең менән баҫтыңмы, әллә өйҙәгеләр үҙ юлын дауам итеүҙе үтендеме?» – тип һорағы килде.
– Сәнғәткә үҙем килдем. Атайымдың, әсәйемдең йырлағанын тыңлап, һеңдереп үҫкәс, башҡа юлдан китеремде күҙ алдына ла килтермәнем. 4 йәштә мине беренсе тапҡыр сәхнәгә сығарып баҫтырған мәлдән ижад юлым башланды ла инде. Сәхнәгә мөхәббәт уятыусы кешеләрем ана шулай әсәй һәм атай булған инде ул. Дәрес әҙерләгәндә лә, эш эшләгәндә лә, ванна төшкәндә лә, уйнаған саҡта ла, тик йырлап ҡына йөрөгөм килә ине. Шуға һәр саҡ күңелемдә лә, ауыҙ эсенән генә лә көйләй һәм йырлай инем.
Нисек йырламайһың инде, беҙ йоҡонан торған мәлдән, атай баянын алып халыҡ йырҙарын һыҙҙыра башлай, ул көйҙәр минең бөтә күҙәнәгемә һеңгән, ул моңдарһыҙ тормошомдо ғына түгел, бер көнөмдө лә күҙ алдына килтерә алмайым. Бәләкәйҙән шул моңдар солғанышында үҫкәс, уларҙы яңы һулыш менән халыҡҡа сығарырға тигән идея килде, һәм беҙ уны тормошҡа ашырҙыҡ, – ти BABY Ti.
Башҡортостандың халыҡ артисы, Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы Азамат Камил улы Тимеров та Арыҫландың көтөп алынған бала булыуын, күҙ-менән ҡаш араһында ғына ҡәҙерләп, яратып үҫтереүҙәре, әле иһә уның уңыштарына ҡыуаныуҙарыхаҡында белдерә.
– Беренсе балабыҙ Уралды үҫтергәндә үҙебеҙ ҙә йәш булып, тормошобоҙ республика һәм ил буйлап өҙлөкһөҙ гастролдәрҙә уҙҙы. Улыбыҙ ҡартатай-ҡәртәсәй, олатай-өләсәй менән ҡалды, күберәк уларҙың тәрбиәһен һеңдереп үҫте. Арыҫланды Урал ағаһы «Минең ун йыл буйы көтөп алған ҡустым!» тип яратыр ине. Үҙебеҙ ҙә, бик иркәләп яратып үҫтерҙек. Ҡайһы бер кешеләр хатта, ул тиклем иркәләп ни, балағыҙҙы шаштыраһығыҙ бит! – тип шелтәләрҙәр ине. Әлхәмдүлиллаһ, Аллаға шөкөр, ике ул үҫтерҙек, һөйөү менән баланы боҙоп булмай. Танылыу яулай барған йәш йырсы булған Арыҫлан улымдың халыҡ йырҙарына һөйөүе көсәйгәненә бик шатмын. Үҙ өлгөңдә, дөрөҫ йүнәлеш, дөрөҫ өгөт-нәсихәт биреп үҫтергән балаларҙан тик изге хәбәрҙәр, ҡыуаныслы хәлдәр генә көтәбеҙ! – ти атай кеше.
Йәш йырсы яңы башланып торған йылды халыҡ йырҙарына бағышларға йыйына. Ул халыҡ йырҙарын йыйып, альбом сығарырға һәм һәр береһенең тарихын һөйләп бирергә уйлай.Маҡсаты – йәштәрҙә халыҡ йырҙарына һөйөү уятыу. Халыҡ йырҙарын яңыса яңғырашта йырлап ҡарарға баҙнат итеүе лә уның эҙләнеүҙәрҙән ҡурҡмауын күрһәтә.
Халыҡ йырҙарын да, академик йырҙарҙы ла бик оҫта башҡара «бәләкәй» Тимеров. Кесеһе лә, олоһо ла яратып тыңлай уларҙы. Атаһы йырлаған йырҙарҙы, әле үҫмер ҡиәфәте лә йөҙөнән китмәгән Арыҫлан саф тауышы менән башҡарһа, айырыуса матур, илаһи яңғыраш була шул. Ғәзиз Әлмөхәтмәтов исемендәге музыка гимназия-интернатында белем алып, BABY Ti саксофонда уйнарға ла өйрәнә. Йырҙар, һүҙҙәр яҙа. Алдына аныҡ маҡсаттар ҡуйған һәм шул һуҡмаҡ буйлап атлай. Киләсәктә яҡшы музыка белгесе булыр өсөн тырыша. Яңы идеяларын, проекттарын тормошҡа ашырылыу хыялы менән яна. Үҙен тамашасыға, халҡына бағышларға ниәт итеп сәнғәт һуҡмағына баҫҡан йәш йырсыға быуын-быуын сәхнә йондоҙҙары, йондоҙсоҡтары ҡабындырыр ижад юлы теләйбеҙ.
Миләүшә ҠЫҘРАСОВА
"Тамаша" журналы, №1-2025 й.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/tamasharb ҡушылығыҙ!