– Һеҙ нисек таныштығыҙ һәм һеҙҙе нимә берләштерҙе?
Лилиә: Беҙҙе ҡауыштырыусы – сәнғәт, тип әйтһәк, бер ҙә хата булмаҫ. 2016 йылда мин Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының икенсе курсын тамамлап, өсөнсөгә күскәндә, Айҙарҙар курсы уҡырға килде. Ул курс Туймазы татар театры өсөн йыйылғайны, ә беҙ – махсус «Нур» өсөн. Шулай аралаша, һөйләшә башланыҡ. Ул минең яҡташым да булып сыҡты – Бүздәк егете, ә мин – Туймазы ҡыҙы. Ауылдарыбыҙ бер-береһенә яҡын ғына. Машина менән барғанда, бөтөнләй алыҫ түгел, 20 минутлыҡ юл. Ялдарҙа атай-әсәйҙәргә ике яҡҡа ла тигеҙ ҡайтып йөрөйбөҙ. Шулай танышып, дуҫлашып киттек. Беренсе көндән үк бик яҡынбыҙ. Була бит шулай – кешене күрәһең дә, ул һинең кеше булыуын аңлап та өлгөрәһең. Бөгөнгөләй хәтерләйем, ул миңә осрашып йөрөргә тәҡдим яһағанда ҙур ғына ҡыҙыл раузалар гөлләмәһе бүләк итте. Мин ул көндө «Алты ҡыҙға бер кейәү» спектаклендә бейенем – беҙ шулай өсөнсө курста уҡығанда уҡ күмәк сәхнәләрҙә ҡатнашып йөрөй башланыҡ. Спектаклде уйнап ҡайтыуға, Айҙар сәскә гөлләмәһе менән ҡаршы алды. Бик шатландым! Һәм ул тормошомдағы иң ауыр ваҡыттарҙа ла эргәмдә булды, мөмкин тиклем ярҙамынан ташламаны.
Айҙар: Туғыҙынсы кластан һуң Октябрьский музыка колледжына уҡырға индем, шунда дүрт йыл белем алдым, артабан Өфө сәнғәт институтының актерлыҡ бүлегенә уҡырға килдем. Беренсе курстар йола буйынса Аксаков паркында сәхнәлә сығыш яһай, үҙ оҫталыҡтары менән таныштыра. Лилиәне иң башта шунда күрҙем. Туфан Миңнуллиндың «Әлдермештән Әлмәндәр»ендәгесә килеп сыҡты. «Ҡалған ҡыҙҙар һарыҡ көтөүе кеүек үҙ күләгәһенән үҙҙәре ҡурҡып өркә, ә һин кәзә һымаҡ урам уртаһында ғорур атлап бараһың», – тип әйтә бит Әлмәндәр. Бына Лилиәм дә тап шулай булды. Үҙенә генә хас энергияһы, сибәрлеге менән шунда уҡ йөрәкте, күңелде яулап алды. Беҙҙе берләштереүсе мөхәббәт булғандыр, һәм, әлбиттә, сәнғәткә, театрға бер төрлө ҡараш.
– Тормошоғоҙҙа, сәхнәләге ролдәрҙән тыш, ниндәй ролдәр бар, улар һеҙгә ни өсөн яҡын?
Лилиә: Иң ҙур, яратып башҡарғаным – Әсә роле. Өс йыл ярым ошо ролде бөтә күңелемде биреп башҡарам. Айдан улыбыҙ көндән-көн үҫә, оҫтара. Һәр әсәгә балаһы иң-иңе тойола. Беҙгә лә шулай. Айданға ҡарайым да: «Һинһеҙ ни эшләнек икән? Һин тыумаһаң, беҙгә шундай күңелһеҙ булыр ине», тип уйлайым. Иртән торғас, үбеп алам, кис тә шулай. Айдан да ҡосаҡлашырға, иркәләнергә ярата. Бәләкәй генә бармаҡтарын үбеп, уның бала еҫен еҫкәп, шул тиклем ҙур бәхет кисерәм. Һис һүҙһеҙ атай-әсәйле, һау-сәләмәт булып үҫһен. Төп бурысыбыҙ бөгөнгө көндә – эшебеҙ, тапҡан аҡса-байлығыбыҙ ҙа Айданыбыҙ өсөн. Беҙҙә булмаған әйберҙәрҙе уға бирге килә, тырышабыҙ.
Икенсеһе – Ҡатын роле, уны ла тырышып башҡарам, үҙ өҫтөмдә эшләйем. Йыш ҡына ҡапма-ҡаршы ултырып һөйләшәбеҙ. Татлы ризыҡтар бешерергә тырышам. Хәҙер Интернетты асһаң, барыһы ла күрһәтелгән-аңлатылған.
Өсөнсө ролем – Әсәйемдең уртансы ҡыҙы. Нисә йәштә булһам да, мин тыуған йортҡа ҡайтҡас, бәләкәй балаға әйләнәм дә ҡуям. Әсәйемдең тәмле сәйҙәрен эсеп, йылы аштарын ашап, ҡайтыуыбыҙға яғылған мунсаларын инеп, көс туплап киләбеҙ. Донъя йөҙөндә атай-әсәй көткән ерҙән дә рәхәтерәк урын юҡтыр. Оҙаҡ йылдар шулай көтөп тороусыларыбыҙ булһын, яҡындарыбыҙ сирләмәһен берүк.
Айҙар: Бөгөнгө көндә иң төп ролем – Атай роле. Собханаллаһ, улыбыҙ бар. Уға тиҙҙән дүрт йәш тула. Ғаилә башлығы роле шулай уҡ бик етди. Ир, ир-ат булараҡ үҙемдең ғаиләмде бар яҡлап та тәьмин итергә тырышам.
– Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, сәхнәләге уртаҡ эшегеҙ һеҙҙең театрҙан тыш мөнәсәбәттәрегеҙгә йоғонто яһаймы?
Лилиә: Әйтә алмайым. Миңә ҡалһа, юҡтыр. Киреһенсә, ғаиләнең ике артистан тороуында, уларҙың килешеп эшләүендә мин бер зыян да күрмәйем. Был файҙаға ғына, тип уйлайым. Артист тормошо бит театрға барып, сәхнәлә сығыш яһап ҡайтыу менән генә сикләнмәй. Гастролдәргә сығып йөрөүҙәр, көндәр буйы премьералар әҙерләүҙәр бар. Аҙналар буйы йөрөгән саҡтар ҙа юҡ түгел. Иртәнсәк китеп, төндә ҡайтыуҙар бар. Башҡа һөнәр эйәһе, бәлки, аңлап та еткерә алмаҫ ине, ә беҙгә эштең нескәлектәре таныш.
Айҙар: Бер ни тиклем йоғонтоһо яһайҙыр ул. Ҡалған һөнәрҙәр тураһында әйтә алмайым… Эштәге проблемаларҙы өйгә алып ҡайтырға ярамай, тиһәләр ҙә, беҙҙеке ҡаламы һуң әле? Бигерәк тә икебеҙ ҙә бер үк ерҙә эшләгәс, барыбер өйгә эйәреп ҡайта. Эшкә барғанда ла, ҡайтҡанда ла эш тураһында һөйләшәбеҙ. Тормоштоң ярты өлөшө эшкә бәйлелер. Спектакль сығарғанда, идеяларымды, уйҙарымды иң тәүҙә тормош иптәшемә ишеттерәм. Ул иң ғәҙел тәнҡитсе, үҙ фекерен тура әйтә.
– Бер үк спектаклдәрҙә осрашаһығыҙмы?
Лилиә: Бар ундайҙар… Берәү генә лә түгел… Нәжиб Асанбаевтың Зиннур Сөләймәнов ҡуйған «Киң урамдар тар ине» музыкаль комедияһында бергәбеҙ. Унда беҙ бер сәхнәлә булһаҡ та, мөхәббәт күренештәрен уйнамайбыҙ. «Ғәлиәбаныу»ҙа күмәк бейеү сәхнәләрендә, «Онотолған төштәр» әкиәтендә, башҡа спектаклдәрҙә осрашабыҙ. Наил Ғәйетбайҙың «Иректең дә сиге бар» драмаһында (режиссеры Илдар Вәлиев) беҙ гражданлыҡ никахы менән йәшәүсе ир һәм ҡатынды уйнайбыҙ. Мин бик уҫал ҡатын ролендә, иремдән аҡса ғына һорап торам. Геройҙар икеһе лә бизнес менән шөғөлләнә. Икебеҙгә лә хас булмаған кире ролдәр. Беҙ ошо спектаклде сығарғанда күршеләрҙең ни уйлауы тураһында борсолдом. Өйгә ҡайтып, ролдәребеҙҙе ҡабатлайбыҙ, эҙләнәбеҙ. «Был бәхетһеҙ иргә бигерәк уңмаған ҡатын эләккән, шундай тауышлана, аҡса таптырыуҙан бушамай» тип уйлағандарҙыр инде.
Айҙар: Бергә уйнаған спектаклдәребеҙ байтаҡ. «Иректең дә сиге бар» спектаклендә ир менән ҡатын булараҡ уйнайбыҙ, ролдәребеҙҙе бик бирелеп башҡарабыҙ. Бергә уйнаған иң матур спектаклдәребеҙҙең береһе – Илдар Юзеевтың «Тау» әҫәре.
– Һеҙ һөнәри өлкәлә бер-берегеҙгә нисек ярҙам итәһегеҙ?
Лилиә: Айҙарҙы сәхнәнән ҡарағанда, уны тормош иптәшем тип түгел, партнер тип ҡабул итәм. Килешмәгән урындарын күрһәм: «Әйҙә, бына шунда шулай итеп ҡара әле», тим. Айҙар ҙа шулай. Өйгә ҡайтҡас та уйлашабыҙ, һөйләшәбеҙ. Бигерәк тә ашығыс ролгә инергә булғанда, бер-беребеҙгә ярҙамлашабыҙ, суфлер булып алабыҙ, реплика, монологтарҙы әйтеп торабыҙ. Был ауыр эште күпкә еңеләйтә.
Айҙар: Өйҙә лә, театрҙа ла бергәбеҙ. Ниндәй һорау килеп тыуһа ла бер-беребеҙҙең таянысы булырға тырышабыҙ. Кейем һайлағанда ла был һиңә килешмәй, тип әйтергә лә кешеһе кәрәк бит әле! Бер-береңде үҙ итеп, яҡшынан да яҡшыраҡ булһын өсөн тырышаһың.
– Ашығыс рәүештә ролгә инеү тигән нәмә (срочный ввод) менән йыш осрашырға тура киләме? Ауырмы ул?
Лилиә: Әлбиттә, төрлө сәбәптәргә бәйле ҡайһы саҡта артисты тиҙ генә ролгә индерергә кәрәк була. Кемдер сирләп китеүе мөмкин. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың декрет ялы була. Шул ваҡытта баш режиссерыбыҙ был ролгә нығыраҡ тура килгән артисты һайлай һәм артист алдына мөһим бурыс ҡуя. Һүҙҙәрҙе алаһың, премьерала төшөрөлгән видеоны табаһың һәм роль өҫтөңдә өй эшен башлайһың. Кемгәлер был еңел бирелә, кемгәлер – ауырыраҡ. Әйтәйек, Айҙар бындай ауыр эште, ситтән ҡарағанда, еңел башҡара. Мәңге уйнамаған спектакленә лә шунда уҡ инеп китә ала, тексты тиҙ үҙләштерә, хәтерендә ҡалдыра. «Гөргөри кейәүҙәре»нә ике сәғәттә инеп китте. Унда бейеү ҙә бар, йыр ҙа, шуға ҡармаҫтан, йырып сыҡты. Миндә лә тиҙ инешле ролдәр бар, бик ауыр бирелә тимәҫ инем, әммә был бик етди эш, әлбиттә.
Айҙар: Бер ай эсендә дүрт ролгә инергә тура килгән саҡтар ҙа булды. Әле ролгә тиҙ инеүҙәр туҡтап тора, шуға һөйөнөп бөтә алмайым. Ауыр инде. Һинеке түгел, булдыраһыңмы-юҡмы, билдәһеҙ. Әммә, бер ҡайындың – бер рәхәте була, тиҙәр. Адреналин! Ролде йырып сыҡҡандан һуң күңелде шундай тойғо биләп ала, нимә башҡарғаныңды, нисек йырып сығыуыңды – бер ни ҙә хәтерләмәйһең. Оло бәхет!
– Актерлыҡ эшмәкәрлегендә уңышҡа ирешергә теләгән йәш артистарға һеҙ ниндәй кәңәштәр бирә алыр инегеҙ?
Лилиә: Иң мөһиме телде белергә кәрәк. Һәр ваҡыт үҙ өҫтөңдә эшләргә, оҫтараҡ кешеләр артынан эйәрергә. Артисҡа әленән-әле төрлө образдар тыуҙырырға, уны ҡайҙандыр алырға кәрәк. Сөнки һәр ваҡыт Лилиә генә булып йөрөһәм, режиссерҙар өсөн дә, тамашасы өсөн дә ҡыҙыҡлы булмай. Ә башҡа кешегә, театрҙағы коллегаларға ҡарап, мимика, характер, башҡа үҙенсәлектәрен күҙәтеп-өйрәнеп була. Институтта уҡығанда уҡ талап ителгән белемдәрҙең береһе был. Ваҡытың бар икән – китап уҡырға, бейеү дәрестәренә, тренажер залына йөрөргә кәрәк. Режиссер килгәндә, һинән нимә талап ителә – әҙер булырға тейешһең. Әгәр ул һине ролгә һайлай икән, мөмкинселекте ҡулдан ысҡындырмаҫҡа. Бәлки, ул тормошоңдағы иң ҙур ролеңдер ҙә әле…
Айҙар: Мин бер кәңәш тә бирмәҫ инем. Әгәр ҙә ошо юлды һайлағанһың икән, һин уға тоғро ҡалырға тейешһең. Һәр кемдең үҙ юлы. Беҙ үҙебеҙ ҙә йәш бит әле! Кәңәш бирерлек кимәлгә, бәлки, үҫеп тә етмәгәнбеҙҙер. Кемгәлер уңыш тиҙ килә, кемгәлер – ауырлыҡтар-һынауҙар аша.
– Һеҙ үҙ эшегеҙҙе тәнҡитләүгә нисек ҡарайһығыҙ? Айырыуса иҫтә ҡалырлыҡ кире эҙемтә менән бәйле тарихтар бармы?
Лилиә: Аллаға шөкөр, ул тиклем иҫтә ҡалырлыҡ эҙемтә менән бәйле тарихтар юҡ. Мин тәнҡиткә бик яҡшы ҡарайым. Тик уның файҙалыһы була һәм һүҙ юҡта һүҙ булһын өсөн генә әйтелгәне лә осрап ҡуя. Хәҙер социаль селтәрҙәрҙә кешеләр үҙ фекерен бик иркен белдерә. Артистарға, йырсыларға төбәп, тәнҡит әйтергә әҙер тороусылар ҙа бихисап. Артисҡа үҫеү өсөн тәнҡит бик кәрәк ул. Премьераны тамашасы хөкөмөнә сығарыр алдынан худсоветҡа күрһәтәбеҙ. Шунда режиссерҙарыбыҙ, директор, хеҙмәттәштәребеҙ үҙ фекерҙәрен әйтә. Был бик кәрәк. Мине сәнғәт институтында уҡытҡан хөрмәтле остазыбыҙ Резида Фәхруллина, театрыбыҙҙағы башҡа халыҡ артистары үҙ һүҙен, ярҙам итерлек кәңәшен әйтә икән, тимәк, был файҙаға ғына һәм һиңә артабан ролеңде үҫтерергә бер этәргес.
Айҙар: Тәнҡиткә яҡшы ҡарайым. Беҙҙең эштә бигерәк тә кәрәк ул. Уҡытыусым Әхтәм Абушахманов, әгәр ҙә артисты артист булараҡ үлтерәһең килә икән – маҡта, тип әйтә торғайны. Мин уның менән ныҡ килешәм. Үҙеңдең эшеңә һәр ваҡыт бер ни тиклем тәнҡит күҙлегенән ҡарарға кәрәк. «Һеҙ әле ниндәй һөнәр һайлағанығыҙҙы аңламайһығыҙ, театрға барып еткәс кенә төшөнөрһөгөҙ. Тағы ла уның аңлағаны аңлай, аңламағаны юҡ», ти ине остазыбыҙ. Ысынлап та, һөнәреңдә ҙур дәрәжәгә ирешкең килә икән, һин тәүлек әйләнәһенә эш менән йәшәргә тейешһең. Йоҡлағанда ла, уянғас та шул ролдәрең менән йәшәргә кәрәк. Шуға тәнҡиткә ыңғай ҡарайым. Туймазынан «Нур»ға күсеп кенә килгән саҡ ине. «Фатима» спектаклендә иң беренсе булып Аҫылгәрәй ролен уйнаным. Иң тәүге репетицияларҙа баш режиссерыбыҙ Азат Йыһаншин мине, татарсалап әйткәндә, бөтөрөп ташлағайны. Шул ныҡ хәтерҙә ҡалды һәм һабаҡ та булды. Һәр ваҡыт иҫтә тотам был тәнҡитте, һис ҡасан да тынысланырға ярамағанлыҡты, эҙләнергә кәрәклекте иҫтән сығармайым.
– Сәхнәгә сығыр алдынан һеҙ ниндәй йола-ритуалдар үтәйһегеҙ?
Лилиә: Минең ундай ритуалым юҡ. Кемдер сәхнәне үбә, сәхнә туҙанын еҫкәй, ҡолаҡсындар аша музыка тыңлай. Мин бисмилламды әйтәм дә, эшемде башлайым.
Айҙар: Өләсәй менән үҫкән кеше булараҡ, доғаларҙы иҫкә төшөрәм. Аллаһы Тәғәләнән тел асҡыстары һорайым да, бисмилла менән сәхнәгә сығып китәм.
– Буш ваҡытығыҙҙы бергә нисек үткәрәһегеҙ? Һеҙҙең актерлыҡ эшмәкәрлегенән тыш ниндәй мауығыуҙарығыҙ бар?
Лилиә: Буш ваҡытты ғаилә менән үткәрергә тырышабыҙ. Әлбиттә, былай ҙа көндәлектә театр тормошонда ғаиләбеҙ менән ҡайнайбыҙ. Бушағанда Айданды уйын майҙансыҡтарына алып барып, уның күңелен күрәбеҙ. Парктарҙа саф һауа һулайбыҙ, ауылға ҡайтып мунса инәбеҙ, беҙгә шунан да яҡшы ял юҡ. Өҫтәмә эшем бар – балаларҙы актер оҫталығына һәм сәхнә теле дәрестәренә төшөндөрәм. Ял көндәрендә спектаклдәребеҙ булмаһа, беҙ мәжлестәр – туйҙар, юбилейҙар алып барабыҙ. Әлбиттә, ул спектаклдәребеҙгә һис тә хилафлыҡ килтермәй, тик буш ваҡытта ғына башҡарыла торған эшебеҙ.
Айҙар: Буш ваҡыт әллә ни юҡ шул. Эшләй торғас, репертуарҙа үҙ урыныбыҙ бар, ролдәребеҙ ҙә етерлек. Мин Лилиәм менән кино ҡарарға яратам. Улыбыҙ тыуғансы, башҡа театрҙарға спектаклдәргә йыш йөрөй инек. Хәҙер күп иғтибар балаға бүленә.
– Һеҙҙең уртаҡ карьерағыҙҙың ҡайһы миҙгелдәре иң бәхетле һәм ни өсөн?
Лилиә: Мин етенсе миҙгел эшләйем, Айҙар – бишенсе. Был беҙҙең карьерабыҙҙың башы ғыналыр әле, тип уйлайым. Алла бирһә, иң бәхетле миҙгелдәр алда булып торһон. Әлегә был һорауға яуап юҡ. Бәхетле миҙгелдәр ныҡ күп, уларҙы уртаҡ карьераға ғына бәйләп булмай. Минең уйнаған ролдәрем төрлө жанрҙа, үҙ тамашасым бар. Социаль селтәрҙәрҙә үҙемә таныш булмаған кешеләр, һеҙ ҡатнашҡан спектаклдәрҙе бик яратабыҙ, тип яҙа. Кисә генә бер фанатым билеттар алдыҡ, һеҙ шул-шул спектаклдәрҙә уйнайһығыҙ икән, белештек, киләбеҙ, ҡарайбыҙ, тине. Бүләктәр менән килеүселәр күп. Үҙ тамашасың шулай әкренләп йыйыла, был да бәхет. Бер мәлде спектаклдән һуң ҡаҙылыҡ һәм йылҡы ите килтерҙеләр. Кемгә тағы бындай бәхет йылмая әле! (Көлә.) Урамда танып өндәшһәләр ҙә күңелгә бик рәхәт. Бәхетле миҙгелдәр булып торһон.
Айҙар: Туймазыла татар театрында эшләгәндә аҙнаға бер күрешеп йәшәнек. «Нур»ға күсенгәс, эшкә бергә киләбеҙ, бергә ҡайтабыҙ. Бына ҡайҙа ул бәхет! Беҙ үҙебеҙ ҙә йәш, үткәнгә әйләнеп ҡарап, тормош миҙгелдәрен баһаларға иртәлер әле. Алда тағы ла матурыраҡтары булһын.
– Киләсәктә үҙегеҙҙең актерлыҡ оҫталығығыҙҙы нисек үҫтерергә ниәтләйһегеҙ? Уртаҡ ижади пландарығыҙ бармы?
Лилиә: Уртаҡ пландар әлегә сер булып ҡалһын. Улар хаҡында алдан ҡысҡырып йөрөргә яратмайым. Пландарҙың үҙгәреүе лә мөмкин бит.
Айҙар: «Век живи – век учись» тигән әйтем бөтә кешегә лә тура киләлер, ә беҙгә, артистарға, бигерәк тә. Уҡырға кәрәк, оҫталыҡты үҫтерергә, ҡалған коллективтарҙың сығыштарын ҡарарға. Артист өсөн хеҙмәттәштәреңдең сығышын күреү кәрәк. Һин үҙеңде сәхнәлә күрмәйһең. Ә ҡалғандарҙы ҡарап, үҙеңде баһалай алаһың. Үҙеңә фәһем туплайһың.
Алдағы көндәргә әллә күпме ижади пландар бар. Тик алдан ҡысҡырған кәкүктең башы ауырта тип, әйтмәй тороу ҡулайлыраҡтыр.
– Сәхнәләге партнерығыҙҙа ниндәй сифаттарҙы баһалайһығыҙ һәм был сифаттар үҙ сығыштарығыҙҙа сағылһын өсөн ниҙәр эшләйһегеҙ? Шәхси тормошоғоҙ һәм һөнәри эшмәкәрлегегеҙ араһында балансты нисек һаҡлайһығыҙ?
Лилиә: Бәхеткә, коллективта зарланырлыҡ, дөйөм эшкә зыян килтерерлек кешеләр юҡ. Бер-беребеҙгә сәхнәлә генә түгел, ябай тормошта ла ярҙамлашабыҙ. Театрыбыҙ бик матур, татыу. Шулай ғәҙәткә индерелгән – репетицияларға, спектаклдәргә ваҡытында килергә, ролеңдең һүҙҙәрен яҡшы белергә кәрәген барыбыҙ ҙа аңлап эш итәбеҙ. Эшебеҙ ҡатмарлы ғына. Әммә теләк булғанда бөтә ерҙә лә өлгөрөп була. Арыған саҡтар бар, тик был үҙебеҙ һайлаған эш һәм тормош.
Айҙар: Импровизация тигән әйбер бар. Кемдер быға оҫта, кемдер – юҡ. Бына шуға һәләтле, ижади күңелле кешеләрҙе яратам мин. Рәхәтләнеп ҡабул итәм.
Эштә ҡайнап йәшәйбеҙ. Айдан тыуғас, тормош ике өлөшкә бүленде. Улыбыҙ был яҡты донъяға килгәнсе, театрҙан ҡайтмай ҙа эшләргә әҙер инек. Ә хәҙер Айдан үҙ ҡағиҙәләрен индерә. Ни тиһәң дә ғаилә беренсе урынға сыға ла ҡуя.
– Театрҙа ҙур йөкләмәләр булғанда, һеҙ атай һәм әсәй ролен нисек башҡараһығыҙ?
Лилиә: Беҙҙең театрҙа эшләү уңайлы ғына. Мин уйнаған спектакль булһа, Айдан менән Айҙар өйҙә ҡала. Айҙар уйнағанда – мин. Икебеҙ ҙә спектаклдә йәлеп ителгән булһаҡ, Айданды театрға алабыҙ, ярҙамсылар бар. Дуҫыбыҙ Динар ҡараша, костюмерҙар, гримдағы ҡыҙҙар, режиссер ярҙамсылары барыһы ярҙамлаша, ҙур рәхмәт уларға. Мин декрет ялынан бик тиҙ сыҡтым, декретта ултырманым тиһәм дә була. Әсәйем дә ныҡ ярҙамлаша. Ул мине бик аңлай – өйҙә ултыра торған кеше түгелмен. Кеше араһында йөрөгәндә кәйефтәр күтәрелә, йәшәү көсө арта. Һәм тағы ла дөйөм һөнәр тураһында. Ирем башҡа һөнәр эйәһе булһа, миңә, бәлки, былай тиҙ эшкә сығырға ризалығын да бирмәҫ ине. Айҙар мине аңланы. Эшкә сығаһың килә икән – сыҡ, икәү ҡарарбыҙ, эшләрбеҙ, һис тә борсолма тине. Шуның өсөн тормош иптәшемә бик рәхмәтлемен. Беҙҙә эш бүлешеү тигән нәмә юҡ. Айдан бәләкәй саҡта Айҙар төндә бала ла ҡарашты, һәр ваҡыт бергә булдыҡ.
Айҙар:
Бала – беҙҙең менән, беҙ бала менән үҫәбеҙ. Премьера алдынан атай-әсәйҙәр ярҙамлаша. Хәҙер балалар баҡсаһына бирҙек, был ваҡытты бик иркенәйтте. Бер-беребеҙҙең премьералары булғанда, кем буш – баланы шул ҡарай.
– Әлбиттә, аңлашыла, сәхнәлә һеҙ кемдеңдер ире, кемдеңдер ҡатыны була алаһығыҙ. Көнсөллөк бармы?
Лилиә: Мин баштараҡ көнләшә инем, хәҙер аңлап ҡарайым. Тормош иптәшемде һайлағанда, ниҙәр көтәһен белеп кейәүгә сыҡтым. Эш тип ҡабул итергә өйрәндем. Хәҙер көнләшеү юҡ. Кире осраҡта, театрҙа эшләп булмай.
Айҙар: Көнсөллөк юҡ та кеүек, бар ҙа кеүек. Был бары тик эш кенә икәнлеген аңларға тырышаһың. Әлегә тиклем проблема тыуғаны юҡ. Бәлки, улай көнләшерлек ролдәребеҙ булмағандыр. Аңларға тырышабыҙ. Һөйләшеп эшләһәң, һөҙөмтәһе була.
– Киләсәккә хыялдар?
Лилиә: Улар бик күп. Хыялһыҙ йәшәргә ярамай, һәр ваҡыт хыялланырға, ни булһа ла планлаштырырға кәрәк. Мин уларға әкренләп бәләкәй һәм ҙур аҙымдар менән барам. Иң мөһиме – һаулыҡ. Атай-әсәйҙәребеҙ ҙә, үҙебеҙ ҙә иҫән-һау, илебеҙ тыныс булһын. Ҙур рәхмәт!
Айҙар: Хыялдар ҙурҙан. Төплө ир, абруйлы атай булып, улыбыҙҙы аяҡҡа баҫтырырға ине. Үҙ һөнәремдең фанаты булараҡ, йәшәһен театр, йәшәһен телебеҙ тим. Киләсәктә лә матур-матур ролдәр булһын. Көслө спектаклдәр булһын. Әйткәндәй, шатлығыбыҙ менән уртаҡлашҡы килә – Илдар Юзеевтың «Тау» спектаклен (режиссер Айҙар Жаббаров) ошо көндәрҙә «Алтын битлек» Милли театр премияһының номинанты булараҡ билдәләнеләр. Был бик һөйөнөслө яңылыҡ, ҙур дәрәжә, коллективыбыҙҙы был еңеү менән ихлас күңелдән ҡотлайым. Киләсәктә лә ҙур уңыштарға ирешергә насип булһын!
– Яуаптарығыҙ өсөн рәхмәт! Матур ғаиләгеҙҙә бөгөнгө кеүек бәхет менән мөхәббәтең етәкләшеп йәшәүен теләйем!
Айгөл ЮЛЪЯҠШИНА.
"Тамаша" журналы, № 6-2025 й.