– Эйе, Сибай сәнғәт колледжында III курста башҡорт эстрадаһында йырлай башлағайным. Аранжировкалар эшләп, йырҙар яҙҙырып, эшләтеп. Өфөгә килеп, клубтарҙа, концерттарҙа, осрашыуҙарҙа ҡатнаштым. “Йәшлек-шоу”ҙа III урын алғайным. “Улар” тигән төркөм төҙөп, өс егет дүрт йыр сығарып, ике клип төшөрөп өлгөрҙөк. Шунан төрлө сәбәптәр буйынса таралдыҡ инде. Шулай эстрадала ике-өс йыл йырланым.
–Нисек сәнғәт донъяһына килеүең тураһында һөйлә әле. Ҡайҙарҙа белем алдың, мәктәптә, моғайын, гел концерт, сараларҙа ҡатнашҡанһыңдыр. Спортсы ла булғанһың, ошолар тураһында һөйлә әле.
– Сәнғәт донъяһына тәүге аҙымдарым Сибай ҡалаһында балалар баҡсаһында башланды. Сәхнәлә үҫтем инде. Мәктәпкә төшкәс, линейкаларҙы алып бара торғайным, ҡурай түңәрәгенә йөрөй башланым, ун йәшемдә ҡурай буйынса музыка мәктәбендә уҡый башланым, йыр дәрестәрендә үҙемде күрһәттем, шиғырҙар ҙа ятлай инем. Ҡала конкурстарында урындар яуланым. Сәхнәне ярата инем. Шул уҡ ваҡытта спорт менән дә шөғөлләндем. Бер нисә йыл футбол уйнаным. Спорт мәктәбенә йөрөнөм, ҡала командаһы составында төрлө ярыштарҙа ҡатнаштым, Өфөлә, Мәләүез, Октябрьский ҡалаларында, республиканан ситтә лә Сибай ҡалаһының данын яҡланыҡ. Футболды ярата инем, футболсы булам, тип хыялланып йөрөгән мәлдәр ҙә бар ине. Әммә сәнғәт үҙенә нығыраҡ тартты, йәлеп итте. Сибай сәнғәт колледжында ҡурай буйынса остазым Нурғәле Мирғәле улы булды. Уҡытыусыларыма рәхмәтлемен.

–Милли йәштәр театрында ҡасандан эшләйһең? Ниндәй ролдәр башҡарҙың? Ни өсөн тормошоңдо театр менән бәйләргә булдың? Кемдәр уҡытты? Яңыраҡ "Колонсаҡ" фестивалендә "Бер ғүмер етмәй икән" спектаклен ҡараным, Малышты уйнағанда ниндәй хис-тойғолар кисерҙең? Ижадыңа Рәсәй кимәлендә баһа алдың, ошо образ өсөн “Икенсе пландағы иң яҡшы ир-егет роле” номинацияһында бүләкләндең. Ҡотлайбыҙ!
– Рәхмәт. Ни өсөн театр факультетын һайланыммы? Бейей ҙә, йырлай ҙа, ҡурайҙа ла уйнай инем, шиғырҙар уҡый инем, шул бөтә һәләттәрҙе ҡайҙа бергә туплап, нисегерәк файҙаланырға, кем булырға тигән уйҙар бар ине башымда. Ҡапыл театр иҫкә төшөп, актёр бөтә яҡтан да һәләтле, бар булырға тейеш, тип уйланым да, ролдәр башҡарғанда бейей ҙә, йырлай ҙа, ҡурайҙа ла уйнай алыр инем, тип, Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына индем. Художество етәксеһе Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабичева, актер оҫталығын алып барған Римма Тәлғәт ҡыҙы Харисоваға рәхмәтлемен. 2022 йылда уҡыуҙы тамамлағас, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына эшкә алдылар. Рөстәм Хәкимовҡа, Мәсәлим Күлбаевҡа, Рәфис Мөхәмәтдиновҡа миңә ышаныс күрһәткәндәре өсөн ҙур рәхмәт. Дүртенсе миҙгел инде театр донъяһына сумыуыма.
Эйе, “Ҡолонсаҡ” фестивалендә спектакль менән ҡатнаштыҡ, мин Малыш ролен башҡарҙым. Ул – йыйылма образ, яуызлыҡ, үлем теләмәгән, мөхәббәткә генә ышанған егет, шуныһы менән ул миңә ҡәҙерле, оҡшай.
–Хәйер, һин театр менән генә сикләнмәйһең? Быйыл "Байыҡ" телевизион бейеү конкурсында II урын алдың. Ғаиләгеҙҙә сәнғәт кешеләре, бейеүселәр, йырсылар бармы?
– Эйе, ысынлап та, быйыл “Байыҡ”та үҙемде бейеүсе булараҡ һынап ҡарарға яҙҙы. Былтыр октябрҙә Азамат Кәримов бер юбилярҙы ҡотлап, миңә бейеү ҡуйғайны, шул бейеү тик ятмаһын тип, ул ҡатнашырға тәҡдим итте. Башта икеләндем, үҙемде бейеүсе тип һанамайым бит инде, Сибайҙа уҡығанда “Сармат” бейеү ансамблендә бер-ике йыл бейенем дә шуның менән бөттө. Бейергә яратһам да практика юҡ ине. Ярай I турҙа ҡатнашам да төшөп ҡалырмын, тип уйлағайным, әммә жюри ағзалары актерлыҡ яғынан оҫта бейеһең, маладис, тип II турға үткәрҙе. Азамат ағай тағы яңы “Бейәһеҙ ҡарт” тигән шаян бейеү һалды, шуның менән II турҙа ла ҡатнашып, Гала-концертҡа үттем. Шулай итеп, “Байыҡ”та II урын яуланым. Һис тә уйламағайным шулай килеп сығыр тип. Рәхмәт тамашасыға, жюри ағзаларына миңә шундай баһа биргәндәре өсөн. Бик ҡыуаныслы булды.
Беҙҙең ғаиләлә сәнғәт кешеләре юҡ. Атайым мәрхүм дә, әсәйем дә ябай эштә эшләне. Нәҫелдә бар инде ул, данлыҡлы ҡурайсы Әҙеһәм Исҡужин миңә туған булып сыға. Өләсәйем әйтте.