Радий Хәбиров уға: «Иң мөһиме, бирешмәҫкә!» – тип яуап бирҙе. Шулай уҡ ул: «Шәп егет республикаға ҡайтһын өсөн үҙемдең урынымды бушатырға әҙермен», – тип шаяртты.
Мәскәү вуздарына уҡырға ингән студенттарҙың күплеге беҙҙең мәғарифтың юғары кимәлен күрһәтә. Республика башлығы әйтеүенсә, йәштәрҙе үҙебеҙгә ҡайтарыу өсөн тырышырға кәрәк. Тиҙҙән уның Мәскәү студенттары менән осрашыуы көтөлә.
Тамырҙары менән Салауат районы егете Ғайсар Мөхәмәтйәновты күптәр "Йөрәк һүҙе" шиғриәт бәйгеһе ҡатнашыусыһы булараҡ хәтерләйҙер. Мостай Кәрим исемендәге 158-се гимназияла уҡығанда мәктәп президенты булған ул. Ә бөгөн Мәскәү дәүләт университетының хисаплау математикаһы һәм кибернетика факультеты студенты, МДУ-лағы Башҡорт клубы рәйесе лә. Ҡыйыу студентҡа уҡыуында уңыштар теләйек!
Фото: шәхси битләүенән.