"Үрмәксе" рок-төркөмө башҡарыуында "Була, була..." йыры.
Абдулхаҡ Игебаев һүҙҙәре,
Мөнир Ҡарабаев көйө.
"Бер нисә һүҙ әйтеп китәһе килә...
Әйткәндәй, был йыр "Ейәнсура" төркөмөнөң репертуарынан алынған. 90-сы йылдар башында, Самаҙы ауылы егеттәре менән ойошторолған ижади коллектив.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың студияла яҙҙырылған йырҙары юҡ тиһәң дә була... Әммә ләкин, яҡшы йырҙары күп. Шуға ла күрә, беҙ бер йырын, үҙҙебеҙсә башҡарырға булдыҡ, - ти "Үрмәксе"ләр: Дәмин Ҡыуатов һәм Тимур Юлдашбаев.