-6 °С
Ҡар
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һәләтле йәштәр
27 Февраль 2025, 09:46

Йондоҙҙарҙан йондоҙ ҡабынғанда

Сәнғәттә «атайҙар һәм балалар» проблемаһы бармы? Халҡыбыҙҙың матур йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йыр-моңон, бейеүҙәрен киләсәк быуынға тапшыра алған, үҙ балаларында сәнғәт ынйылары булырҙай йәш артистар тәрбиәләгән мәҙәниәтле, талантлы ғаиләләр күп кенә. Быйылғы ғаилә йылында уларҙың бер нисәһе менән әңгәмә ҡорорға булдыҡ. Сәнғәтебеҙ күгендә яҡты йондоҙ кеүек балҡыған, үҙҙәре лә, балалары ла сәхнәлә үҙ юлы менән барған, үҙ нуры менән янған «йондоҙло» ғаиләләрҙең асыҡ миҫалы итеп Нәсимә һәм Азамат Тимеровтарҙың улы Арслан Тимеровты, Франгизә һәм Ишморат Илбәковтарҙың ҡыҙы Зөлхизә Илбәкованы, Рәфисә һәм Марат Әсәҙуллиндарҙың улы Таһир Әсәҙуллинды «Сәнғәттә «атайҙар һәм балалар» мәсьәләһе нисегерәк тора?» – тигән темаға һөйләшеүгә саҡырҙыҡ. Йәш артистар сәнғәттә тапалған юлдан бармай, үҙ һуҡмағын һалырға тырыша. Яңы йүнәлештәр, яңы алымдар, сағыу, ҡабатланмаған тамашалар эҙләй. Олораҡ быуындарға аңлашылып та етмәгән, әммә йәштәр яратып ҡабул иткән сығыштар менән популярлыҡ яулай барған йәш артистарға һорау бирҙек:

Йондоҙҙарҙан йондоҙ ҡабынғанда
Йондоҙҙарҙан йондоҙ ҡабынғанда
  1. Сәнғәт һуҡмағына һин үҙ теләгең менән баҫтыңмы? Әллә өйҙәгеләр үҙ юлын дауам итеүҙе үтендеме?

Арслан Тимеров:

– Сәнғәткә мин үҙем килдем. Атайымдың, әсәйемдең йырлағанын тыңлап, һеңдереп үҫкәс, башҡа юлдан китеремде күҙ алдына ла килтермәнем. 4 йәштә мине беренсе тапҡыр сәхнәгә сығарып баҫтырған мәлдән ижад юлым башланды ла инде. Сәхнәгә мөхәббәт уятыусы кешеләрем ана шул әсәй һәм атай булған инде ул. Дәрес әҙерләгәндә лә, эш эшләгәндә лә, йыуынғанда ла, уйнаған саҡта ла, минең тик йырлап ҡына йөрөгөм килә ине, шуға һәр саҡ көйләй һәм йырлай инем. Нисек йырламайһың инде? Беҙ йоҡонан торған мәлдән, атай баянын алып халыҡ йырҙарын һыҙҙыра башлай, ул көйҙәр минең бөтә күҙәнәгемә һеңгән, мин ул моңдарһыҙ үҙемде күҙ алдына ла килтермәйем. Әйткәндәй, саксафонда ла бик яратып уйнайым.

Зөлхизә Илбәкова:

– Әлбиттә, өйҙәгеләр береһе лә сәхнә кешеһе бул тимәне. Мин балалар баҡсаһына йөрөмәнем, сөнки атай-әсәйем менән сәйәхәткә, гастролдәргә сығып китә торғайным. Шулай юлда, сәфәрҙә үҫеп буй еткерҙем. Сәхнәнән башҡа тормошто белмәгәс, үҙемде бүтән һөнәр кешеһе итеп күрмәй инем. Бәләкәйҙән алҡыштар яратҡанмын, имеш. Атай-әсәйҙең һөйләүе буйынса, әле өс йәшем дә тулмаған көйө, уларҙың концерт номерҙары тамамланғас, сәхнәгә йүгереп сығып, тамашасыларҙың алҡыштарын үҙемә ҡабул итеп, иғтибарҙарын үҙемә йәлеп итеп, йүгереп сығып халыҡҡа баш эйергә яратҡанмын. Уныһын үҙем дә иҫләмәйем хатта. Әммә шул ваҡытта сәхнәгә һөйөү уянғандыр, тип уйлайым. Шуға ла, атай менән әсәй «сәнғәт – ҡатын-ҡыҙ өсөн бигерәк ҡатмарлы юл, башҡа һөнәр үләштерһәң ине», – тип әйтһәләр ҙә, үҙем теләп, хатта ныҡышып, күңелем тартҡан юлды һайланым.

Таһир Әсәҙуллин:

– Үҙемде белгәндән сәнғәткә ғашиҡ инем. Атай-әсәйем менән бергә гастролдәрҙә, тәгәрмәс өҫтөндә уҙған бала саҡ маҡсатым – тик артист булыу ине. Атай-әсәйем, әлбиттә, был теләгем менән ризалашманы. Уларға артист тормошоноң бар «матурлығы» таныш ине бит инде. Мине һүрелдерергә маташып та, башҡа һөнәргә дәртләндерергә тырышып та ҡаранылар.

Әммә мин ныҡышып сәнғәт юлын, ижад юлын һайланым. Улар араларға тырышҡан, көнләшеү, күрә алмаусанлыҡ, аяҡ салыуҙар кеүек ҡаршылыҡтарҙы татый-татый үҙ юлым менән барам, зарланмайым, ҡәнәғәтмен.

  1. Тормош – сәхнә, сәхнә – көрәш, тиҙәр. Был юҫыҡта ололар кәңәше – алтын аҡыл икәнде беләбеҙ. Улар әйткән ниндәй кәңәште һәр саҡ иҫегеҙҙә тотоп, көн дә ҡулланаһығыҙ?

Арслан Тимеров:

– Үҙе лә иман юлында булған әсәйем беҙгә «иң әүәл иман», тигән төшөнсәне һеңдергән. Ниндәй генә эште башлаһаң да, Хоҙайға тапшырып, бисмиллаһ әйтеп башла, уның биргәненә шөкөр итеп, рәхмәтле бул, тигән әсәй нәсихәте мине бөтә башланғысымда оҙата йөрөй.

Зөлхизә Илбәкова:

– Ниндәй генә һорау, мәсьәлә булмаһын, әсәй-атай менән кәңәшләшеп йәшәйем. Уларҙың «барыһын да Аллаһы Тәғәләгә тапшыр, ул шәфҡәтле, ул ҡөҙрәтле» тигәне һәр ваҡыт иҫемдә. Мин ҡыҙыу ҡанлымын, тиҙ генә ҡыҙып китәм, үтә эмоциональ кеше булараҡ, юлымдағы ҡаршылыҡ-кәртәләргә көйөнөп, тоҡанып китергә генә торам. Әммә ана шундай мәлдәрҙә әсәйемдең «Аллаһы Тәғәләгә тапшыр, бөтәһе лә уның ихтыярында» тигәне гел иҫемдә булып, айыҡ аҡыл менән дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итәм.

Таһир Әсәҙуллин:

– Әсәй кеше балаһын ҡурсып, кәңәштәре менән һәр саҡ ярҙам итеп тора инде ул. Миңә лә әсәйем, бигерәк бер ҡатлыһың, кешеләргә тиҙ ышанаһың, тип, хаталы аҙымдарҙан аралап тора.

  1. Атай кумир була аламы? Ижад юлында уның тормош дәресе булырлыҡ ниндәй һабаҡтарын ҡулланаһың? Ә ниндәй фекерҙәре менән, «иҫкергән ҡараш» тип һанап, килешмәйһең?

Арслан Тимеров:

– Атайым минең өсөн иң беренсе һәм иң ысын кумир. Унан һуң ғына, Майкл Джексонмы ул, башҡаһымы, икенсе – алыҫыраҡ кумирҙар. Ул һәр яҡтан кумир: йырсы булараҡ та, тормош серҙәрен өйрәтеүсе ир-азамат булараҡ та, тауышты дөрөҫ ҡуйырға, дөрөҫ йырларға өйрәтеүсе остаз булараҡ та, кешеләр менән ихлас аралаша, уларҙың һөйөүен, һоҡланыуын яулап мөғәләмә итә белеүсе кеше булараҡ та. Атайымдың бөйөклөгө, асылда, шул ябайлығында. Унда – халыҡ аҡылы, халыҡ педагогикаһы. Ундай тәрбиә алымдары иҫкермәй. Киләсәктә атайым кеүек һәр ерҙә көтөп алынған, кәр кемгә аҡыллы кәңәш бирә алған, һәр саҡ юморға бай, үҙе менән позитив йөрөткән шәхес булып үҫешә алһам ине.

Зөлхизә Илбәкова:

– Ысынын әйткәндә, атай ҙа, әсәй ҙә минең өсөн кумир. Сөнки уларҙың ижад юлы еңел булманы. Сәнғәт һәм мәҙәниәткә хеҙмәт итеп, тамашасыны һоҡландырҙылар, ҡатмарлы тормош юлы үттеләр. Әммә уларҙың тормошҡа шул тиклем позитив ҡарай белеүҙәре менән һоҡланам. Бәләкәй генә уңышҡа ла ҡыуана беләләр, ябай ғына матурлыҡты күреп, ҙур шатлыҡ итеп ҡабул итәләр. Ана шундай сифаттарың булмаһа, йәшәүе ҡыйын бит ул! Уларҙың ошо матур сифаттарын үҙемә тормош кредоһы итеп алырға ине.

Таһир Әсәҙуллин:

– Атайым сәнғәт кешеһе булараҡ, минең алыштырғыһыҙ кәңәшсем, һабаҡ биреүсем. Ул бөтә өлкәлә лә кәңәшсе: миңә сәхнә костюмдары тегеү булһынмы, бейеүҙәр әҙерләү, заказдар, концерттар табыу булһынмы... «Оло һүҙен тыңламаған, оролған да бәрелгән» тигән халыҡ мәҡәлен һәр саҡ иҫтә тотоп, ҡайһы саҡта килешмәһәм дә, уның әйткәндәренә һәр саҡ ҡолаҡ һалам.

  1. Сәнғәттә яңылыҡ индерергә теләгең бармы? Бигерәк тә ҡайһы йүнәлештә, ниндәй юҫыҡта үҙгәрештәр талап ителә, ниндәйерәк ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк тип уйлайһың?

Арслан Тимеров:

– Кеше ниндәй генә өлкәлә эшләһә лә, артисмы ул, шахтермы, табипмы, ул яңылыҡ эҙләргә, камиллашырға, үҫергә тейеш. Үҫеш, яңы алымдар, яңы ысулдар ҡулланылмаһа, прогресс тигән төшөнсә лә юҡҡа сыға. Йәштәр ана шул камиллыҡҡа ынтылыусылар булырға тейеш тә инде. Мин үҙем дә традицион юлдан тайпылып, ниндәйҙер, яңыса сығыштар әҙерләргә тырышам. Заман һулышын тойоп, төрлө быуын кешеләре лә ҡабул итә, яратып тыңлай алырлыҡ ҡыҙыҡлы клиптар төшөрәм. Ә инде ҡарарҙарға килгәндә, мин мәктәптәрҙе заманса музыка ҡоралдары, студиялар менән күберәк тәьмин итергә тигән ҡарар ҡабул итеүҙәрен теләр инем. Мәктәп уҡыусылары араһында музыкаға һәләтле күп балалар нәҡ ана шул үҙ мәлендә иғтибар, һәләттәрен асырлыҡ музыка ҡоралдары, белгестәр етмәгәнлектән, асылмай ҡала, икенсе юлдан китә, хыялында ғына йырсы, музыкант булып ҡала.

Зөлхизә Илбәкова:

– Минең сит илдәрҙә лә эшләгәнем булды. Төркиәлә йәшәп, ижад итеп ҡайттым. 15 йылдай Мәскәүҙә йәшәнем. Ситтән ҡарағанда, беҙҙең сәнғәттең юғарылығы бигерәк тә асыҡ күренә. Республикабыҙҙа сәнғәт, ысынлап та, бик юғары кимәлдә, башҡа илдәр, башҡа төбәктәр һоҡланып, хатта көнләшеп ҡараған күп сығыштар, тамашалар, мәҙәни сараларҙы телгә алып китергә булыр ине. Мәҙәниәтле халыҡ беҙ. Сәнғәтебеҙҙең бөгөнгө торошо менән бик ғорурланам. Йәш арист булараҡ, әлбиттә, яңылыҡтар ҙа индерге килә. Эҙләнеүҙәрҙән туҡтамайым. Яңы идеяларҙы, яңы проекттарҙы, үҙ сығыштарымда тормошҡа ашырырға тигән пландарым бар. Бына әле халыҡ йырҙарын яңы ишетелештә йырлап ҡарарға баҙнат иттем. Бәләкәйҙән шул моңдар солғанышында үҫеп, уларға яңы һулыш өрөп халыҡҡа сығарырға тигән идея килде һәм беҙ уны тормошҡа ашырҙыҡ.

Таһир Әсәҙуллин:

– Мин һәр саҡ шулай хыялланып алам: әгәр ҙә ҙур мөмкинлектәргә эйә хужа булһам, талантлы йәштәрҙе күтәрмәләү маҡсатында күберәк гранттар, дәүләт проекттары булдырыр инем. Ә инде ололарға – күберәк үҙҙәре өсөн йәшәргә шарттар булдырыр өсөн тырышыр инем. Ғүмер буйы халҡына, мәҙәниәт, сәнғәткә хеҙмәт иткән кешеләр олоғайған көндә дәүләт ихтирамын, иғтибарын тойоп йәшәһен ине.

  1. Һин сәнғәттә үҙ һуҡмағыңды һалаһың. Ниндәйҙер яңы алымдар эҙләйһең, башҡаларҙы ҡабатмалаҫҡа тырышаһың, һис кемдекенә оҡшамаған сығыштар әҙерләйһең. Оло быуын вәкилдәре быны өнәп бөтмәүе лә ихтимал... Һинең адресҡа тәнҡит һүҙҙәре лә яңғыраһа, нисегерәк ҡабул итәһең?

Арслан Тимеров:

– Халыҡтың күпселеге яңы алымдарҙы ҡабул итә. Сөнки киң аудитория хөкөмөнә сығара торған ижадымды мин һәр яҡтан ентекле эшләргә тырышам, башҡарған йырымды йәштәр ҙә, ололар ҙа, рустар ҙа, башҡорттар ҙа, сит ил халыҡтары ла аңлай, ҡабул итә алырлыҡ булһын тигән ниәттәмен. Сығарған яңы клиптарҙың статистикаһын өйрәнеп, уларҙы ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар, әзербайжандар ҙа яратып ҡабул итеп ҡарағанын, тыңлағанын белеп, бик ҡәнәғәт булдым. Музыка, моң өсөн сиктәр ҙә, телдәр ҙә юҡ. Ул йөрәк менән, күңел менән ҡабул ителә.

Зөлхизә Илбәкова:

– Оло быуын кешеләренең күбеһе аңлап ҡабул итә ул эҙләнеүҙәрҙе. Сөнки беҙҙең халыҡтың зиһене, йөрәге асыҡ. Әйтәйек, миңә яңы проекттар өҫтөндә эшләгәндә «быны эшләмә, килешмәй» тип әйткән кеше булманы. Һәр бер яңы ижади аҙымымды мин әсәй-атайым менән кәңәшләшеп башҡарам. Улар дөрөҫ юл күрһәтеп, камиллаштырырға булышлыҡ итә. Тәнҡит һүҙҙәре лә яңғырағаны бар, әлбиттә, тәнҡитһеҙ мөмкин түгел. Йәштәр араһында тәнҡитләгән кешеләр ҙә, ҡайһы саҡ төптө юҡ-бар кәңәш иткән кешеләр ҙә бар. Минеңсә, тәнҡит кәрәк. Шунһыҙ үҫеш тә юҡ. Һәр яҡтан маҡтап ҡына торһалар, эшләргә теләк тә булмаҫ ине. Мин иң яҡшыһы икән, тип уйлап, кеше эҙләнмәҫ, уйланмаҫ, асыштар яһамаҫ, ялҡауланыр ине. Тәнҡитселәргә бары рәхмәт әйтергә кәрәк, улар беҙгә үҙебеҙҙе ситтән ҡарап баһаларға ярҙам итә.

Таһир Әсәҙуллин:

– Донъяла нисә кеше бар, шунса төрлө ҡараш та йәшәйәсәк бит инде.

Шуға күрә, һәр кеше лә тәнҡит, йәки хуплау һүҙен әйтергә, үҙ фекерен белдерергә хаҡлы. Мин дә үҙ адресыма төрлө ҡыҙыҡ тәҡдимдәр, фекерҙәр тыңлайым, ҡабул итәм, эш тәжрибәмдә ҡулланам. Айыш-тойошҡа төшөнмәй, юҡ-бар һүҙҙәр менән тәнҡитләгәндәр ҙә бар инде, кемгәлер – һинең костюмың, кемгәлер – таҡҡан алҡаң, кемгәлер кейемеңдең төҫө оҡшамай. Быларҙың барыһы ла сәнғәтте – үҙенсәлеклерәк, сығыштарҙы сағыуыраҡ итә. Ә ижад кешеһе сикләүҙәрҙән сығып, һәр саҡ эҙләнергә тейеш, тип уйлайым...

 

Сәнғәт ул үҙеңде тотошлайы менән тамашасыға, халҡыңа бағышлау. Быуын-быуын сәхнә йондоҙҙары, йондоҙсоҡтары ҡабындырыр ижад юлы теләйбеҙ һеҙгә, йәштәр.

 

Миләүшә Ҡыҙрасова.

"Тамаша" журналы. №6-2024 й.

Йондоҙҙарҙан йондоҙ ҡабынғанда
Йондоҙҙарҙан йондоҙ ҡабынғанда
Йондоҙҙарҙан йондоҙ ҡабынғанда
Автор:
Читайте нас