Сәнғәтебеҙ күгендә яҡты йондоҙ кеүек балҡыған, үҙҙәре лә, балалары ла сәхнәлә үҙ юлы менән барған, үҙ нуры менән янған «йондоҙло» ғаиләләрҙең асыҡ миҫалы итеп Нәсимә һәм Азамат Тимеровтарҙың улы Арыҫлан Тимеровты Сәнғәттә «атайҙар һәм балалар» мәсьәләһе нисегерәк тора?» – тигән темаға һөйләшеүгә саҡырҙыҡ.
Сәнғәт һуҡмағына һин үҙ теләгең менән баҫтыңмы? Әллә өйҙәгеләр үҙ юлын дауам итеүҙе үтендеме?
– Сәнғәткә мин үҙем килдем. Атайымдың, әсәйемдең йырлағанын тыңлап, һеңдереп үҫкәс, башҡа юлдан китеремде күҙ алдына ла килтермәнем. 4 йәштә мине беренсе тапҡыр сәхнәгә сығарып баҫтырған мәлдән ижад юлым башланды ла инде. Сәхнәгә мөхәббәт уятыусы кешеләрем ана шул әсәй һәм атай булған инде ул. Дәрес әҙерләгәндә лә, эш эшләгәндә лә, йыуынғанда ла, уйнаған саҡта ла, минең тик йырлап ҡына йөрөгөм килә ине, шуға һәр саҡ көйләй һәм йырлай инем. Нисек йырламайһың инде? Беҙ йоҡонан торған мәлдән, атай баянын алып халыҡ йырҙарын һыҙҙыра башлай, ул көйҙәр минең бөтә күҙәнәгемә һеңгән, мин ул моңдарһыҙ үҙемде күҙ алдына ла килтермәйем. Әйткәндәй, саксафонда ла бик яратып уйнайым.
Тормош – сәхнә, сәхнә – көрәш, тиҙәр. Был юҫыҡта ололар кәңәше – алтын аҡыл икәнде беләбеҙ. Улар әйткән ниндәй кәңәште һәр саҡ иҫегеҙҙә тотоп, көн дә ҡулланаһығыҙ?
– Үҙе лә иман юлында булған әсәйем беҙгә «иң әүәл иман», тигән төшөнсәне һеңдергән. Ниндәй генә эште башлаһаң да, Хоҙайға тапшырып, бисмиллаһ әйтеп башла, уның биргәненә шөкөр итеп, рәхмәтле бул, тигән әсәй нәсихәте мине бөтә башланғысымда оҙата йөрөй.
Атай кумир була аламы? Ижад юлында уның тормош дәресе булырлыҡ ниндәй һабаҡтарын ҡулланаһың? Ә ниндәй фекерҙәре менән, «иҫкергән ҡараш» тип һанап, килешмәйһең?
– Атайым минең өсөн иң беренсе һәм иң ысын кумир. Унан һуң ғына, Майкл Джексонмы ул, башҡаһымы, икенсе – алыҫыраҡ кумирҙар. Ул һәр яҡтан кумир: йырсы булараҡ та, тормош серҙәрен өйрәтеүсе ир-азамат булараҡ та, тауышты дөрөҫ ҡуйырға, дөрөҫ йырларға өйрәтеүсе остаз булараҡ та, кешеләр менән ихлас аралаша, уларҙың һөйөүен, һоҡланыуын яулап мөғәләмә итә белеүсе кеше булараҡ та. Атайымдың бөйөклөгө, асылда, шул ябайлығында. Унда – халыҡ аҡылы, халыҡ педагогикаһы. Ундай тәрбиә алымдары иҫкермәй. Киләсәктә атайым кеүек һәр ерҙә көтөп алынған, кәр кемгә аҡыллы кәңәш бирә алған, һәр саҡ юморға бай, үҙе менән позитив йөрөткән шәхес булып үҫешә алһам ине.
Сәнғәттә яңылыҡ индерергә теләгең бармы? Бигерәк тә ҡайһы йүнәлештә, ниндәй юҫыҡта үҙгәрештәр талап ителә, ниндәйерәк ҡарарҙар ҡабул итергә кәрәк тип уйлайһың?
– Кеше ниндәй генә өлкәлә эшләһә лә, артисмы ул, шахтермы, табипмы, ул яңылыҡ эҙләргә, камиллашырға, үҫергә тейеш. Үҫеш, яңы алымдар, яңы ысулдар ҡулланылмаһа, прогресс тигән төшөнсә лә юҡҡа сыға. Йәштәр ана шул камиллыҡҡа ынтылыусылар булырға тейеш тә инде. Мин үҙем дә традицион юлдан тайпылып, ниндәйҙер, яңыса сығыштар әҙерләргә тырышам. Заман һулышын тойоп, төрлө быуын кешеләре лә ҡабул итә, яратып тыңлай алырлыҡ ҡыҙыҡлы клиптар төшөрәм. Ә инде ҡарарҙарға килгәндә, мин мәктәптәрҙе заманса музыка ҡоралдары, студиялар менән күберәк тәьмин итергә тигән ҡарар ҡабул итеүҙәрен теләр инем. Мәктәп уҡыусылары араһында музыкаға һәләтле күп балалар нәҡ ана шул үҙ мәлендә иғтибар, һәләттәрен асырлыҡ музыка ҡоралдары, белгестәр етмәгәнлектән, асылмай ҡала, икенсе юлдан китә, хыялында ғына йырсы, музыкант булып ҡала.
Һин сәнғәттә үҙ һуҡмағыңды һалаһың. Ниндәйҙер яңы алымдар эҙләйһең, башҡаларҙы ҡабатмалаҫҡа тырышаһың, һис кемдекенә оҡшамаған сығыштар әҙерләйһең. Оло быуын вәкилдәре быны өнәп бөтмәүе лә ихтимал... Һинең адресҡа тәнҡит һүҙҙәре лә яңғыраһа, нисегерәк ҡабул итәһең?
– Халыҡтың күпселеге яңы алымдарҙы ҡабул итә. Сөнки киң аудитория хөкөмөнә сығара торған ижадымды мин һәр яҡтан ентекле эшләргә тырышам, башҡарған йырымды йәштәр ҙә, ололар ҙа, рустар ҙа, башҡорттар ҙа, сит ил халыҡтары ла аңлай, ҡабул итә алырлыҡ булһын тигән ниәттәмен. Сығарған яңы клиптарҙың статистикаһын өйрәнеп, уларҙы ҡаҙаҡтар, ҡырғыҙҙар, әзербайжандар ҙа яратып ҡабул итеп ҡарағанын, тыңлағанын белеп, бик ҡәнәғәт булдым. Музыка, моң өсөн сиктәр ҙә, телдәр ҙә юҡ. Ул йөрәк менән, күңел менән ҡабул ителә.
Миләүшә Ҡыҙрасова.
"Тамаша" журналы. №6-2024