-19 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Һәләтле йәштәр
4 Февраль , 11:55

Гөлшат һәм Илдус Закировтар:

«Бер уйлы булып, бер йүнәлешкә ҡараш төбәп йәшәгәндә генә тормош алға бара».

Гөлшат һәм Илдус Закировтар:
Гөлшат һәм Илдус Закировтар:

Бөгөнгө замандың йәнәһе лә сәнғәт тип иҫәпләнгән еңел-елпе йүнәлештәренән ары тороп, быуындан быуынға тапшырыла килгән традицияларға тоғролоҡ һаҡлап, шул уҡ ваҡытта күңелдәрендә йөрөткән уй-ҡуҙҙы ҡабатланмаҫ алымдар аша еткереүгә өлгәшә алған ысын оҫталар, бер-береһен аңлап ғүмер кисергән, кәрәк саҡта кәңәшсе лә, терәк-таяныс та була белгән ижади ғаилә – Гөлшат һәм Илдус Закировтар менән аралашыу үҙе бер кинәнес.

Гөлшат башлыса графика йүнәлешендә һоҡланғыс картиналар ижад итһә, Илдус үҙен ифрат талантлы скульптор итеп танытты. Легендар Керчь атының скульптураһы авторы ла ул. Ғаилә башлығы ҡасандыр үҙҙәре уҡыған Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында скульптура буйынса дәрестәр ҙә алып бара. Ҡаршылыҡтарҙы, яҙмыш һынауҙарын һабаҡ, тәжрибә тип ҡабул итергә күнегеп, юғары маҡсаттар менән йәшәгән был ике шәхестең тормошо ла, ижад юлы ла үҙенсәлекле... Әңгәмәбеҙ һеҙгә лә оҡшар, моғайын...

– Ҙур-ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырған һәләтле ижади ғаилә тип беләбеҙ һеҙҙе. Ижадҡа юлығыҙ нисегерәк булды? Ижад ҡомары үҙен нисегерәк һиҙҙертте? Ошо хаҡта һөйләп үтегеҙ әле. Һүҙҙе башта ғаилә башлығына – Илдус һеҙгә бирәйек...

Илдус Закиров. Үҙем Ҡыйғы районы Кандаковка ауылынан булам. Ижадҡа ынтылыуым сабый саҡтан уҡ ине тип әйтергә лә мөмкиндер. Һәр хәлдә лә, балалар баҡсаһында пластилиндан төрлө һындар әүәләп, һүрәттәр төшөрөп, үҙебеҙсә күргәҙмә ойошторғаныбыҙ хәтерҙә. Мәктәп йылдарында ла рәсем, хеҙмәт дәрестәрен ашҡынып көтөп ала инем. Алтынсы класҡа тиклем – ауыл мәктәбендә, артабан Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатында уҡыным. Туғыҙынсыны тамамлағандан һуң белемемде Өфө сәнғәт училищеһында дизайн йүнәлеше буйынса дауам иттем. Әммә күңелгә ятып бөтмәне был өлкә. Ул саҡта абруйлы иҫәпләнә ине, шуныһы менән генә ымһындырғандыр, күрәһең. Уның ҡарауы, тап шул йылдарҙа монументаль сәнғәткә ынтылыуымды тағы ла нығыраҡ аңланым. Бәләкәйҙән үк, скульптураларға яҡын килһәм, шуларҙан бөркөлгән көстө, рухты тойғандай була торғайным. Бер кешенең ошо тиклем эште атҡарып сыға алыуы һоҡландыра ине. Үҙем дә шул бейеклеккә табан ынтылдым. Училищены тамамлағас, Өфө сәнғәт институтында ла (ул саҡта академия ине), артабан Мәскәүҙә С.Г.Строганов исемендәге Рәсәй дәүләт художество-сәнәғәт академияһында ла скульптура йүнәлеше буйынса белем алдым. Һынлы сәнғәт гимназия-интернатында уҡ алдыма сәнғәт училищеһын һәм акдемияһын тамамланғандан һуң белемемде тап «Строгановка»ла дауам итәсәкмен тигән маҡсат ҡуйғайным. Барыһы ла үҙем теләгәнсә килеп сыҡты.

– Белем алыуға ғына ла байтаҡ ваҡыт бағышлағанһығыҙ килеп сыға...

Илдус Закиров. Эйе. Һынлы сәнғәт гимназия-интернатында уҡыған йылдарҙы ла иҫәпкә алһаҡ, ун алты йыл дауамында һөнәр үҙләштергәнмен. Һәм был да аҙ әле... Ысын оҫта үҫештән туҡтамаҫҡа, көн дә ниндәйҙер яңылыҡ белергә ынтылырға тейеш...

Гөлшат Закирова. Ысынлап та, шулай. Ижадсыға ғилем дә, тәжрибә лә кәрәк. Илдустың сәнғәт училищеһында дизайн серҙәрен үҙләштереүе лә һис артыҡ булмаған, минеңсә. Рәссамға ла, скульпторға ла зауығын, һөнәри йәһәттән оҫталығын үҫтереүгә булышлыҡ итмәй ҡалмай ул. Ә скульптор ул үҙендә әллә нисәмә һөнәрҙе берләштергән кеше. Бәғзеләр скульпторҙың бурысы бары ниндәйҙер һын әүәләү генә тип уйлайҙыр. Ә ул эштең бер өлөшө генә...

Илдус Закиров. Эйе, скульптор ул әллә нисә һөнәргә эйә булыуҙы талап итә. Иң тәүҙә ул бик шәп рәссам булырға тейеш. Бынан тыш – иретеп йәбештереүсе лә, формовщик та һәм шуның ише башҡа эштәргә лә оҫталығың кәрәк. Ҡулың эш белмәһә, скульптор була алмайһың. Совет осоронда монументаль һәйкәлдәр өсөн скульпторҙан тыш әллә нисә һөнәр эйәһе йәлеп ителгән. Ғөмүмән, ул осорҙа ул эшкә ихтыяж күп һәм яйға һалынған булған. Сөнки скульптуралар ул ваҡытта тиражлап яһалған. В.И.Лениндың бюсы ғына ла һәр ауылдың колхозында торған. Бөгөн иһә был эштәрҙең барыһы ла скульпторҙың үҙенең генә иңенә төшә. Һүҙ ҙә юҡ, данлыҡлы Салауат Александрович Щербаков кеүек юғарылыҡҡа, бөйөклөккә эйәһең икән, әлбиттә, тотош заводтар һинең ҡарамағыңда була ала. Ә ундай бөйөклөккә барып етмәгәнһең икән, барыһын да үҙең йырып сыға алырлыҡ хәлдә булырға тейешһең. Шуға ла бөгөн скульпторҙар бармаҡ менән генә һанарлыҡ.

Гөлшат Закирова. Эйе, Илдустың нисек эшләгәнен күрәм дә, скульпторҙарҙың үҙҙәренә һәйкәл ҡуйырға кәрәк тигән уйға киләм...

– Гөлшат, һеҙҙе Дәүләкән районының Яңы Яппар ауылы ҡыҙы, графика оҫтаһы тип беләбеҙ. Аттарға ғашиҡ икәнлегегеҙ ижадығыҙҙа ярылып ята. Һәм һеҙ ҙә Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге һынлы сәнғәт гимназия-интернатын, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтын ( ул саҡта Өфө сәнғәт академияһы) тамамлағанһығыҙ. Һеҙгә лә шул уҡ һорау: ижад ҡомары үҙен нисек һиҙҙертте?

Гөлшат Закирова. Эйе, Дәүләкән ҡыҙымын. Аттарға мөхәббәт тә бала саҡтан. Шып-шым ғына өҫтәл артында һүрәт төшөрөп тик ултырғанмын мин. Өйөм-өйөм булып аттар һүрәте йыйылып китә ине. Яңы Яппарҙа башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң, атай-әсәйем, ижадҡа булған ынтылышымды күреп, Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге һынлы сәнғәт гимназияһына уҡырға бирҙе. Ун беренсе класты ошо гимназияла тамамлағас, Өфө сәнғәт академияһының графика факультетына индем. Әйткәндәй, миндә лә дизайн йүнәлешен һайлау теләге булды, әммә гимназиялағы уҡытыусым Наил Назиф улы мотлаҡ графиканы һайла тип кәңәш иткәс, икеләнеүҙәрем юҡҡа сыҡты. Ул осорҙа сәнғәт академияһында графика факультеты асылып ҡына тора ине. Бик көслө остазда – Камил Ғөбәй улы Ғөбәйҙуллинда белем алырға насип булды.

– Йәнә бер һорау: мәктәп йылдарында Илдус менән юлдарығыҙ киҫешеп өлгөрҙөмө?

Гөлшат Закирова. Бер йыл ғына юлдар киҫешеп ҡалды. Бишенсе класҡа гимназияға килгәндә Илдус туғыҙынсыла уҡый ине. Ул саҡта мин бәләкәй генә ҡыҙыҡай әле, ә Илдустың инде танауына еҫ инеп, егет ҡорона ингән осоро. Миңә иғтибар ҙа итмәгән инде ул. Әйткәндәй, юлдарыбыҙ сәнғәт академияһында ла киҫеште, әммә йылдар үткәс, билдәле бер тормош тәжрибәһе туплағас ҡына, ҡауышырға яҙған булғандыр, күрәһең, ул мәлдә яҙмыш беҙҙең икебеҙҙе ике яҡҡа алып китте. Мин башҡа кешегә кейәүгә сыҡтым, ул да өйләнде. Тәүге никахыбыҙҙан минең – улым, Илдустың – улы менән ҡыҙы һәм уртаҡ мөхәббәт емешбеҙ – ике йәшлек Алинабыҙ бар. Аллаға шөкөр, балаларыбыҙ күп, ғаиләбеҙ ишле тиергә мөмкин. Хәйерлеһе шул булғандыр тигән фекерҙәбеҙ. Үткәнгә боролоп ҡарап үкенеүҙәр кисермәйенсә, барыһын да ҡабул итеп, ниндәйҙер һығымталар яһап, алға табан атлайбыҙ.

– Ысынлап та, һеҙҙең бер-берегеҙҙе күҙ ҡарашынан уҡ аңлауығыҙ һиҙелеп тора. Һәм был ижад процесында ла сағылыш тапмай ҡалмайҙыр?..

Илдус Закиров. Һис шикһеҙ, ижадта ла беҙ бер-беребеҙҙе тулыландырабыҙ, байытабыҙ. Бер-беребеҙҙең эшен баһалайбыҙ, кәңәшләшәбеҙ. Гөлшат эскизға күҙ һалмайынса, мин материалда эште башламайым. Рәссамдың ситтән ҡарап баһа биреүсе үҙ кешеһе булыуы яҡшы ул.

Гөлшат Закирова. Йыш ҡына шулай ҙа була, картина өҫтөндә эшләгәндә нимәнелер үҙгәртергә кәрәклеген тояһың, әммә бик күп көс һәм ваҡыт сарыф иткәс, башҡарған эшеңде үҙгәртке лә килеп бармай шул. Ҡайһы берҙә, уны нисек бар, шул килеш ҡалдыраһың. Әммә яныңда ижад нескәлектәрен аңлаған тағы ла бер кеше бар, һәм ул да шундай фекерҙә, йәғни шул уҡ етешһеҙлекте тойоп ҡалған икән, тимәк, ысынлап та, ялҡауланмай ғына эшеңә үҙгәреш индерергә кәрәк. Сөнки картинаһына ҡарағас, ижадсыла ниндәйҙер ризаһыҙлыҡ, икеләнеү тойғоһо тыуырға тейеш түгел. Ә былай беҙҙең зауыҡтар ҙа, фекерләүебеҙ ҙә оҡшаш.

Илдус менән юлдарыбыҙ ҡабаттан киҫешкәнгә тиклем мин, ғаилә мәшәҡәттәренә, уҡытыусылыҡ эшенә бирелеп, ижадтан бер аҙ һүрелә лә төшкәйнем. Уның яҙмышымда пәйҙә булып, бергә тормош ҡороп алып китеүебеҙ, хатта минең ижадтағы яңырыуыма килтерҙе тип әйтә алам һәм уға шуның өсөн рәхмәтлемен дә...

Илдус Закиров. Эйе, ир менән ҡатын бер-береһен ихтирам итеп, бер уйлы булып, бер йүнәлешкә ҡараш төбәп йәшәһә генә тормош алға китә тип уйлайым. Ә тормош йүгәнен береһе алға тартып, икенсеһе артҡа һөйрәһә, бер нәмә лә килеп сыҡмай...

– Скульпторҙың, рәссамдың эше нимәнән башлана?

Илдус Закиров. Идеянан, эскиздан, һүрәттән...

Гөлшат Закирова. Ә идея ул рәссамдың күңелендә бала саҡта уҡ морон төртә башлай. Барыһы ла йөрәгеңдә уйылып ҡалған күренештәргә, хәтирәләргә ҡайтып ҡала. Ауыл тормошоноң үҙенсәлеген, уның бөтөн хозурлығын, эштең тәмен, ауырлығын тойоп үҫеү – рәссам өсөн үҙе бер бәхет. Һәм ана шул кисерештәрҙән һуғарылған картинаның йәне була.

Илдус Закиров. Беҙҙең ижадтағы уртаҡ темабыҙ аттарға бәйле. Икебеҙ ҙә ат йәнле булып, уларҙы тәрбиәләп, һыбай сабып үҫкәнбеҙ. Шуға ла бала саҡтағы кисерештәр ҙә, ижадтағы темалар ҙа оҡшаш. Гөлшат хатта үҙенең яратҡан аты менән сабыштарҙа ҡатнашып, беренселекте бирмәгән. Мин дә аттарға ғашиҡ инем. Бала саҡта олатайым ҡолон бүләк итте. Шуны тәрбиәләп, ҡарап, ашатып, үҫтерҙем. Был мауығыуым, аттарға булған мөхәббәтем минең ижадымда хәл иткес роль уйнаны ла инде. Аттың ниндәй мускулы ҡайҙа урынлашҡанын тойоп беләм. Ул ғүмерлеккә хәтерҙә ҡалған. Ә скульптор өсөн был үтә лә мөһим. Гөлшат дөрөҫ әйтә. Ижадта үҙеңдең йөрәгең аша үткәргән кисерештәрҙе сағылдырырға кәрәк. Шул саҡта ғына эшеңдән энергия бөркөлөп торасаҡ. Ә фотонан ҡарап ҡына яҙылған картинаны ижад тип атап та булмайҙыр.

Гөлшат Закирова. Беҙ шуныһы менән бәхетле. Ат егеп, ҡул менән бесән эшләп, башҡа төрлө иҫәпһеҙ-һанһыҙ эштәр башҡарып үҫкән быуын вәкилдәребеҙ. Ауылдар гөрләп торған, йәнле, йәмле осорҙа үҫтек. Хәҙерге тормош менән сағыштырыу мөмкинлегебеҙ бар. Картиналарҙа тамашасы ана шул энергетиканы, мөхитте тоя һәм үҙенең кисерештәрен иҫенә төшөрә. Шуға ла рәссамға ниндәйҙер матур ғына берәй әйбер төшөрөүгә ҡарағанда, ана шул күңелеңдәге уй-хәтирәләрҙе тергеҙеү, сағылдырыу үҙе бер кинәнес бирә.

– Гөлшат, үҙегеҙҙең бала саҡтағы аттар менән бәйле хәтирәләрегеҙ, ат сабыштарында алған кисерештәргеҙ менән дә уртаҡлашып китегеҙ әле...

Гөлшат Закирова. Атайым да, ҡартатайым да ат тотто. Беренсе класта уҡығанда уҡ атайымдың мине атҡа атландырып, етәкләп алып ҡайтҡаны хәтерҙә. Ә бер көндө ул малҡайҙы алып ҡайт әле тип бер үҙемде генә ат һарайына ебәрҙе. Шунда яңғыҙ ғына ат саптырып ҡараным. Шунан башланды инде минең осош! Көн дә һыбай елдерә торғайным. Күпмелер ваҡыттан һуң атайым Мария исемле бик яҡшы тоҡомло бейә малы һатып алды. Уның ҡолоно тыуҙы. Уға Буян тип исем ҡуштым. Шул ҡолондо үҙем тәрбиәләп, үҫтереп алдым. Йүгәндәр ҙә тектем. Ул бик шәп сабыш аты булды. Әлеге лә баяғы атайым, был тай беренселекте бирмәйәсәк, әйҙә сабышта ҡатнашып ҡара, тип дәртләндерҙе. Башта ауыл һабантуйындағы ат сабышында ҡатнашып, беренселекте яуланыҡ. Һуңынан атайым бер үҙемде атҡа атландырып, ауылыбыҙҙан утыҙ саҡрымда ятҡан Дәүләкән һабантуйына сығарып ебәрҙе. Дүртенсене генә тамамлаған сағым ине. Хәҙер шул хәлдәрҙе иҫкә төшөрәм дә үҙемә үҙем аптырайым. Атайымдың мине яңғыҙ сығарып ебәреүен дә әйт инде... Һабантуй буласаҡ майҙанды эҙләп таптым шулай ҙа. Буяным был юлы ла һынатманы, ипподром аттарын уҙып китеп, район һабантуйында ла беренселекте яулап ҡайттыҡ. Ә көҙгөһөн Өфөгә гимназияға уҡырға киттем. Аҙна аҙағында атайым килеп, ял көндәренә ауылға алып ҡайтты. Ҡайтып еткәс кенә ҙур үкенес менән: «Ҡыҙым, атыңды урланылар бит», – тип әйтеп ҡуйҙы. Был хәбәргә һис тә ышанғы килмәне... «Ниңә улай шаяртаһың», – тип көлгән булдым әле башта. Тик атайым шаяртмаған шул. Атымды, ысынлап та, урлағандар. Бәйле торған еренән кәртәнән алып киткәндәр. Үҙе бик йылғыр булһа ла, йыуаш ине шул. Башҡа сабыш аттары стартта сыҙап тора алмай сығынсылай, ә минең атым тыныс ҡына тик тора торғайны. Ана шул йыуашлығы харап иткән инде уны...

– Башҡа атығыҙ булманымы?

Ҡартатайымдың башҡорт тоҡомло бейәһе бар ине, шуның ҡолоно тыуғас, уны миңә бүләк итте. Әммә уныһы сабыш аты түгел ине инде. Башҡа сабыштарҙа ҡатнашманым. Туғандарым ҡараштырып йөрөрбөҙ, Буяның, бәлки, берәй ерҙә күҙгә салынып ҡалыр әле тип өмөтләндерһә лә, атым табылманы. Бик алыҫҡа алып киткән булғандарҙыр, күрәһең. Ошо хәлдән һуң ат темаһы ижадымда нығынып ҡалды. Әле һаман да күңелемде биләп тора ул.

Илдус Закиров. Ул йылдарҙа ат ҡараҡтары әүҙемләшкән осор ине шул... Бик яйға һалынған система буйынса эшләгәндәрҙер, күрәһең. Ышанаһығыҙмы-юҡмы, минең атым менән дә шундай уҡ хәл булды. Йәйге каникулдар тамамланғас, училищеға беренсе курсҡа китеүемде белеп ҡалғандар ҙа, шул төндә үк бейәмде кәртәнән ҡолоно менән бергә алып киткәндәр...

– Тимәк, данлыҡлы Керчь атын һынландырыу өсөн ныҡлы ғына ерлек тә булған... Тормош һеҙҙе ошо оло монументаль хеҙмәткә әҙерләгән кеүек тә булған бит?! Кемдең идеяһы ине был?

Илдус Закиров. Был эште атҡарып сығыуҙа Гөлшаттың да ярҙамы ҙур булды. Һәр эште кәңәшләшеп башҡарабыҙ. Әммә быны уртаҡ проектыбыҙ тип әйтергә мөмкин.

Гөлшат Закирова. Уй көсө тураһында телгә алыр инем мин ошо урында. Бер мәлде яҙыусы Йыһат Солтановтың «Бәйләнештә» селтәрендәге сәхифәһендә Керчь аты тураһындағы яҙмаһына тап булдым. Ошоға саҡлы ундай ат булғанлығын белмәүемә аптыраным. Хатта оят булып китте. Иҫ киткес тарих бит был! Легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Бөйөк Ватан һуғышынан иҫән ҡайтҡан берҙән-бер аты! Ошо тарих мине ныҡ тетрәндерҙе һәм шул көндө үк уның һүрәтен яһап, Йыһат ағайға ебәрҙем. «Ҡойоп ҡуйған Керчь аты булған бит», – тине Йыһат ағай. Мине иһә ниңә ошоға саҡлы уға һәйкәл ҡуйылмаған икән тигән уй биләне.

Илдус Закиров. Ә мин тап шул осорҙараҡ Башҡорт дәүләт аграр университеты биләмәһендә ат менән ҡолонға баҡырҙан һәйкәл ҡуйғайным. Шул эш менән мәшғүл сағымда оҫтаханаға «Төньяҡ амурҙары» хәрби-патриотик хәрәкәте етәксеһе, рәссам Илдар Ғиндулла улы Шәйәхмәтов инеп сыҡты. Минең аттарға ҡарап һоҡланыуын белдерҙе лә: «Бына Керчь атына һәйкәлде ҡуйһаң, һин генә ҡуя алаһың», – тип, Миәкә районының Илсеғол ауылы халҡы илле йыл инде ошо легендар атҡа һәйкәл ҡуйыуҙарын көтөүе хаҡында һөйләп китте. «Ташы ла ята, постаменты ла әҙер, эшләргә кешеһе генә юҡ», – тине. Бер өс йыл үткәс, миңә тап ошо һәйкәлгә эскиз әҙерләп килтереүемде һорап шылтыраттырлар. Баҡтиһәң, проектҡа конкурс-фәлән иғлан итеп тормағандар. Силәбенән бер ҡатын эскизын алып килгән дә, район етәкселегенән ризалыҡ алып та өлгөргән икән. Әммә ат бик агрессив итеп һүрәтләнгәс, халыҡҡа уның эскизы оҡшап етмәгән. Ошо ауылдан сыҡҡан бик әүҙем ханым, Тамара Яҡуп ҡыҙы Иҫәнғолова, Илдар Ғиндулла улы менән кәңәшләшмәксе булған. Илдар Шәйәхмәтов иһә уға минең телефон номерымды биргән. Һуңынан Тамара ханым миңә бәйләнешкә сыҡты. Уның менән һөйләшкәндән һуң Гөлшат менән тиҙ арала Керчтың һүрәтен төшөрә һалдыҡ.

Гөлшат Закирова. Атты нисек һынландырыу хаҡында оҙаҡ ҡына уйландыҡ әле башта һәм статик образда бирергә булдыҡ.

Илдус Закиров. Һәр деталгә туҡталып, ул тарихты ҡабат-ҡабат уҡып сыҡтыҡ. Тыуған төйәгенә алып ҡайтып ергә төшөргәс тә, өс тапҡыр ауылды урап сыҡҡандан һуң, башын күтәреп кешнәп ебәргән ул. Әйтерһең дә, тыуған еренең һауаһын һулаған. Бына шул күренеш беҙҙең өсөн кульминацион булды. Ике тапҡыр яраланып, үлемде еңеп ҡайтҡан, тыныс тормошта ла хужалыҡта хеҙмәт иткән аттың ыҙа сиккән, үлем хәлендә булған мәлен һынландырыу кәрәк түгел ине бында. Мин иҫән, һәм бына, ниһайәт, ҡайттым тигән сүрәттә булырға тейеш ине ул. Уның хәрби ат икәнлеген күрһәтеү өсөн эйәрен һәм обмундированиеһын эшләү ҙә кәрәк. Унан һуң, скульптура ҡанундарынан да ситләшергә ярамай бит әле. Ә ҡанундар буйынса, әгәр хужаһы һуғышта йәрәхәтләнгән икән, аттың бер аяғы күтәрелгән булырға тейеш. Ә инде хәрби кеше яуҙа үлһә, ике аяғының да күтәрелеүе шарт. Әгәр ҙә йәрәхәтләнмәгән һәм иҫән ҡалған икән, ат дүрт аяғында ла баҫып торорға тейеш.

– Ысынлап та, Керчь атының үҙенең, уның скульптураһың барлыҡҡа килеү тарихы ла бик үҙенсәлекле. Илдус, бына һеҙ бик күп тарихи шәхестәрҙең, ижадсыларҙың да бюстарын яһайһығыҙ. Быйыл ғына бөйөк шәхестәребеҙ Даян Мурзинды, Рәшит Назаровтарҙы һынландырҙығыҙ. Йылына нисә бюст эшләйһегеҙ? Унда ла бик етди әҙерлек талап ителә бит инде...

Илдус Зарипов. Йылына биш-алты бюст ҡуйырға тура киләлер. Эйе, һынландырасаҡ образыңа тотонор алдынан оҙаҡ ҡына уйланып йөрөлә. Уның тормошона, холҡона бәйле бәләкәй генә деталдәргә саҡлы өйрәнәһең. Даян Мурзин кеүек яу ҡаһарманымы, йә иһә Рәшит Назаров, Дәрдмәнд (татар классигы Закир Рәмиев) кеүек шағирҙар булһынмы, барыбер үҙенә күрә бер автор алымын уйлап табаһың. Был образға бәйле үҙеңдең ҡарашың эшеңдә ярылып ятырға тейеш. Шағирҙарҙың да төрлөһө була. Әйтәйек, Рәшит Назаровты һынландырғанда уның шундай нескә хисле ижадсы икәнлеген дә күрһәтергә кәрәк бит әле. Шағирҙың ҡыҫҡа ғына ҡәләме һәм бәләкәй генә блокноты булыуы мәғлүм ине миңә. Уларҙы ул һәр ваҡыт үҙе менән йөрөткән. Бюстҡа бына шул деталдәрҙе лә индереп ебәреү отошло булғандыр тип иҫәпләйем. Дәрдмәнгә иһә Мәләүез районы Ергән ҡасабаһында бюст түгел, ә ярымфигура яһаным. Ергән ҡасабаһы менән ауаздашлығы булһын тип, уны ерҙән, йәғни ябай халыҡ араһынан сыҡҡан данлыҡлы шәхес итеп һынландырыу маҡсатын ҡуйҙым.

– Сит өлкәләрҙә лә эштәрегеҙ барҙыр, моғайын?

Илдус Закиров. Күп түгел, әммә Ҡазанда, Мәскәүҙә, Краснодарҙа бюстарым бар.

– Скульптор булараҡ Өфөләге үҙегеҙҙең күңелегеҙгә, зауығығыҙға хуш килгән ниндәй скульптура өлгөһөн билдәләп үтер инегеҙ?

Илдус Закиров. Дан бульварындағы Николай Васильевич Томскиҙың Муса Гәрәевкә ҡуйған бюсы иҫ киткес шәп! Ундай скульптура барлығын ҡайһы бер кешеләр белмәй ҙә хатта. Сөнки юлдан ситкәрәк, кеше күҙенән йәшереп ҡуйған кеүек итеп урынлаштырғандар уны. Скульптура шәп, әммә урыны бик отошло түгел иҫәпләйем...

Гөлшат Закирова. Мине шуныһы ғәжәпләндерә. Оригамиҙан яһалған арзанлы фигуралар ниңәлер кеше күпләп йөрөгән урындарҙа тора. Хатта скульптураны ла шул материалдан яһап ҡуйырға тартынмайҙар хәҙер. Ниндәйҙер зауыҡһыҙлыҡ биләне ҡалабыҙҙы һуңғы йылдарҙа. Дөйөм стиль концепцияһы юҡҡа сыҡты. Эйе, заказсы реклама бирә лә, кем осһоҙораҡ хаҡҡа хеҙмәт тәҡдим итә, шуныҡын һайлап алалар. Бындай күренеш ҡалабыҙҙы һис тә биҙәмәй, киреһенсә, йөҙөн боҙа. Ә ҡуйыласаҡ эштәрҙе бик компетентлы комиссия ағзалары баһалап ҡабул итергә тейештер, моғайын...

– Гөлшат, бына һеҙ ижадта яңырыу кисерҙем тинегеҙ. Нимәнән башланды ул яңырыу?

– Мөхәббәттән. Илдустың миңә ҡарата наҙлы мөнәсәбәтенән, иждаыма иғтибарлы булыуынан, һин булдыраһың, тип ҡанатландырып тороуынан... Скульптура йүнәлешендә эшләп ҡарау ҙа илһамландырҙы. Илдус миңә шундай мөмкинлек бирҙе. Скульптураға ҡағылып ҡарағандан һуң хатта һүрәт төшөрөү манерам да үҙгәрҙе. Илһамын юғалтҡан рәссамдарға мин балсыҡ әүәләп ҡарарға кәңәш итер инем. Әүәләгәндә башҡа төрлө идеялар килә, форманы тойорға өйрәнәһең, анализлау ҡеүәһе үҫә, илһамың артҡан кеүек тойла. Ғөмүмән, минең дә бәләкәйҙән үк скульптураға ҡарата ҡыҙыҡһыныуым булды ул. Гимназияла уҡығанда, йәйге каникул мәлендә бер көндә балсыҡтан дүрт ат әүәләп ҡайтҡанымды иҫләйем. Ә Илдусты мин ниндәйҙер кимәлдә үҙемдең остазым тип тә әйтә алам. Ни тиһәң дә, уның ғилеме, ижади тәжрибәһе лә минекенә ҡарағанда күберәк.

Илдус Закиров. Мин дә Гөлшаттан күп нәмәләргә өйрәнәм. Беҙ бер-беребеҙҙе тулыландырабыҙ тиеүем дөрөҫ ул...

Гөлшат Закирова. «Век живи, век учись», тиҙәр. Уҡыу йортон тамамлап ҡына һин дә рәссам да, скульптор ҙа булып китмәйһең. Тәжрибә кәрәк. Институтта остаздар тарафынан бирелгән күп нәмәләрҙе тап шул мәлдә аңламауың да ихтимал. Сөнки тәжрибәң етеңкерәмәй. Ә бына йәшәй-йәшәй, ижад итә итә, һин уҡытыусыларыңдың нимәләрҙе күҙ уңында тотоуҙарын аңлай башлайһың. Эйе, улар хаҡлы һин иң тәүҙә академик ғилемде үҙләштерергә, йәғни һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡҡа ынтылырға тейешһең. Һәм ошо оҫталыҡҡа өлгәшкәс кенә стилизацияға тотонаһың. Академияла уҡығанда остаздарыбыҙҙың ни өсөн күргәҙмәләрҙә ҡатнашыуыбыҙға ҡаршы булыуҙарын хәҙер мин яҡшы аңлайым. Күргәҙмәлә ҡатнаштыңмы, үҙеңде бөйөк рәссам тип тоя башлауың бар. Һинең үҫештән туҡтауың, ана шул академизмдың төшөп ҡалыуы, һүрәт төшөрөү нескәлектәрен өйрәнеп бөтмәгән килеш стилизация менән генә мауығыуың ихтимал.

Илдус Закиров. Барлыҡ ижад төрөнә лә хастыр был ҡанундар. Яҙыусылар ҙа, шағирҙар ҙа, вокалистар ҙа, бейеүселәр ҙә тәүҙә академик стилде үҙләштерергә тейеш. Шул юғарылыҡҡа күтәрелгәндән һуң ғына һин үҙең ниндәйҙер стиль уйлап таба алаһың. Үкенескә күрә, ижадта, башлыса һынлы сәнғәттә, бөгөн классик ғилемгә, оҫталыҡҡа эйә булмай тороп, стилизация менән генә мауығыусылар күп. Был минең ҡарашым, мин ошолай күрәм, йәнәһе лә... Нисек теләйһеҙ, шулай ҡабул итегеҙ, имеш... Ана шул еңел-елпелек арҡаһында ла күп рәссамдар бөгөн һөнәрҙә нығынып китә алмай...

– Социаль селтәрҙәр аша ла күреп, белеп торабыҙ, «Башҡорт аты» кеүек мәртәбәле проекттарҙа ла әүҙемлек күрһәтәһегеҙ?

Гөлшат Закирова. Мине республикала милли ғөрөф-ғәҙәттәр тергеҙелеүе, асылыбыҙға ҡайтыуыбыҙ ҡыуандыра. Үҙебеҙ үлеп яратҡан ат темаһы бөгөн бик популяр булып китте. «Башҡорт аты», «Мәргән уҡсы» кеүек проекттар, ысынлап та, күңелемә хуш килә. «Башҡорт аты» проектында былтыр картиналар конкурсында ҡатнашып, йәғни башҡорт атын төшөрөп, беренсе урын алғайным. Ә быйыл әлеге көндә Дондағы Ростов ҡалаһында ғүмер кисереүсе яҡташыбыҙ, ауылдашым запастағы офицер, яҙыусы Мәхмүт Сәлимовтың ошо проект өсөн махсус әҙерләгән «Башҡорт аты» тип исемләнгән китабында минең картиналарым урын алды. Бик ҡыҙыҡ килеп сыҡты был хәл. Мәхмүт Бакир улы үҙенең ат темаһына яҙылған хикәйәттәренә иллюстрациялар һорап, остазым рәссам Йәлил Сөләймәновҡа мөрәжәғәт иткән. Йәлил Әхмәт улы иһә, уға аттарҙы ғына төшөргән бер уҡыусым бар тип, минең телефон номерымды биргән. Ә Мәхмүт ағай менән беҙ ауылдаштар. Ул миңә шылтыратты, аралаштыҡ, бер-беребеҙҙе таныныҡ. Мин уға үҙемдең картиналарымдың фотоларын ебәрҙем. Бер аҙҙан Мәхмүт ағай йәнә шылтырата: «Гөлшат, ниндәй ғәжәп хәл булды һуң әле был? Картиналарың минең хикәйәттәремә махсус төшөрөлгән кеүек бит!» – ти. Тормошта шулай ҙа була шул...

Фестивалгә быйыл биш эш алып барып Ҡоролтай ойошторған күргәҙмәгә ҡуйҙыҡ. Илдус конкурсҡа тип башҡорт аты скульптураһын да әҙерләгәйне. Тик ниңәлер ул конкурстан үткәрелмәне. Мөмкинлектән файҙаланып, Радий Фәрит улына бер картина бүләк иттек. Икәүһен ул үҙе күргәҙмәнән һайлап алып, музейға тәҡдим итте. Был хәл, әлбиттә, беҙҙе тағы ла илһамландырып ебәрҙе...

– Эш бөттө... Гөлшат, һеҙҙең картинағыҙ яҙылды, Илдус, һеҙ ҙур монументаль скульптурағыҙҙы тамамлап ҡуйҙығыҙ. Нимә кисерә оҫта ошо мәлдә? Күңелдә нимә ҡала?

Гөлшат Закирова. Ҡәнәғәтлек тойғоһолор... Әммә эшеңде тамашасы хөкөмөнә тәҡдим итмәйенсә, күңелдә тыныслыҡ булмайҙыр ул. Ә ул мәлдең оҙаҡҡараҡ һуҙылып китеүе лә бар. Илдус, мәҫәлән, скульптураһын тамамлағас, заказды ҡабул итеүҙәрен көтә. Ҡабул итһәләр, өйгә ҡыуанып ҡайтып инә. Һәйкәлде асыу тантанаһында уның ҡыуанысы тағы ла арта төшә. Ижадсыға тамашасы, халыҡ менән бәйләнештә булыу, аралашыу, уларҙың фекерен, хуплауҙарын ишетеү ҙә кәрәк. Шунһыҙ артабан эшләргә дәрт етмәйҙер ул.

Рәссамдың эше лә тамашасаһына оҙаҡ ҡына барып етә алмауы ихтимал. Картинаң күргәҙмәләргә ҡуйылып, яҡшы баһа бирелһә йәки уны һатып алһалар, әлбиттә, күңел күтәрелә.

Илдус Закиров. Башҡарған хеҙмәтең кешегә кәрәкмәһә, әллә нисәмә эш атҡарып та, тамашасынан баһа алмаһаң, артабан ижад итеүҙең мәғәнәһен күрмәйһеңдер ул. Ул саҡта һине илһам ташлап китәлер...

– Һеҙҙең менән ундай хәлдәр булмаһын тип теләйек. Ә бына ижадтан тыш тағы ла берәй ҡыҙыҡһыныуҙарығыҙ бармы? Нисек ял итәһегеҙ?

Илдус Зарипов. Ҡайһы берҙә ижад миңә үҙе бер ял кеүек тойола башлай. Ә былай шахмат уйнарға яратам. Берәй яҡшы фильм ҡараһаң да ял инде...

Гөлшат Закирова. Илдус, ысынлап та, ял итә белмәй ул. Күп ваҡытын эшкә бағышлай. Шуға ла, эштәр бер аҙ тамамлана төшһә, тәбиғәткә ынтылабыҙ. Ҡаланан ситтә ҙур булмаған баҡсабыҙ бар, шунда ерҙә соҡоноп, саф һауа һулап ҡайтабыҙ.

Илдус Закиров. Атай-әсәйҙәр янына ауылға ҡайтып килеү ҙә күңелгә илһам өҫтәй инде. Ҡыйғы районына бик йыш уҡ булмаһа ла, йылына өс-дүрт тапҡыр ҡайтып киленә. Дәүләкән яҡын булғас, унда юлыбыҙ йышыраҡ төшә.

Гөлшат Закирова. Шөғөлдәр тигәндән, мин үҙем бәләкәйҙән бейергә яраттым. Хатта бейеү дәрестәре алып барған саҡтарым да булды. Һуңғы йылдарҙа иһә йога менән мауығып киттем. Хәҙер йога инструкторымын да, үҙемдең ҙур булмаған төркөмөм дә бар...

– Илдус, скульптор өсөн, ғаилә башлығы өсөн заказдарҙың булыуы, әлбиттә, яҡшы. Шулай ҙа үҙегеҙҙең күңелегеҙҙе ниндәй тема тынғы бирмәй ҡытыҡлап тора?

Әлеге лә баяғы атлы һәйкәлдәр темаһы күңелемә яҡын. Атҡа атланған кешене йәғни һыбайлыны һынландырған берәй монументаль эш башҡарғым килә... 

– Ә һеҙҙең, Гөлшат?

Әсәйем элегерәк, ҡасан шул аттар төшөрөүеңде туҡтатаһың инде, башҡа тема бөткәнме әллә, тип көлөп тә ҡуя торғайны. Үҙемдең дә, бәлки, теманы үҙгәртергәлер тип уйлағаным булды. Һуңғы йылдарҙа шуны аңланым. Аллаһы Тәғәлә аттарға мөхәббәтте юҡҡа ғына бирмәгәндер ул беҙгә. Яһалма рәүештә эшләмәйем уларҙы. Күңелдән, йөрәктән килә барыһы ла. Шуға ошо теманан ситләшмәйенсә, артабан да үҫешеп, ниндәйҙер бер кимәлгә етергә ине тигән теләгем бар. Бер үк темаға ижад итеү ул бер урында тапаныу тигән һүҙ түгел. Ә бына техниканы үҙгәртеп-үҙгәртеп алыу яҡшы. Хәҙер бына майлы буяуға күсеп ҡарағым килә...

Илдус Закиров. Ғөмүмән, ижадсы үҙен төрлө техникала һынап ҡарарға тейеш. Шул саҡта мотлаҡ үҫеш буласаҡ...

– Илдус, Гөлшат, әңгәмәгеҙ, ижад серҙәрегеҙ менән ихластан бүлешеүегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. «Тамаша»лар һеҙҙең ғаиләгеҙгә именлек, тормошта ла, ижадта ла әлегеләй бер-берегеҙгә ҡарата ихтирамлы, иғтибарлы булып, бер-берегеҙҙең уңыштарына, ҡаҙаныштарына һөйөнөп йәшәүегеҙҙе теләй!

Г.Батыршина.

"Тамаша" журналы. № 6 - 2024 й. 

Гөлшат һәм Илдус Закировтар:
Гөлшат һәм Илдус Закировтар:
Гөлшат һәм Илдус Закировтар:
Гөлшат һәм Илдус Закировтар:
Гөлшат һәм Илдус Закировтар:
Гөлшат һәм Илдус Закировтар:
Гөлшат һәм Илдус Закировтар:
Гөлшат һәм Илдус Закировтар:
Гөлшат һәм Илдус Закировтар:
Гөлшат һәм Илдус Закировтар:
Гөлшат һәм Илдус Закировтар:
Автор:
Читайте нас: