– Тыуған ғаиләм хаҡында уйланам да, бик бәхетле кеше икәнемә ҡабат-ҡабат инанам. Беҙ ғаиләлә өс ир бала үҫтек. Ағайым, ҡустым бар. Әсәйем беҙҙе һәр саҡ, атайымды ла ҡушып, наҙлап, «Минең футбол командам» тиеп өндәшә. Йәмле, татыу ғаиләлә, атай-әсәй йылыһы менән һуғарылған ҡотло өйҙә нужа күрмәй, теләгәнебеҙҙе кейҙереп, теләгәнебеҙҙе ашатып үҫтергән өсөн мәңге рәхмәтлемен атай-әсәйемә. Бала сағым – хыялда үҙенә саҡырып торор бер яҡты, йылы, матур хәтирәләр мәле инде ул. Әсәйем бар эшкә күңел йылыһы һалырға кәрәклекте өйрәтһә, атай инде хужалыҡта ир кешегә кәрәк булған бөтә эштәрҙе, етмеш төрлө һөнәрҙе өйрәтте. Ул үҙе лә алтын ҡуллы йорт хужаһы булараҡ, беҙгә кескәй генә саҡтан уҡ балта һаплауҙан башлап, мейес сығарыу, өй бураһы күтәреү, кәрниз-фронтон ябыуға тиклем, барыһын да өйрәтте. Ир-егеткә иң кәрәкле шөғөлдәрҙе – ағас эштәрен, үҫеп ултырған ағасты һыйпап ҡарап, тәғәйенләнешен төшөнөүҙе, уны утын йә таҡта итеү, бысыу-ярыу, семәрләү – барыһын да үҙ ҡулдарыбыҙ менән тотоп, үҙ иңебеҙҙә татып үҫтек. Машина йөрөтөүгә һөйөүҙе инде, руль артынан башыбыҙ ҙа күренмәгән саҡта уҡ уятты ул беҙҙә.
Байегет менән матур әңгәмәне тулы килеш "Тамаша" журналының яңы декабрь һанында уҡырһығыҙ.
Журналыбыҙға яҙылырға онотмағыҙ, һанаулы ғына көндәр ҡалды, дуҫтар.