Хәйбулла районының Йәнтеш ауылына тыуған егет Өфө ҡалаһының күреү һәләте насар һәм һуҡырҙар өсөн 28-се махсус интернат-мәктәбендә белем ала.
Был йылдарҙа Азатҡа үҙе кеүек үк яҙмышҡа дусар булып та, моң донъяһында үлемһеҙ әҫәрҙәре менән дан ҡаҙанған композитор Салауат Низаметдинов менән танышырға, уның ҡылында белем алырға насип була.
Сибай сәнғәт колледжының вокал бүлегендә уҡығанда уҡ башкөллө ижад донъяһына сума. Һәүәҫкәр композитор, йырсы булараҡ, бик күп конкурс, йыр бәйгеләрендә ҡатнашып, төрлө дәрәжәләге лауреат, дипломант исемдәре яулай. Уның драматизм, һағыш һәм фәлсәфә менән һуғарылған йырҙарына бик күп клиптар төшөрөлгән. Йырҙың һүҙҙәре өсөн авторҙар менән тығыҙ бәйләнеш булдырған. Быйылғы сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләрҙе хәстәрләү йылында Сибай концерт-театр берекмәһе Республика халыҡ ижады үҙәгенең «Атайсал» мәҙәни үҙәге менән берлектә Азат Исҡужиндың «Күңел нурым ғаләм яҡтырта» исемле концертын әҙерләне. Ул 21 ноябрҙә Өфөлә уҙҙы.
Азат Азамат улы хеҙмәт юлын Хәйбулла районының Аҡъяр ауылы мәҙәниәт йортонда башлай. Сибай концерт-театр берекмәһенә эшкә килеүе осраҡлы ғына килеп сыға. Ул ваҡытта үҙ биналары булмағас Сибай башҡорт дәүләт драма театрында эшләгән филармония артистарының хәлен белешергә генә инә. Музыкаль етәксе булған Рәмил Туйсин егеттән:”Беҙгә эшкә килдеңме әллә?”--тип һорай. Эйе,--тип шаяртып ҡына яуап бирә азат .”Улайһа, директорҙың ҡолағына төшөрөрмөн”, - ти Рәмил Париж улы. Бер аҙ ваҡыт үткәс, етәкселек шылтыратып, эшкә аласаҡтарын еткерә.
-Шулай итеп, 2020 йылдың 3 февраленән Сибай концерт-театр беркмәһендә эшләйем. Беренсе эшем “Сулпан” балалар театры әҙерләгән “Ҡыйыу портняжка”спектаклгә көй яҙыу булды. Мине сәхнә әҫәрҙәрен музыкаль яҡтан биҙәүсе булараҡ эшкә алдылар. Спектаклде ҡуйыусы режиссер Башҡортостандың халыҡ артисы Вәкил Йосопов, актер Юлдаш Юлдыбаев ярҙам итеп ебәрҙе. Ул ваҡыттағы директорыбыҙ Айбулат Ҡотошев спектаклде килеп ҡараны ла оҡшатты, беҙгә спектаклдәрҙе ошолай матур итеп музыкаль яҡтан биҙәгән композиторҙар етмәй, тине. Уның дәртләндереү һүҙҙәрен ишеткәс дөрөҫ юлда барам икән, тип ҡыуандым. Әле лә балалар өсөн спектаклдәргә музыка ижад итәм. Ике йыл эшләгәндән һуң беренсе шәхси концертымды ҡуйҙым. Уны эшләргә Рәмил Туйсин тәҡдим итте. Тәжрибәле музыканттар, артистар бергә тотоноп, был эште башҡарып сыҡтыҡ. Йырҙарҙан тыш, ҡурай, скрипка өсөн көйҙәр яҙырға тура килде. Балалар өсөн яҙылған йырҙарымды “Сулпылар” телевизион конкурсында ҡатнашып беренсе урын алыусы ҡыҙҙар--Зөлхизә Сәлимова, Нәдиә Абдуллина башҡарып, ижади кисәмә бер сағыу биҙәк өҫтәне,--тип һөйләй Азат Исҡужин, профессиональ сәхнәлә эш башлауына һөйөнөп.
Талантты егет Фирүзә Абдуллина, Миләүшә Ҡаһарманова, Гөлнур ҡыуатова, Рәзилә Ырыҫҡужина, Насип Һаҡмаров, Мотал Рәмовтарҙың шиғырҙарына йырҙар иткән. Бер туған һеңлеһе Әлфинә Ултыраҡованың һүҙҙәренә әсәһенә бағышланған йыр ҙа бик матур килеп сыҡҡан.
-Һуңғы арала Сибай филармонияһы йырсылары өсөн арыуыҡ ҡына йырҙар яҙҙым. Уларҙы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғаяз Ғөәетбаев, Йәғәфәр Нәҙершин, Сөмбөл Моратова, Азамат Әхмәтханов башҡара. Шулай уҡ Башҡортостандың халыҡ артистары Артур Туҡтағолов, Миңзифа Исҡужина, йәшерәк йырсылар Алмас Хөсәйенов, Илһам Мөхәмәтшин, Сулпан Әбүбәкирова ла йырлай,--ти композитор.-Әйткәндәй, Өфөлә концерт ҡуйырға берекмәбеҙҙең художество етәксеһе, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Әлмирә Ҡыуатова дәртләндерҙе. Сценарийҙы Гөлнур Ҡыуатова яҙҙы.
Азат Азамат улы Сибайға Аҡъярҙан килгәс, кемгәлер аҡса түләгәнсе, үҙ торлағыма көс һалһам, яҡшыраҡ булыр, тип уйлап, 2022 йылдың көҙөндә ипотекаға ике бүлмәле фатир һатып ала.
-Эшемә яҡын урынлашҡан йорттан торлаҡ алыуым артабан да эшләргә көс-дәрт бирҙе. Яйлап ҡына үҙемә музыкаль ҡорамалдар ала башланым: компьютер яңырттым, музыка яҙыу өсөн ҡоролмалар алдым. Шулай итеп бер бүлмәм студияға әйләнде һәм мин уны яйлап кәрәкле йыһаздар менә тулыландыра барам,--ти егет.-Ғаилә ҡороу, балалар үҫтереү хаҡында хыялланам. Һуңғы йылдарҙа фонограммалар эшләйем, төрлө ауыл клубтарынан заказдар күп. Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура райондары мәҙәниәт йорттары хеҙмәткәрҙәре менән тығыҙ бәйләнеш тотам.
Азат Исҡужин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ижадын яҡтыртып бара. -Хәҙерге заманда күҙҙәре күрмәгән кешеләр ҙә төрлө смартфондар ҡуллана. Гаджеттарҙың һөйләй торған программалары бар. Әммә иң ҡулайлы, яҡшы программа айфонда. Шуға ла айфонға өҫтөнлөк бирәм. Уның хаҡы ла елле, программаһы ла шәп. Уның ярҙамында навигация буйынса ҙур ҡалаларҙа күреү һәләте насар кешеләр үҙҙәре генә йөрөргә тырыша. Беҙҙең ҡалала ундай мөмкинлек юҡ. Төрлө банктар ҡушымталары менән ҡулланыу мөмкинлеге бар. Робот техникалары менән идара итеп була, мәҫәлән саңһурғыс, аҡыллы өй кеүек программалар менән эшләү бик уңайлы. Компьютерҙа ла махсус программа ҡуйып, үҙем эшләйем. Ошо замана техникалары кешегә бәлә һалыуҙан ҡотҡара, үҙаллы итә. 21-се быуат цивилизация үҫешә, тормош еңелләшә. Шул оҡшамай, быныһы ҡыйын, тип зарланырға күнекмәгәнмен. Алға китергә, үҫешергә кәрәк. Уның өсөн күп уҡырға, эҙләнергә, төрлө видеолар тыңларға кәрәк. Ҡул ҡаушырып ултырып булмай,--тип тормошон еңеләйтеүсе заман техникаларын маҡтап.
-Аллаһ Тәғәләмә һиҙгер йөрәк, музыканы тойоу һәләтен биргәненә, атай-әсәйемә уҡытып сығарыуҙарына, һөнәр алыуҙа ярҙам күрһәтеүҙәренә, һәр яҡтан ярҙам күрһәтеүсе коллегаларыма ныҡ рәхмәтлемен. Филармонияла бер ҙур ғаилә һымаҡ эшләйбеҙ. Барыһы менән дә бәйләнеш тотам, ихлас аралашам. Музыканттар Айнур Әминов, Дим Шәрәфиев, Ғайсар Моратов, Альберт Дәүләтшин менән иһә тығыҙ бәйләнештә эшләйбеҙ.
Бынан ике йыл элек Сибай концерт-театр берекмәһенең бер төркөм ир-егеттәрен махсус хәрби операцияға алып китеүҙәре Азатта бик ныҡ борсолоу тыуҙыра. Дуҫтары Әлфир Заманов, Радик Далхин алғы һыҙыҡҡа китә. Уларһыҙ эшләүе ауырая егеткә. Етмәһә, студент сағынан уны бөтә ергә лә алып йөрөүсе дуҫы, бүлмәләше, аҙаҡҡы йылдарҙа бер коллективта эшләүсе Илһам Мөхәмәтшин да өлөшләтә мобилизацияға эләгә. Шул ваҡытта кире районға ҡайтырғамы икән тигән уйға ла ҡала.
-Аллаға шөкөр, кемгә мөрәжәғәт итһәм дә эшкә алып бара. Дим Шәрәфиев үҙенең ҡанаты аҫтына алды, улайтып үҙеңдең яҡын туғандарың ярҙам итмәй. Дим ағайҙың хәләл ефете Зинира Ғилметдин ҡыҙы ла бер үтенесемде лә кире ҡаймай. Ғайсар, Сөмбөл Моратовтар менән ихлас аралашам.
Азат Исҡужин хаҡында Сибай концерт-театр берекмәһе артистары, ижадына битараф булмаусы йырсылар ҙа тик яҡшы һүҙҙәр әйтте.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғаяз Ғәйетбаев:
- Азатты Сибай сәнғәт колледжында уҡыған саҡтан беләм. Бик алсаҡ егет, уның менән бөтә темаға ла һөйләшеп була. Артистар йырҙарын һорап алып йырлай. Мин дә унан йырыңды бир тип бик оҙаҡ ваҡыт үтендем. Ниһәйәт, 21 ноябрҙә Өфөлә уҙҙған концертында Айгөл Әсәҙуллина менән дуэт башҡарҙыҡ.
Вокал артисы Айгөл Әсәҙуллина:
- Азаттың яҙған йырҙарына мин күптәнән ғашиҡ. Уның ижады билдәле композитор Салауат Низаметдиновтыҡына ныҡ тартым. Икеһенең дә йырҙары минең күңелемә үтә лә яҡын.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Дим Шәрәфиев:
-Азат шаян, йор һүҙле егет. Салауат Юлаев хоккей командаһы көйәрмәне лә, хоккеистарҙың бараһында исемләп белә, матчтарға йөрөй. Ата-әсәһенә, туғандарына ихлас ярҙам итә. Тыуған яғына йыш ҡайта, тәүге тәпәй баҫҡан еренән көс-дәрт, илһам ала. Композитор, аранжировщик, үҙе йырлай, синтезаторҙа уйнай. Үҙаллы йәшәй, тәмлекәстәр бешереп дуҫтарын һыйларға ярата.
Башҡортостандың халыҡ артисы Раушан Ниязғолов:
-Азат бик талантлы музыкант һәм композитор. Үҫмер сағынан ижадын күҙәтеп киләм. Күңеле менән күрә, тоя торған егет. Был сифаты музыкала ғына түгел, тормошта ла уға хас. Бик ихтирамлы, ихлас. Аллаһ Тәғәлә уға шундай талант биргән, уның һәр бер йыры - хит.
Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Нәсимә Ғиззәтуллина:
-Азат моңло ғына түгел, бик грамоталы кеше. Ул сәхнәгә сыҡһа, халыҡ шунда уҡ булған иғтибарын Азатҡа йүнәлтә, уны яратып ҡабул итә, һөйөү менән ҡарай. Һәр ваҡыт көслө алҡыштарға күмәләр. Уның эргәһенә өндәшмәй генә килеп ултырһаң да кем икәнде белә. Нәсимә апай һаумы, ти. Һиҙеү, тойоу ныҡ үҫешкән. Күңел күҙе күрә, һиҙә, белә, тоя.
Башҡортостандың халыҡ артисы Миңзифа Исҡужина:
-Азат Исҡужиндың Фирүзә Абдуллина һүҙҙәренә ижад иткән “Ғүмер - аҡҡан һыу” йырын интернеттан ишетеп ҡалдым да ныҡ оҡшаттым. Бынан матур дуэт сыға тип алып басанова стилендә, йәғни, фольклор һәм джаз ҡушымтаһы эшләп, ҙур теләк менән башҡарабыҙ. Рәхмәт уға матур йырҙары өсөн!
Гөлдәр Ҡадаева, Сибай концерт-театр берекмәһенең әҙәби-реклама бүлеге етәксеһе.
https://ataisal.com/articles/godpoleznihdel/2024-11-13/k-el-nury-al-m-ya-tyrta-4006787