– Алмас, һуңғы бер нисә көндә һинең йырҙарыңды тыңлап кинәндем. Аллаһы Тәғәлә оло талант менән бүләкләгән үҙеңде. Нәҫелдән күскән һәләтме был?
– Бала саҡтан уҡ моңға төрөнөп үҫтем. Башҡаса мөмкин дә түгел ине. Беҙҙең йортта йыр-моң өҙөлмәне. Олатайым ҡурайсы булды, ә өләсәйем башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарҙы.
– Һине, башҡорттоң моңло егетен, ниндәй елдәр Ҡазан тарафтарына илтте? Ни өсөн тап Ҡазан дәүләт филармонияһын һайланың?
– Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының икенсе курсында уҡып йөрөгәндә Ҡазанға күсергә булдым. Сөнки Өфөлә миңә сәхнә тормошо етмәне. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк, мин Сибай сәнғәт коллеждын тамамлағандан һуң, институтҡа тиклем үк Татарстан Республикаһының «Ағиҙел» дәүләт йыр һәм бейеү ансамблендә солист булып эшләнем.
– Ҡазанды үҙемдең ҡалам, мин бында үҙ өйөмдә кеүекмен тип әйтә алаһыңмы?
– Эйе. Ҡазанға өйрәнелде инде. Бында үҙемде, ысынлап та, үҙ өйөмдә тип хис итәм.
– Башҡортостанда күберәк беләләрме һине әллә Татарстандамы? Ике республикала ла берҙәй танылыу алып, ике республикаға ла берҙәй хеҙмәт итеү мөмкинме һинеңсә?
– Башҡортостанда ла, Татарстанда ла ижадымды үҙ итеүселәр бихисап. Тик бына ҡайҙа күберәк икәнен белмәйем. Ике республика халҡы ла ихлас ҡабул итә. Башҡортостанға сығыш яһарға саҡырһалар, ҙур кинәнес менән ҡайтам.
– Татарстанда үҫеш өсөн мөмкинлектәр күберәк, унда таланттарҙы тартып торалар тиеүселәр бар. Был хаҡмы?
– Бәхәс юҡ. Татарстанда таланттарға иғтибар ҙа, ихтирам да бар...
– Тыуып үҫкән төйәгең, атай-әсәйең, яҡын туғандарың хаҡында ла һөйләп үт әле?
– Баймаҡ районының Казанка ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуып үҫтем. Әсәйем – инглиз теле, өләсәйем башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Олатайым оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булып эшләне, ҡурайҙа уйнап миңә башҡорт халыҡ йырҙарын өйрәтте. Һәр йырҙың тарихын һөйләй торғайны. Өләсәйем иһә уға ҡушылып йырланы...
– Нисә йәштә йырлай башланың? Тәүге тапҡыр сәхнәлә сығыш яһаған мәлең хәтереңдәме?
– Өс йәштә йырлай башланым. Биш йәштә тәүге тапҡыр сәхнәгә сыҡтым.
– Шәхси тормошоң, ғаиләң, балаларың хаҡында ла һөйләп үт әле. Кәләшең ҡайһы тарафтан, ниндәй һөнәр эйәһе?
– Кәләшем Сәлимә, Йылайыр районы Матрай ауылынан. Сибай сәнғәт колледжында бергә уҡыныҡ. Малай һәм ҡыҙ тәрбиәләйбеҙ.
– Башҡортостанға йыш ҡайтаһығыҙмы?
– Улай уҡ йыш булмаһа ла, юл төшкәндә ҡайтырға тырышабыҙ.
– Йыр һайлағанда иң тәүҙә нимәгә иғтибарыңды йүнәлтәһең? Кемдәр менән хеҙмәттәшлек итәһең? Әллә йырҙарҙы ла үҙең яҙаһыңмы?
– Йыр һайлағанда иң тәүҙә йырҙың һүҙҙәренә иғтибар бирәм. Дуҫым Ринат Өмөтҡужин менән күп йырҙар ижад иттек. Илһам килгәндә үҙем дә йырҙар яҙам.
– Моң донъяһында, йырсылар араһында ысын дуҫтар буламы? Кемдәрҙе ысын дуҫтарым тип әйтә алаһың?
– Әлбиттә, ысын дуҫтар була һәм улар күп. Барыһын дә яҙып тормайым.
– Бәхет тураһында йырҙарың күп. Һинең өсөн бәхет нимә ул?
– Минең өсөн бәхет ул – ғаиләм, балаларым, яратҡан эшем.
– Йыр-моң донъяһында кемде үҙеңә үрнәк итеп ҡуяһың?
– Башҡорт, татар, рус эстрадаһы, классик музыкаһы менән генә сикләнмәйем, төрлө ил йырсыларын тыңлайым. Төрлө жанрҙа йырлаған кешегә күп тыңларға, үҫештән туҡтамаҫҡа кәрәк тигән фекерҙәмен.
– Рәсми саҡырыу алһаң, Башҡортостанға ҡайтыр инеңме?
– Ҡайтырға уйым юҡ. Ижади карьерам бында башланды. Дөрөҫөн әйткәндә, барыһын да яңынан башлау теләге юҡ...
– Профессиональ, ижади үҫеш йәһәтенән киләсәккә нимәләр күҙаллайһың?
– Ижадсы үҫештән туҡтарға тейеш түгел ул. Ижади йәһәттән тормошҡа ашыраһы уй-ниәттәрем күп. Уларҙың барыһын да телгә алып тормайым. Әлегә бер мөһим яңылығым менән бүлешәм: көҙгөлөккә тәүге «соло» концертымды әҙерләп, тамашасыларымды яңы йырҙар менән ҡыуандырыу ниәте менән янам!
Алмас Хөсәйеновтың уңыштарын күреп ҡыуанып торабыҙ, уның өсөн ғорурлыҡ тойғоһо ла сикһеҙ, әлбиттә. Сөнки милләттәшеңдең тыуған төйәгенән ситтә танылыу яулауы үҙе бер мәртәбә. Әммә нимә генә тиһәң дә, Алмас кеүек оло талант эйәләренең ситкә китеүе барыбер ҙә күңелде ҡырып ҡуя шул... Шулай ҙа егетебеҙҙең киләсәктә лә Башҡортостан менән тығыҙ бәйләнештә булырына, башҡорт телендә йырҙар яҙҙырыуына, башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыуҙан туҡтамаҫына, үҙ халҡының лайыҡлы улы булып ҡалырына ышанабыҙ. Уңыштар һиңә, яҡташ!
Г. Батыршина.
"Тамаша" журналы, №4-2024 й.