-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һәләтле йәштәр
28 Ноябрь , 10:05

Бейей-бейей тормош юлын уҙып

Тын ғына, үҙе хаҡында бер ҙә ҡысҡырмайса,  яуланған ҙур уңыштар еңел генә пәйҙә булғандай, артыҡ әһәмиәт бирмәй генә, ҡырҡ йылға яҡын яратҡан  һөнәренә тоғро булып, йөҙәрләгән, меңәрләгән йәш таланттарға ҡанат ҡуйып,  иленә, тыуған еренә мөкиббән киткән эшһөйәр, илһөйәр ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе  Ләлә Йәнекәйева хаҡында бөгөнгө яҙмам.

Бейей-бейей тормош юлын уҙып
Бейей-бейей тормош юлын уҙып

"Образцовый ансамбль танца «Алтынай» вернулся из Москвы с невероятными результатами!
Мы стали Лауреатами I и II степени на престижном конкурсе! 🥇🥈

Хочу выразить огромную благодарность Администрации и Отделу образования Абзелиловского района, Директору школы Ямаловой Миляуше Ягафаровне, а также спонсорам Рамазанову Ринату Валиевичу, Саитгалину Динису Замировичу за их поддержку и веру в наш ансамбль.

Также хочу искренне поблагодарить родителей наших танцоров. Вы всегда были рядом, помогали с организацией поездки. Без вашей любви и заботы это путешествие не было бы таким ярким и запоминающимся!" - тип яҙа үҙенең Бәйләнештәге битләүендә Ләйлә Йәнекәйева-Азаматоваhttps://vk.com/wall132225158_7641?w=wall132225158_7641

 

Үҙем дә ҡасандыр балаларға бейеүҙәр өйрәтеп, был шөғөлдөң ни тиклем  күп энергия, һөйөү, тырышлыҡ, йөрәк көсөн талап иткәнен белгәнгә лә, тәрбиәләнеүселәре республикабыҙҙың төп бейеү конкурсы “Байыҡ”та еңеүҙәр яулаған хореографтар  хаҡында яҙырға булып, барып сыҡтым мин, был ҡырмыҫҡалай егәрле, ял белмәҫ ханымдың эшмәкәрлегенә. Барып сыҡтым да таң ҡалдым, хайран-вайран булдым.  Хореограф-балетмейстер, уҡытыусы Ләлә Дамир ҡыҙы Йәнекәйеваны тотоп алып, үҙе хаҡында һөйләтеп алыу өсөн дә әле өс ай ваҡыт үтте: уның бер секунд та ваҡыты юҡ, ул бөтә күҙәнәге менән балаларға бирелгән, яңы бейеүҙәр һала, яңы конкурстарға әҙерләнә, яңы үрҙәр яулай.

         Әбйәлил районының йәмле Таштимер ауылында донъяға килә бейеүгә ғашиҡ ҡыҙ. Алты йәшенән үк сәхнәлә бейеп, ауылдаштарын оҫта итеп тыпырлатып баҫыуы, һығылмалы хәрәкәттәре менән таң ҡалдыра Ләлә.   Урта мәктәпте тамамлағас, уның булмышын аңлаған остаздары мотлаҡ сәнғәт һуҡмағынан  үрләргә, ижад илендә йәшәргә нарыҡлайҙар. Һәләтле Әбйәлил ҡыҙын, мәҙәниәт-ағартыу техникумын тамамлаған саҡта, өмөтлө бейеүсе буласағын күҙаллаған  Риф Ғәбитов, Гүзәл Әсәҙуллина    Фәйзи Ғәскәров  исемендәге ансамблгә әйҙәй. Әммә өйҙәгеләр рөхсәт бирмәй Ләләгә, уларҙың һүҙен йыға алмай,  тыуған районына ҡайта. Дипломлы, дәрт-дарманы ташып торған   белгес Таштимер ауыл мәҙәниәт йортонда художество етәксеһе булып хеҙмәт юлын башлай.  Тиҙҙән инде, райондың “Йәшлек” халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе вазифаһын иңдәренә ала. Егерме йылдан ашыу  (1989 йылдан 2010 йылға тиклем) был данлыҡлы ансамблдең солисы булып, башкөллө бейеү донъяһына сумып, ижад итә. Ансамбль составында күп кенә республика кимәлендәге  фестивалдәрҙә һәм конкурстарҙа ҡатнашып, халҡыбыҙ мәҙәниәтен пропагандалап оло эштәр башҡара. Сит илдәргә лә гастролдәр ойоштора “Йәшлек”,  Австрияла үткән халыҡ-ара  фестивалдә бик уңышлы сығыш яһайҙар. Тотош республикаға таныулы “Йәшлек” бейеү ансамбленең йәш, һылыу, дәрт-дарманы ташып торған солисткаһын төрлө сығыштарҙан һуң баш ҡалаға, театрҙарға ла саҡыралар хатта. Әммә тыуған яғына тоғро ҡыҙ Әбйәлилен ташлап китмәй. Үкенмәй Ләлә Дамир ҡыҙы. Сит илдәргә лә сығып бейейҙәр, Рәсәй төбәктәрен дә шаулатып гастролдәрҙә йөрөп ҡайталар. Элегерәк үҙе йөрөһә, хәҙер балаларҙы йөрөтә. Башҡортостан Республикаһы һәләтле балаларға ял ойоштороп, Артек лагерында ял итеп тә ҡайта улар.

         Оҙаҡ йылдар Асҡар балалар сәнғәт мәктәбенең хореография бүлегендә уҡыта, гиҙеп йөрөп ҡанатлы йән балаларға бейеүҙәр өйрәтә.    Райондың балалар ижады йортонда һәм 1-се Асҡар мәктәбендә әлеге көндә лә хореография дәрестәре алып бара.  Балалар сәнғәт мәктәбендә "Йондоҙ", 1-се Асҡар мәктәбендә “Алтынай"  балалар бейеү коллективтарын ойоштора Ләлә Дамир ҡыҙы. Уның тәрбиәләнеүселәренең Төркиә, Тува халыҡ-ара фестивалдәрҙә уңышлы сығыш яһауы  район өсөн генә түгел, Башҡортостан өсөн оло ғорурлыҡ булды.

         Халыҡ йолаларына, фольклорға иғтибарҙы бермә-бер арттырып, ҡабатланмаҫ тәрән йөкмәткеле бейеүҙәр, композициялар һала талантлы хореограф. Ҙур, мәртәбәле конкурстарҙа призлы урындар яулау Ләлә Йәнекәйева етәкләгән ансамбль бейеүселәре өсөн ғәҙәти хәл инде хәҙер. Эстәлекле, ентекләп өйрәнелгән башҡорт бейеүе хәрәкәттәре һалынған композициялар республикабыҙҙың төп бейеү конкурсы “Байыҡ”та ла ҙур уңыштарға өлгәшә. “Алтынай” өлгөлө бейеү ансамбленең малайҙары конкурстың төп призы Гран-приға лайыҡ булды.   Был конкурста тәрбиәләнеүселәре генә шатландырмай, Йәнекәйевтарҙың ейәндәре Искәндәр ҙә ҡатнашып “Йыл асышы” номинацияһын яуланы. Бейеүселәр династияһын лайыҡлы дауам итеүсе булып үҫер ул да, Ин шәә Аллаһ.

 Бейеүгә битараф булмаған  ғаиләнең кендек бауы ла инде ул Ләлә Дамир ҡыҙы. Тормош иптәше Айбулат  Сабур улының иңен тойоп, өс бейеүсе ҡыҙ үҫтергән әсәнең шатлыҡ-ҡыуанысы ҙур. Ҡыҙҙары Ләйсән, Гөлназ һәм Линара һәр эшкә маһир, төрлө һөнәр эйәләре булһалар ҙа, әсәйҙәренең уң ҡулы ла, төп кәңәшселәре лә, бейеүҙәр һалған саҡта ҙур ярҙамсылары ла хәҙер. Ҡыҙҙарының матур бейегәнен күреп, төрлө конкурстарҙан һуң Рудольф Нуриев исемендәге башҡорт хореография колледжына ла,   Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбленә лә саҡыралар.  Үҙенең тормошҡа ашмай ҡалған йәшлек хыялын ҡыҙҙары бәлки бойомға ашырыр тигән ниәте юҡ уның, -Үҙҙәре теләһәләр, барырҙар ине, мин көсләшмәнем, ти ул, минең өсөн бәхетле, һау-сәләмәт, тормоштан ҡәнәғәт булыуҙары мөһим. Ҡыҙҙарыма ир бәхете бирһен Аллаһы Тәғәлә, ошо иң мөһиме бит ул ҡатын-ҡыҙ өсөн”-ти. Ир бәхете, тигәндән, Ләлә Дамир ҡыҙы менән Айбулат Сабур улының тормош юлы ла хәтәр башланып китә икән. Сая Әбйәлил егете һылыу  бейеүсе ҡыҙҙы урлап алып ҡаса имеш! Яңы йыл ҡаршылау мәшәҡәттәренә сумып, әле генә мунсанан сығып, оҙон сәстәрен киптереп тә өлгөрмәгән ҡыҙҙы шулай Ташбулат ауылына сәлдерә Айбулат.    Егет күптән  күҙ һалып йөрөһә лә, алдан осрашып-һөйөшөп йөрөмәгән йәш пар ана шулай,  донъя ҡороп  ала ла китә әле ул. Бына утыҙ йылдан ашыу, хөрмәткә, рәхмәткә төрөнөп, гөрләтеп тормош көтә Йәнекәйевтар.

   Хореограф-балетмейстер, уҡытыусы Ләлә Дамир ҡыҙы Йәнекәйеваның тынғыһыҙ хеҙмәте уҡыусыларының һөйөүе, ата-әсәләр хөрмәте, яҡташтарының ғорурлығы менән бергә үрелеп, дәүләт наградалары менән дә баһаланған. “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре”,  “Хеҙмәт ветераны”  исемдәренә эйә. Бер нисә тапҡыр Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт  һәм Мәғариф министрлыҡтарының,  Республика уҡыу-методик үҙәгенең Почет грамоталары, Рәсәй Мәҙәниәт министрлығының, Силәбе өлкәһе Мәҙәниәт министрлығының күп һанлы Рәхмәт хаттары һәм  Төркиәлә   Халыҡ-ара фестиваль ойоштороусыларының Рәхмәт хаты менән бүләкләнгән.

Ана шулай, бейей-бейей үрҙәй яулай  халҡыбыҙҙың уңған ҡыҙҙары!

Миләүшә Ҡыҙрасова. "Тамаша" журналы, 5-2024 й.

 

 

Бейей-бейей тормош юлын уҙып
Бейей-бейей тормош юлын уҙып
Бейей-бейей тормош юлын уҙып
Автор:
Читайте нас: