-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һәләтле йәштәр
6 Октябрь , 21:05

Персиҙәтел булырғамы, әллә әртисме?

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрының баш режиссеры Денис Нурғәлин:

Персиҙәтел булырғамы, әллә әртисме?
Персиҙәтел булырғамы, әллә әртисме?

– Беҙ бәләкәй саҡта колхоз председателе бик абруйлы, алдынғы етәксе булды, һәр кем уны маҡтай ине. Мин шуны ишетеп үҫтем. Шуға бәләкәйҙән «Үҫкәс персиҙәтел булам» тип йөрөнөм. Бер заман ауылда Йәштәр театры (хәҙерге М.Кәрим исемендәге йәштәр театры) «Ауылға ҡыҙҙар килде» тигән спектакль менән сығыш яһаны. Атайымдың бер туған ҡустыһы Нәғим Нурғәлин уйнай ине унда. Ғаиләбеҙ менән барҙыҡ һәм мин театр донъяһына ғашиҡ булдым. Ул мәлдә миңә 6 йәш тирәһе булғандыр, моғайын. Спектаклдән һуң хыялдарым артты. «Йә персиҙәтел булам, йә актер булам», – ти башланым.

– «Персиҙәтеллектән» ҡасан баш тарттығыҙ?

– Мәктәптә ҡурай, бейеү түңәрәктәренә йөрөнөм, спектаклдәрҙә уйнаным. Әҙәбиәт, тел, мәҙәниәт дәрестәрен яраттым. Ә теүәл фәндәрҙе өнәмәнем, хатта дәрестәрҙән ҡасып та ҡайта инем. 9-сы класты тамамлаған йылда әсәйем Сибай сәнғәт училищеһында театр бүлеге асыуҙары, шунда һәләтле уҡыусылар йыйыуҙарын ишетеп ҡалған. Бараһыңмы тип һорағайны, уйлап та торманым, әлбиттә, тинем. Сөнки хыялым шул актер булыу бит инде! Хәбәрҙе ишеткән көндөң иртәгәһенә мин А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры сәхнәһендә имтихан тапшырып йөрөй инем инде. Йырланым да, бейенем дә, шиғыр ҙа һөйләнем. Тик бына этюд күрһәт тигәйнеләр, ул нимә була икән тип аптырап ҡалдым (көлә). Жюри составында билдәле, арҙаҡлы режиссерҙар Дамир Ғәлимов, Сәлихйән Әфләтүнов, билдәле йырсы Камил Вәлиев бар ине, аңлаттылар. Тиҙ генә «Ералаш» телетапшырыуындағы ҡыҙыҡ хәлде иҫкә төшөрөп, шахмат уйнаған малайҙарҙы эләкләп күрһәттем. Шунан Сәлихйән Ғиниәт улы: «Денис, һин ауыл малайы бит әле, ну-ка, ат егеп, бесәнгә барғаныңды күрһәт әле», – тине. Был йөкләмәне иһә ҡыуанып башҡарҙым. Сөнки ат яратам, көн дә ат егеп, ат туғарып йөрөгән малай инем. Шулай итеп, мин Сибай сәнғәт училищеһы студенты булып киттем.

Денис Нурғәлин менән ҡыҙыҡ әңгәмәне "Тамаша" журналының яңы октябрь һанында уҡырһығыҙ.

Автор:
Читайте нас: