-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һәләтле йәштәр
5 Август , 10:22

Сабинаның йырлы һуҡмағы

Ыҡсым ғына кәүҙәле, үҙенсәлекле моңло тауышлы йәш йырсы Сабина Кучаеваны тәү күргәндә мин ниңәлер «Был ҡыҙ, асылда, бик шәп уҡытыусылыр, ҡараштары тәрән...» – тип уйланым. Ә инде аралашып һөйләшә башлағас, интуициям алдамағанына инандым.

Сабинаның йырлы һуҡмағы
Сабинаның йырлы һуҡмағы

– Бала саҡтан психология мине ныҡ ҡыҙыҡһындыра һәм ябай тормошта ла, сәхнәлә лә, дәрес үткәргәндә лә (вокал дәрестәре бирәм) ныҡ ярҙам итә. Сит телдәрҙе үҙләштереүе лә миңә ныҡ оҡшай, шул арҡала күп телдәрҙә йырлай алам. Яңыраҡ ҡына оркестр менән япон телендә сығыш яһаным (япон телен белмәһәм дә). Йырсы булмаһам, психолог йә тәржемәсе булыр инем... – тип үҙенең ҡыҙыҡһыныуҙары менән уртаҡлашты Сабина.

Тырыш ҡыҙҙың магистратура дипломы ла психология менән бәйле икән. 2018 йылда 5 ай буйына алмашыу программаһы буйынса Ҡытайҙа уҡый Сабина. Ныҡышмалы шөғөлләнеп, инглиз телен дә, ҡытай телен дә башланғыс кимәлдә өйрәнә һәм бик оҫта ғына итеп һөйләшә лә белә ул.

Йырсы булыу теләге Сабина Кучаевала 2-3 кенә йәшендә уяна. Беренсе тапҡыр сәхнәлә сығыш яһағас, был илаһи музыка донъяһы уны мәңгелеккә әсир итә. Атаһы – йырсы, композитор, мультиинструменталист Насип Кучаевтың моңло күңеле ҡыҙына тулыһынса ғына бирелгән икән шул. Әсәһе лә ижади кеше булғас, Сабина тыумыштан сәхнә артында үҫкән, тип әйтергә лә була.

Йырсылар менән аралашҡанда һәр саҡ бер һорау борсой мине: яңы йыр яҙыу нисегерәк бара, ауыр эшме ул йәиһә ниндәйҙер бер кем белмәгән серҙәр бармы икән? Был һорауҙы Сабинаға ла бирҙем.

– Яңы йыр... Илһам уяныуға ҡарап, төрлөсә була. Ҡайһы бер йырҙар бик тиҙ ижад ителә, ә икенселәр өҫтөндә 1-2 йыл эшләргә лә тура килә, сөнки мин үҙемә ҡарата ныҡ талапсан, һәр ваҡыт камиллыҡҡа ынтылырға тырышам. Перфекционизм миңә бер яҡтан ярҙам итһә, икенсе яҡтан ҡамасаулауы ла ихтимал.

– Ә, «Йырсылар йырлап ҡына йәшәй» тигән ҡараштарҙы нисек ҡабул итәһең?

– Был ҡараш бер уйлап ҡараһаң, дөрөҫ һымаҡ тойола, ә икенсе яҡтан, әртис тормошоноң бер яғын ғына күреү, тип уйлайым. Йырсы тормошонда ла күп нескәлектәр, тамашасыларға күренмәгән ауырлыҡтар, ижади эҙләнеүҙәр, юҡһыныуҙар бар. Һәр бер һөнәрҙең ыңғай һәм кире яҡтары булған кеүек, «йырлап ҡына йөрөгән» кешеләрҙең дә ултырып илар мәлдәре күп була.

Һәр йәш йырсының хыялы – үҙенең шәхсән концертын әҙерләү. Сабина ла үҙенең иң ҙур хыялын тормошҡа ашырырға – шәхсән концерт ойошторорға тигән оло маҡсат ҡуйған алдына. Ижади донъяһы бай һәм күп яҡлы булған ҡыҙ күңел хазинаһы тулы һандығын асып, төрлө стилдә һәм төрлө телдә йырҙар башҡарырға ниәтләй. Әммә, кешеләргә рухи байлыҡ бүләк итеү өсөн дә, күп көс, илһам һәм финанс яҡтан мөмкинселек кәрәк. Сабина сигенә торғандарҙан түгел. Репертуар туплай, авторҙар менән эшләй, ижади хеҙмәттәшлек алып бара.

Йыш ҡына атаһының йырҙарын яңыртып башҡара. Гөлназ Ҡотоева һүҙҙәренә Гөлдәр Ишҡыуатова ижад иткән йырҙар менән сығыш яһарға ярата. Ҡыйыулығы етмәй йөрөһә лә, тәүәккәлләп, һуңғы ваҡытта үҙе ижад иткән йырҙарҙы ла сығара башланған.

Тырыштарға уңыш йылмая ул, башҡорт эстрадаһы көмбәҙендә Сабина Кучаева исемле яҡты йондоҙ ҙа ҡабыныр тиҙҙән.

 

Миләүшә ИШЕМҒОЛОВА

Сабинаның йырлы һуҡмағы
Сабинаның йырлы һуҡмағы
Автор:
Читайте нас: