-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һәләтле йәштәр
3 Август , 09:44

Кем ул талантлы йырсыны ғашиҡ иттергән ҡыҙ?..

Бөрйән районының Әтек ауылында тыуып үҫкән бәрхәттәй йомшаҡ тауышлы егет бала саҡтан ашнаҡсы булырға хыяллана. Төрлө торттар, былау бешерергә яратҡан егет туғыҙынсы класта уҡығанда йыр менән шөғөлләнә башлай. Мәктәпте тамамлағас, оҙаҡ уйлап тормай, Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлегенә уҡырға инә.

Кем ул талантлы йырсыны ғашиҡ иттергән ҡыҙ?..
Кем ул талантлы йырсыны ғашиҡ иттергән ҡыҙ?..
Ғайсар Миңлеғолов: "Бала саҡта ашнаҡсы булырға хыялландым. Бәләкәйҙән, рецептарға ҡарап, төрлө тәмлекәстәр бешерергә яраттым. Иң беренсе бешергән ризығым – баллы торт.
Аш-һыуға оҫта булғас, студент саҡтан ас йөрөмәнем. Былау, итле аш, ҡоймаҡ булһынмы – әҙерләгәндә бер ниндәй ҙә проблема юҡ. Сәнғәт училищеһы ятағында йәшәгәндә хатта ҡыҙҙар ҙа кәңәш һорай торғайны".
 

Талантлы йырсыны ғашиҡ иттергән ҡыҙ кем тиһегеҙме? Ул – Баймаҡ районынан Алина. Йәш кәләш һөнәре буйынса табип.

Бәхетле булығыҙ, йәштәр!

Автор:
Читайте нас: