-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Рәссамдың йырсы булғаны...

Сибай концерт-театр берекмәһендә ҡанат нығытҡандар юғарыраҡ «оса» бара, ә улар урынына йәштәр килә. Бына инде 5 йыл самаһы бында гәлсәр тауышлы Зәриә Рысмөхәмәтова эшләй. Шуныһы ҡыҙыҡ: ул һөнәре буйынса рәссам. Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге һынлы сәнғәт гимназия-интернатын тамамлаған. Артабан ошо йүнәлештә белем алыуын юғары уҡыу йортонда дауам итә. Ике курс уҡығандан һуң, күңеленең йырға, сәхнәгә тартылғанын аңлай.

Рәссамдың йырсы булғаны...
Рәссамдың йырсы булғаны...

Бер мәл тыуған яғы – Баймаҡ районы Мерәҫ ауылына ҡайтҡанда туғандары Сибай филармонияһына барып ҡарарға тәҡдим итә. Яҡындарының ошо кәңәше Зәриәнең яҙмышында хәл иткес роль уйнай ҙа ҡуя.

– Өфөгә йыйына инем. Шулай ҙа Сибайға барып, туғандарымдың кәңәшен тотоп, эш һорап сығырға булдым. Мине Сибай концерт-театр берекмәһенең ул саҡтағы директоры Айбулат Ҡотошев, режиссер Минзилә Ҡотошева, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Рәмил Туйсин ҡаршы алды. Бөтөнләй ҡалтырап төштөм. Шулай ҙа, һорағастар, ҡурҡа-ҡурҡа булһа ла үҙем яратҡан йырҙарҙы йырлап ишеттерҙем. Махсус белемем булмағас, мине коллективҡа алыуҙарына өмөт тә юҡ ине, әлбиттә. Һәм ни ғәжәп: мине эшкә саҡырҙылар, – тип ул саҡтарҙы көлөп иҫенә төшөрә хәҙер Зәриә.

Моңло ҡыҙ башланғыс белемде тыуған ауылы Мерәҫтә ала. Бишенсене тамамлағас, Өфөгә һынлы сәнғәт гимназияһына бара. Баш ҡалала уҡыған йылдарында әсәһенең бер туған һеңлеһе Алһыу Бәхтиева уны ҡайһы саҡ үҙе менән бергә театрға алып йөрөй. Ҡыҙсыҡ артистар тормошон сәхнә артынан да, тамашасылар залынан да күҙәтеп йөрөй һәм был мөғжизәле донъяға башкөллө ғашиҡ була.

– Бала саҡта бик шуҡ, тиктормаҫ ҡыҙ инем. Нимәләр хаҡында ғына хыялланманым мин, әммә сәхнә кешеһе булыу төшөмә лә инмәне. Үҫә бара үҙ алдыма йырлап йөрөй башланым, әммә сәхнәгә сығырға бөтөнләй йөрьәт итмәнем. Үҙемә күрә шуҡ, сая ғына булһам да халыҡ алдында сығыш яһауҙан ҡурҡа инем. Шулай ҙа яйлап йырлай башланым. Миңә айырыуса спектакль һәм киноларҙа образға һалынған йырҙар оҡшай. Ретро, лирик йырҙарҙы үҙ итәм. Халыҡ йырҙары, оҙон көйҙәр әлегә ауыр бирелә, әммә тырышам, сөнки өйрәнергә теләгем ҙур, – ти йәш йырсы.

Зәриә Рысмөхәмәтова айырыуса совет йырсылары А.Герман, В.Толкунова, Г.Вишневская йырҙарына ғашиҡ.

– Зәриә, һин үҙең билдәләүеңсә, уйламағанда йырсы булып киткәнһең. Ә шул ваҡытта һине Сибай филармонияһына алмаған булһалар, кем булыр инең икән?

– Һис тә әйтә алмайым. Рәссам булһам да берәй филармонияға йә театрға барып, шунда сәхнә биҙәүсе булыпмы йөрөр инем, моғайын. Хәҙер мин үҙемде сәхнәһеҙ күҙ алдына ла килтерә алмайым. Йырламаған көнөм дә юҡ. Өйҙә аш бүлмәһендә булһынмы, машинала китеп бараммы – һәр саҡ йырлап йөрөйөм. Минеңсә, йыр – ул иң аңлайышлы тел һәм ул барыһын да тик матурлыҡҡа саҡыра. Бер кемгә лә әйтмәй, күңел төпкөлөндә генә йөрөткән, ғүмере бойомға ашмаҫтай тойолған хыялымдың ысынбарлыҡҡа әйләнеүе, әле килеп ҙур сәхнәләрҙән шул аңлайышлы, матур телдә сығыш яһай алыуыма ифрат шатмын. Шулай ҙа минең тағы бер хыялым бар, уныһы әлегә сер булһын.

– Ә һүрәт төшөрөргә хәҙер бөтөнләй теләгең юҡмы?

– Теләк бөтөнләй юҡ тимәҫ инем. Ҡайһы саҡ һағындыра ла, буш саҡта ҡулыма ҡәләм алам, рәхәтләнеп һүрәт төшөрәм.

Сибай тамашасылары Зәриәнең «Ҡарлуғас», «Асма тәҙрәңде», «Ураҡсы ҡыҙ», «Юлға сыҡһам», «Зәйтүнәкәй» («Катюша») тигән йырҙарын, Башҡортостандың атҡаҙанған йырсыһы Ғаяз Ғәйетбаев менән дуэттарын яратып тыңлай. Бөгөн йәш йырсы үҙ өҫтөндә эшләй, яңы йырҙар өйрәнә, оло маҡсаттар менән йәшәй. Уның фекеренсә, бер ҡасан да хыялланыуҙан туҡтарға ярамай, сөнки улар көтмәгәндә бойомға аша. Быға Зәриә үҙ миҫалында инанған.

Резеда Усманова ("Тамаша" журналы, №2-2024 й.)

Автор:
Читайте нас: