Дания Ғөбәйҙуллина Шишмә районының Дурас ауылында сәнғәткә ғашиҡ уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған. 10-11 кластарҙы баш ҡалала Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында тамамлай. Ауыл сәхнәһенә 5 йәшендә генә сығып, йырлап-бейегән шуҡ ҡыҙ бала артабан район, республика конкурстарында ҡатнашып билдәлелек тә яулай. «8-се класта уҡығанда беҙҙе Өфөгә М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрына «Һуңғы ғәйнә» спектакленә алып килделәр. Шунда иҫ юғалтып театрға ғашиҡ булдым», – тип хәтерләй актриса. 2008 йылда Өфө сәнғәт институтына Сибай театры өсөн йыйылған махсус курсҡа эләгеү бәхете тейә Д.Ғөбәйҙуллинаға. Ул курстың етәксеһе – профессор, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре Фәрдүнә Ҡасимова.
2012 йылда А.Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында хеҙмәт юлын башлай Дания. Башҡортостандың халыҡ артистары Рәмилә Хоҙайғолова, Риф Сәйфуллин, Зифа Баязитова кеүек абруйлы, көслө артистар менән бер сәхнәлә уйнау – оло мәктәпкә бәрәбәр икәнлеген яҡшы белә актриса. С.Әбүзәрҙең «Ғүмерлек ғазап» спектаклендәге Сәкинә образы актрисаның тәүге роле булып ҡына түгел, тамашасы күңелендә бик оҙаҡҡа ҡалыусыһы булып та бик оҙаҡ йәшәр. Бынан тыш Ф.Бүләковтың «Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?» трагикомедияһындағы Фатима, «Ҡарт кейәүҙәр йәки Шомбай ҡоҙа»һында – телһеҙ Сәкинәһе лә күңел төпкөлөнән урын алды.
2016 йылдан Дания Ғөбәйҙуллина Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы. Үҙен төрлө яҡлап үҫтереүсе актриса бөгөнгәсә егерменән ашыу төрлө амплуалағы ролдәр өҫтөндә эшләй. Уларҙы айырып ҡына әйтеп булмай, сөнки һәр береһен Дания ижади ҡарап, яратып сығара. А.Цагарелиҙың «Ханума»һындағы Сона, йәки М.Ладоның «Йәшәгән, ти...» драмедиһында Крепыш, йә З.Хәкимдең «Килә яуа...» комедияһындағы Зәйнәп булһынмы – тамашасыны берсә тертләндерә, берсә таң ҡалдыра белгән ролдәр. Крепыш роле 2019 йылда Сыуашстанда үткән «Иҙел буйы әкиәте» Бөтә Рәсәй милли театрҙар фестивалендә жюри ағзаларының махсус призына лайыҡ булды. С.Айытматовтың «Ал яулыҡлы тирәккәйем»ендәге Асель Данияны мөхәббәтле һәм тоғро ҡатын-ҡыҙ итеп асһа, М.Кәримдең «Беҙҙең өйҙөң йәме»ндәге Гөлнуры заманының ни тиклем ауыр мәлдәренә ҡарамай, балалыҡҡа дан йырлай алыуы менән ҡәҙерле.
Зөлхизә Абдуллина Баймаҡ районының 1-се Этҡол ауылында тыуған. Бәләкәй сағынан бейеүгә ғашиҡ Зөлхизә (әле лә бейеп кенә тора!) 2013 йылда Сибай ҡалаһының Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейын тамамлай һәм шул йәйҙә «Урал батыр» эпосын ятлаусылар бәйгеһендә ҡатнаша. Жюри ағзалары уның сығышынан һуң, әлеге мәлдә Өфө сәнғәт академияһында БР-ҙың халыҡ һәм РФ-ның атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге Республика премияһы лауреаты Таңсулпан Бабичеваның курс йыйыуын хәбәр итә һәм Зөлхизәгә шунда барырға тәҡдим итәләр. Зөлхизә килә, уҡырға инә. Студент сағында, режиссер Айнур Асҡаровтың 2017 йылда сыҡҡан билдәле «Өфөнән һөйөү менән» кинофильмында төшөү бәхете тейә, төп геройҙың тәүге мөхәббәте Гөлназды кәүҙәләндерә.
2020 йылдан Зөлхизә Абдуллина Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актрисаһы. Ошо йылдарҙа ундан артыҡ спектаклгә йәлеп ителде, жанрҙар төрлөлөгөнә ҡарап тормайынса, төрлө пландағы образдар тыуҙырҙы. Улар араһында Гулико Махнадзе («Ханума» А.Цагарели), Дилә «Ғашиҡтар көнө» Н.Ғәйетбай), Йәмилә («Хужа Насретдин мажаралары» Л.Соловьев) ролдәре айырып әйтеүгә лайыҡ. Уларҙан тыш балалар өсөн әкиәттәрҙә Зөлхизә Абдуллина бик күп шаян һәм йылы образдар тыуҙырҙы. Әбей («Арба» Таңсулпан һәм Зөһрә Бураҡаевалар), Терпе («Оҙонғолаҡтың Яңы йыл мажаралары» Л.Исҡужина), Терпе («Мин башҡорт телен өйрәнәм» Л.Исҡужина) – шундайҙарҙан.
Гөлсәсәк Зарипова Дәүләкән районының Алға ауылында тыуған. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатында фортепиано класында уҡый, өҫтәлмә вокал дәрестәренә, драма түңәрәгенә йөрөй. Бала сағынан сәхнәгә ғашиҡ Гөлсәсәк 2014 йылда гимназияны алтын миҙалға тамамлап, З.Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтына театр бүлегенә уҡырға инә. Курстың художество етәксеһе – БР-ҙың халыҡ һәм РФ-ның атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге Республика премияһы лауреаты Таңсулпан Бабичева, өлкән уҡтыусыһы – Рима Харисова була. Юғары уҡыу йортон тамамлағас, хеҙмәт юлын Гөлсәсәк Зарипова 2018 йылда Салауат дәүләт башҡорт драма театры сәхнәһендә башлай. Унда Рәсимә («Йәннәт һулышы» Г.Ғиззәтуллина), Таня («Бер, ике, өс» О.Жанайдаров), Оксана («Беҙҙең өйҙөң йәме» М.Кәрим), Разыя («Иҙеүкәй» М.Буранғолов) образдары менән тамашасы күңелен яулай.
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына эшкә Гөлсәсәк 2021 йылда күсте. Батша ҡыҙы («Арба» Таңсулпан һәм Зөһрә Бураҡаевалар), Ширин («Мөхәббәт тураһында легенда» Н.Хикмәт), Баҙыян («Башҡорт туйы» М.Буранғолов), Сәимә («Үлмәҫбай» М.Кәрим), Оксана («Беҙҙең өйҙөң йәме» М.Кәрим) кеүек ролдәре һәм мөләйем моңло-йырлы күңеле менән Гөлсәсәк баш ҡала тамашасыһы иғтибарын йәлеп итте.
Әбйәлил Үтәбаев Өфөлә тыуған. Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһын алтын миҙалған тамамлай. Урау-урау юлдар менән сәнғәткә килә ул.
– Театр институтына инер алдынан үҙемде офис эшендә һынап ҡараным. Ундай эштең тәртибе оҡшаһа ла, күңелемә шатлыҡ бирмәне, ятманы. «Ирәмәл» халыҡ театрына йөрөй башланым. Төрлө тамашаларҙа ҡатнашып, үҙемдең сәнғәт кешеһе икәнлегемде аңланым, – ти Әбйәлил Әхмәр улы.
Рәсәй дәүләт академия Бәләкәй театры ҡарамағындағы М.С.Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһында Әбйәлилгә профессор, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, төрлө милли студиялар сығарыусы Дмитрий Козновта, артабан уның улы Дмитрий Козновта уҡыу бәхете эләгә. Курстың кураторы – филология фәндәре кандидаты, БР-ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, башҡорт теле уҡытыусыһы, тәржемәсе Фирүзә Исҡужина була. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына килгәс, йәш актерҙың тәүге роле – «Арба» әкиәтендә егет һәм батыр. «Был әкиәттә ролемдән уңдым. Ә әҫәрҙең үҙен мин актерлыҡ тренингы итеп ҡабул иттем», – ти Әбйәлил. Артабан егет театрҙың рус труппаһында Башҡортостандың халыҡ артисы Ольга Мусина сығарған «Герой йондоҙо» (Ф.Әхмәҙиев һәм О.Мусина) спектаклендә төп роль – ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев образын уйнаны. Был роле өсөн уға Бишбүләк районының Булат Имашев исемендәге премияһы бирелде. 2021 йылдан Әйбәлил театрҙа ун биштән артыҡ спектаклгә йәлеп ителде.
Зәриә Ғәлиева (Моратова) Дүртөйлө районының Йосоп ауылында тыуған.
– Мәктәптә уҡығанда башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре иң яратҡандары булды. Уҡытыусым Минзилә Ғилметдинова менән олимпиадаларҙа, сараларҙа, төрлө бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша инек. Шуларҙың береһе – «Урал батыр» эпосын яттан һөйләүсе йәш сәсәндәр бәйгеһе булды. Тәүҙә районда, шунан республика күләмендә үткәрелгәндәрендә ҡатнашып, яҡшы һөҙөмтәгә өлгәштек. Уйлауымса, ошо бәйгегә әҙерләнеү минең киләсәк һөнәремә – актерлыҡҡа этәргәндер ҙә. Уҡыу, ятлау, һөйләү, думбырала йә ҡумыҙҙа төрлө көйҙәр өйрәнеү, ҡалаға репетицияларға йөрөү, артабан үҙеңде йылдан-йыл һынау… Ошо ваҡытта йөрәгемә ниндәйҙер бер нур, илһам инеп ҡалған кеүек булды, – тип хәтирәләр йомғағын сисә актриса. 9-сы класҡа Зәриә Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика Башҡорт республика гимназия-интернатына уҡырға килә. Уны тамамлағас, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтының театр факультетында белем ала. 2021 йылдан Милли йәштәр театры актрисаһы. Театрҙағы тәүге роле Таңсулпан һәм Зөһрә Бураҡаеваларҙың «Арба» әкиәтендәге Хан ҡыҙы. Артабан Ширин («Мөхәббәт тураһында легенда» Н.Хикмәт), Гөлжан («Хужа Насретдин мажаралары» Л.Соловьев), Рәхилә («Аҡмулла» З.Бураҡаева) кеүек төп геройҙар уйналды.
М.Горькийҙың «Атай» пьесаһы буйынса ҡуйылған спектаклдә Вера образын кәүҙәләндереү бәхете тәтене Зәриәгә. Был роле өсөн ул Башҡортостан театрҙар берләшмәһенең йәштәр эштәре буйынса советының «Момент истины» премияһының икенсе пландағы роль еңеүсеһе тип танылды.
Динислам Сафин – Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрының йәш актерҙарының береһе. Сибай ҡалаһында тыуған, ошо уҡ ҡаланың 5-се урта мәктәбен тамамлаған. Бала сағынан сәхнәгә ғашиҡ, йырларға, шиғырҙар һөйләргә яратыусы егет Сибай сәнғәт колледжына уҡырға бара. Унда уҡыған йылдарында 2-3 йыр яҙҙырып, башҡорт эстрадаһына аяҡ баҫа. Клипта төшөп, 2016 йылда «Йәшлек шоу» йәштәр йыр конкурсында 3-сө урын яулай. 2018 йылда Сибай сәнғәт колледжын тамамлап, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерлыҡ оҫталығы бүлегенә уҡырға инә. «Үҙ телемде, еремде, республикамды яратам. Алдағы тормошомдо тик сәхнәлә генә күрҙем. Минеңсә, актер илһөйәр, телһөйәр булып, сәхнәлә матур, фәһемле ролдәр тыуҙырырға бурыслы», – ти актер.
Динисламдың сәхнәләге тәүге роле – «Аҡбуҙат» эпосында Аҡбуҙат роле. Был ролде ул сәнғәт институтында яратып башҡара. 2022 йылда, уҡыу йортон тамамлағас, талантлы егет Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына алынды. Театр сәхнәһендәге тәүге роле – И.Казакованың «Аладдин» әкиәтендә Аладдин роле. Унан тыш А.Пушкиндың «Капитан ҡыҙы»нда – Башҡорт, Ф.Әхмәҙиев һәм О.Мусинаның «Герой йондоҙо»нда – Волгин, М.Кәримдең «Үлмәҫбай»ында –Закир Вафин, Д.Йосоповтың «Ете батыр хаҡында хикәйәт»ендә – Тимур образдары Динисламды күп яҡлы актер итеп асты.
Байегет Мөхәрләмов – Белорет районы Асы ауылы егете. 4-се класҡа тиклем Асы мәктәбендә уҡып, 5-се класҡа Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика гимназия интернатына уҡырға инә. Йылғыр, сос малай мәктәп йылдарында уҡ йырлап-бейеп, әҙәби китаптар уҡып, музыка ҡоралдарын үҙләштереп, үҙен киләсәкке сәнғәт тормошона әҙерләй.
З.Исмәғилев исемендәге Өфө сәнғәт институтында БР-ҙың халыҡ һәм РФ-ның атҡаҙанған артисы, Салауат Юлаев исемендәге Республика премияһы лауреаты Таңсулпан Бабичева курсында уҡый. Институтты тамамлағас, 2023 йылда Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына эшкә килде. Иң йәш актерыбыҙ тәүҙә күмәк сәхнәләргә сыҡты: З.Бураҡаеваның «Аҡмулла» спектаклендә – «Бандит», Д.Йосоповтың «Ете батыр хаҡында хикәйәт»ендә – халыҡ. Л.Исҡужинаның «Мин башҡорт телен өйрәнәм» спектаклендә төп роль – Тимерхан исемле малайҙы кәүҙәләндерҙе Байегет. «Әлегә театрҙың тәмен белә башланым ғына. Әммә актер булараҡ алға ынтылам. Һорауҙарым булһа һорайым, һорауҙарға үҙ-үҙемдән яуап эҙләйем. Минең ҡанаттарым нығына ғына башланы, Аллаһ бирһә, ҡанаттарымды йәйеп осормон!» – тип, йәш актер офоҡтарға ынтыла.
...Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына һуңғы йылдарҙа килеүсе йәш актерҙарҙың сәнғәткә булған һөйөүҙәре хеҙмәт итеү кимәлендә генә түгел, ә һыҙланыуҙар менән бейек үрҙәргә күтәрелгәндә лә һүнмәгән, илаһилыҡ кимәленә еткерә алған ысын һөйөү булыр, тигән өмөт бар.
Рәзилә Ырыҫҡужина, театрҙың әҙәбиәт бүлеге етәксеһе. Тамаша журналы, №1-2024