+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һәләтле йәштәр
14 Март , 08:21

ӘЙҘӘГЕҘ, ТАНЫШАЙЫҠ!

Театр... Күңел ҡушыуы буйынса ғына килеп булмай унда. Театр юлын егәрлеләр, тәҙрә сирткән тамсы була алырҙайҙар, үҙ табыштарын артабан үрә белгәндәр, сәнғәттең күҙгә күренмәҫ ауыр ҡанун-талаптарына ла буйһонорға әҙерҙәр һайлай. Әҙер булмағандар иһә, оҙаҡ тотҡарланмай бында, кире китә. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры һуңғы йылдарҙа бихисап йәш актерҙар менән тулыланды. Был яҙмала театрҙың башҡорт труппаһының яңы көстәре менән танышыуҙы маҡсат иттек.

ӘЙҘӘГЕҘ, ТАНЫШАЙЫҠ!
ӘЙҘӘГЕҘ, ТАНЫШАЙЫҠ!

Әбйәлил Үтәбаев

Өфөлә тыуған. Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһын алтын миҙалған тамамлай. Урау-урау юлдар менән сәнғәткә килә ул.

– Театр институтына инер алдынан үҙемде офис эшендә һынап ҡараным. Ундай эштең тәртибе оҡшаһа ла, күңелемә шатлыҡ бирмәне, ятманы. «Ирәмәл» халыҡ театрына йөрөй башланым. Төрлө тамашаларҙа ҡатнашып, үҙемдең сәнғәт кешеһе икәнлегемде аңланым, – ти Әбйәлил Әхмәр улы.

Рәсәй дәүләт академия Бәләкәй театры ҡарамағындағы М.С.Щепкин исемендәге Юғары театр училищеһында Әбйәлилгә профессор, РСФСР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, төрлө милли студиялар сығарыусы Дмитрий Козновта, артабан уның улы Дмитрий Козновта уҡыу бәхете эләгә. Курстың кураторы – филология фәндәре кандидаты, БР-ҙың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, башҡорт теле уҡытыусыһы, тәржемәсе Фирүзә Исҡужина була. Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына килгәс, йәш актерҙың тәүге роле – «Арба» әкиәтендә егет һәм батыр. «Был әкиәттә ролемдән уңдым. Ә әҫәрҙең үҙен мин актерлыҡ тренингы итеп ҡабул иттем», – ти Әбйәлил. Артабан егет театрҙың рус труппаһында Башҡортостандың халыҡ артисы Ольга Мусина сығарған «Герой йондоҙо» (Ф.Әхмәҙиев һәм О.Мусина) спектаклендә төп роль – ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев образын уйнаны. Был роле өсөн уға Бишбүләк районының Булат Имашев исемендәге премияһы бирелде. 2021 йылдан Әйбәлил театрҙа ун биштән артыҡ спектаклгә йәлеп ителде.

Рәзилә Ырыҫҡужина,

театрҙың әҙәбиәт бүлеге етәксеһе.

"Тамаша" журналы, №1-2024

Автор:
Читайте нас: