-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һәләтле йәштәр
28 Февраль , 16:56

«Ҡобайыр ятлауҙың шифаһы тейҙе»

Халҡыбыҙҙың боронғо ауыҙ-тел ижадын, йыр-моң сәнғәтен тәрәндән белеүселәр бик һирәк. Мультинструменталист Мираҫ Үҙәнбаевтың репертуарында «Заятүләк менән Һыуһылыу», «Аҡһаҡ ҡола», «Бала ҡарға», «Сүкем батыр», «Алпамыша» һәм башҡа халыҡ ижады өлгөләре бар. Әле студент ҡына булыуына ҡарамаҫтан, төрлө сараларҙа ҡатнаша, оҫталыҡ дәрестәре алып бара. Ғөмүмән, башҡорт халҡының ҡурай, ҡумыҙ, думбыра сәнғәтен үҫтерә, ауыҙ-тел ижадын өйрәнә һәм үҙенең белгәндәрен башҡалар менән уртаҡлаша. Һәләтле егетте «Мирас» йыр һәм бейеү ансамбленә эшкә алалар.

Мирас Баймаҡ районының йәмле Һаҡмар буйында урынлашҡан Ғүмәр ауылында тыуып үҫкән. Әлеге көндә Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының өсөнсө курсында белем ала. Тырыштарға һәр ҡайҙа ла юлдар асыҡ. Өлгөр егет уҡыуы менән бер рәттән терәк-хәрәкәт ағзаларына зыян килгән уҡыусылар өсөн Өфөнөң 13-сө коррекция мәктәп-интернатында түңәрәктәр алып бара. «Осҡон» ансамбленә лә етәкселек итә. Унда кескәй уҡыусыларҙы ҡумыҙҙа, думбырала уйнау, дөңгөр, ҡалаҡ һуғыу серҙәренә өйрәтә. Бер яҡтан балалар күңелендә музыка сәнғәтенә һөйөү уянһа, икенсе яҡтан сәләмәтлектәрен нығытыуға ла булышлыҡ итә.

Ғалимдар музыкаль һәләттең гендарға бәйлелеген күптән иҫбатлаған. Мирастың әсәһе лә һәр яҡлап талантлы кеше. Һөнәре буйынса педагог. Баянда уйнай, йырлай, спорт менән дуҫ. Саңғы, йөҙөү ярыштарында алдынғылыҡты бирмәй. Улын һәр ваҡыт әйҙәп,төрлө башланғыстарға дәртләндереп тора. Ауылдарында «Алтынай» балалар баҡсаһын астырыуға өлгәшкән. Уға инде 20 йылдан ашыу ваҡыт уҙған.

Атаһы – тимер оҫтаһы. Егәрле, йүнсел кеше ул. Донъя көткәндә барыһы ла кәрәк була, тип төрлө ҡорамалдар һатып ала. Нимә тотоп эшләйем тиһә лә, уның ҡул аҫтында кәрәк-ярағы була. Мирасҡа атаһы һәр яҡлап та өлгө.

«Яңы йыл, Ватанды һаҡлаусылар көнө, 8 Март, Әсәйҙәр көнө байрамдарын һәр саҡ Йомаш ауылындағы өләсәй-ҡартатайымда бик күңелле үткәрә торғайныҡ. Беҙ, балалар, ҡунаҡтар өсөн концерт та ҡуябыҙ. Мин йырлайым, төрлө шиғырҙар һөйләйбеҙ, ниндәй һөнәребеҙ бар, шуны күрһәтәбеҙ, ә тамашасыларыбыҙ дәртләндерер өсөн аҡса ла тоттора ине», – тип хәтерләй егет бала сағын.

Ҡурай моңона, үҙенсәлекле халыҡ музыкаһы донъяһына Мирас бала саҡтан ғашиҡ була. Әсәһенең бер туған ағаһы – тарих уҡытыусыһы Рәсүл Тимербулатов Баймаҡ районының Йомаш ауылында йәшәй. Олатаһы (унда әсәйҙең ағаһын шулай тиҙәр) балаларҙы һәр ваҡыт ҡурай уйнап бейеткән. Шул осорҙа йөрәгендә бете булған балала ҡурайға һөйөү уяна. «Ҡана ҡурайыңды уйнап ҡарайым әле?» тип һорар булған унан беҙҙең герой. Мирастың ҡурай менән ҡыҙыҡһыныуын күргән тәүге кеше лә ул булғандыр. Бер мәл Рәсүл олатаһы уға үлән ҡурай эшләп бүләк итә. Тәү тапҡыр үҙенсә һыҙғырырға маташыуы киләсәктә ҙур сәхнәләргә илтерен уйлап та бирмәгәндер.

«Башланғыс класта үҙебеҙҙең ауылда уҡыным. V–IX кластарға Ярат ауылына йөрөнөк. Урта мәктәпкә барғас, V класта остазым Миңләхәт Исмәғил улы Назаров ҡурай түңәрәге асты. Ул мине ошо мөғжизәле музыка ҡоралы серҙәренә төшөндөрҙө. Түңәрәккә олатайым бүләк иткән ҡурайҙы тотоп барҙым. Ошо ҡурайҙа һыҙғырырға өйрәндем, тәүге тапҡыр көй сығарҙым. Өйрәнгәндә миңә ауыр бирелә ине. Көй сығарыр алдынан иң беренсе һыҙғырып өйрәнәһең. Оҙаҡ ҡына тауыш сығара алмай ыҙаланым. Өс ай тирәһе генә эшләп өлгөрҙө лә был түңәрәк, ябылып та ҡуйҙы. Һуңынан VIII–IX кластарҙа Баймаҡ ҡалаһында Ғата Сөләймәнов исемендәге музыка мәктәбендә Илшат Ишдәүләт улы Хәбибуллиндан ҡурай дәрестәре алдым», – тип хәтерләй йәш артист.

Тәүге остазы Миңләхәт Назаров Ярат урта мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эшләгән. Мәҙәниәт өлкәһендә лә ғаиләһе менән бергә бик күп эш алып барғандар. Әле ул хаҡлы ялда.

Сәнғәт тормошон һайлағанына һис тә үкенмәй Мирас. Шулай ҙа уның күңеленә ятҡан башҡа һөнәрҙәр ҙә бар. Хәрби өлкә, ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса йүнәлеш оҡшай. Әрме хеҙмәтен Кавказ ерендә элемтәсе булараҡ үтә. Унда ла ҡурайын ҡуша алып бара. Һәр бер сараны, Яңы йыл байрамын ҡурай көйө менән биҙәй. Армияла ҡалырға ла теләге була, әммә музыка үҙенә нығыраҡ тарта. Әрменән һуң хәрби оркестрға музыкант булараҡ саҡыралар, ләкин ата-әсәһе риза булмай. Уҡытыусыһы Нурғәле Мирғәле улы ла: «Киләһе быуынға ҡурайҙы еткереүселәр һеҙ», тип уның был ҡарарына ҡаршы төшә.

IX кластан һуң Сибай сәнғәт колледжына уҡырға инә егет. Унда Башҡорт АССР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нурғәле Кейекбирҙин үҫмерҙе үҙ ҡанаты аҫтына ала. Ҡурай уйнарға мәктәптәге уҡытыусыларынан өйрәнһә, Нурғәле Мирғәле улы Мирасты уҡытыусы булараҡ үҫтергән. «Бөгөн үҙем дәрестәр биргәндә уның алымдарын ҡулланам. Ул миңә һәр ваҡыт үрнәк булып тора. Өсөнсө курста уҡ уҡытыусы булып эшләй башланым. Сибай ҡалаһының 10-сы мәктәбендә балаларға түңәрәк асып, ҡурай уйнарға өйрәттем. Унда ла мине Нурғәле Мирғәле улы дәртләндереп, ярҙам итеп ебәрҙе. Уҡыусыларым әлеге көндә Өфөлә белем ала. Дүртенсе курста урта махсус музыка колледжында ҡурайсылар ансамбленә етәкселек иттем. Нурғәле Мирғәле улын ышаныслы рәүештә остазым тип әйтә алам. Сибай сәнғәт колледжында дүрт йыл уҡытыу дәүерендә бер тапҡыр ҙа әрләмәне, ябайлығы менән үҙенә ылыҡтырып торҙо. Дәрескә килеп инә лә халыҡ йырын йырлай башлай. Беҙ уға ҡушылып ҡурай уйнайбыҙ», – ти Мирас.

Мирас студент ҡына булыуына ҡарамаҫтан, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнаша, Санкт-Петербург ҡалаһындағы Башҡортостан Республикаһы көндәрендә сығышын тамашасы йылы ҡабул итте. Саха (Якутия) Республикаһында «Олонхо ерендә ил эпостары» форумында Башҡортостан исеменән сығыш яһап II дәрәжә диплом алған. Барыһына ла нисек өлгөрәһең, тигән һорауға «һәр ғәмәлгә ваҡытты тигеҙ бүлһәң, өлгөрөргә була», ти. «Иртәнсәк – сәнғәт институтында, кис – эштә. Ҙур ҡалала сығымдар ҙа ҙур. Шуға төрлө юлдар табырға тырышам. Республика халыҡ ижады үҙәге менән хеҙмәттәшлек итәм. Төрлө сараларға, гастролдәргә йәлеп итәләр», – ти өлгөр егет.

Сығыштары бик үҙенсәлекле. Ҡурай ғына түгел, ҡобайыр, өзләү һәм башҡа бик күп алымдарҙы ҡуллана. Ҡобайыр ғына һөйләп торһаң, тамашасы тиҙ ялҡа, шуға күрә уның иғтибарын йәлеп итеү өсөн сығыштарын төрләндерергә тырыша. Беренсе сиратта башҡарыласаҡ әҫәрҙең тарихы менән таныштыра. Уның араһына тәбиғәтте сағылдырған тауыштар сығарып өзләй, ҡумыҙҙа, ҡурайҙа, думбырала көйҙәр уйнап ебәрә.

Быларҙың барыһына ла Сибай ҡалаһында уҡығанда өйрәнә. Милли көй-моң, сәсәнлек һәләтен үҫтереүгә ҙур көс һалған белгес – Асия Ғәйнуллина ҡулында уҡыу бәхете тейә. Ул ҡобайырҙарҙы дөрөҫ итеп һөйләргә, сәхнәлә үҙеңде тоторға, әйтергә теләгәнеңде тамашасыға еткерергә өйрәтә. Асия Солтан ҡыҙының улы Баязит Ғәйнуллиндан өзләргә өйрәнә Мирас.

Шуныһын да әйтеп үтәйек, бала сағында яңылыш ҡына ҡолап, тотлоға башлауын еңер өсөн ата-әсәһе музыкаға әйҙәгән. Өләсәһе лә ситтә ҡалмай, мотлаҡ килешеп китер ул тип, Мирасҡа доғалар ятлатып ҡарай. Доғаларҙы ҡабатлағанда һис тә тотлоҡмай. «Миңә ҡобайыр, эпос ятлауҙың да шифаһы тейҙе, шикелле, Асия Солтан ҡыҙының дәресендә һамаҡлап һөйләү һәм уның дикцияға ҡағылышлы төрлө күнекмәләре ныҡ ярҙам итте. Бәлки, халҡыбыҙҙың борондан быуындан быуынға тапшырыла килгән ҡобайырҙары доға кеүек, бер дауа булғандыр, тип уйлайым. Ҡобайыр ятлағандан һуң тотлоғоуым бөттө», – ти Мирас.

Тиҫтерҙәренең күбеһенең артабанғы яҙмыштарын сәнғәткә бәйләмәүен, бала саҡ хыялдарын тормошҡа ашыра алмауын күреп, күңеле ҡырыла егеттең. Дүрт йыл буйы ваҡыт әрәм итеп белем алғас, йә шул йүнәлештә эш башларға, йә артабан белем алыуҙы дауам итергә кәрәк тоя. «Әйтәйек, колледжда уҡып, ҡурайҙа өйрәнгәндәр аҙаҡ монтажлаусы булып китте. Ҡурай уйнау һәм цемент болғау – ике төрлө эш. Әлбиттә, аҡса табыу, үҙеңде һәм ғаиләңде ҡарау мәсьәләһенә лә бәйле был. Йәштәр эш башлағанда уҡ күп аҡса эшләргә, уңыш ҡаҙанырға теләйҙер, бәлки. Миңә лә ҡайһы саҡ: «Мирас, ни өсөн һин ҡурайсы булып йөрөйһөң, бына мин бер йыл эшләнем дә машина алдым», – тиеүселәр бар. Улар һымаҡ монтажлаусы булып барһам, экскаваторға ултырһам, мин дә эшләй алам, әммә унан күңелемдә ҡәнәғәтләнеү хисе тоймайым. Шуға яратҡан һөнәр буйынса эш хаҡы ҡәнәғәтләндермәһә, бер аҙ әүҙемерәк булып, төрлө ысулдарын табып, өҫтәмә килем алыуҙы хуп күрәм», – ти Мирас.

Киләсәктә белем алыуын дауам итергә уйы бар егеттең. Уҡыуын тамамлағас, артабан магистратураға уҡырға инергә ниәтләй. Киләсәктә үҙен ҙур ансамбль етәксеһе итеп күҙ алдына килтерә. Йәш быуынды ҡурай сәнғәтенә, музыка серҙәренә төшөндөрөргә теләй.

Афарин, Мирас! Хыялдарыңдың тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Уңыштар һиңә!

 

Рүзилә ҠОЛӨМБӘТОВА ("Тамаша" журналы, №1-2024)

«Ҡобайыр ятлауҙың шифаһы тейҙе»
«Ҡобайыр ятлауҙың шифаһы тейҙе»
Автор:
Читайте нас: