– Илнур, әңгәмәне ошондай һорауҙан башлар инем: техник университет студенты был өлкәгә нисек килеп эләкте?
– Эшмәкәрлегем студент йылдарында дискотекаларҙан башланып китте. Был йәһәттән күп нәмәгә үҙем өйрәндем, тәжрибәле музыканттарҙың тәжрибәһен өйрәнергә лә тура килде. 2012 йылда «Өфө уттары»нда йәштәр өсөн тамашаларҙа DJ булып эшләй башланым. Продюсер Заһир Ҡотлосурин дискотека алдынан: «Һиңә берәй, мәҫәлән, DJ Айыухан, Төлкөбай һымағыраҡ текә яңғырашлы башҡортса псевдоним кәрәк. Башҡортса тректар юҡ. DJ «Хан» бөтәһенә лә өлгөрә алмай», тине. «Бейе» һәм «шәп» һүҙҙәрен ҡушып, «Бейеш» тигән атамала туҡталырға ҡарар иттек. Бында тарихи образ – Бейеш батыр ҙа күҙ уңында тотолдо.
Аҙаҡтан Стәрлетамаҡҡа күстем. Дискотекаларға йырсыларҙы саҡыра башланым. Уныһы айырым тарих. Йәйгеһен концерттар ойошторҙом. Яйлап был эштең айышына төшөнгәс айырым проекттар барлыҡҡа килде. Улар йыл һайын үҙгәреп, яңырып торҙо.
– Ниндәй артистар менән тығыҙ бәйләнештә эшләнең?
– 2013 йылда Фәнис Солтанғолов, Ян Лира, 2014 йылда Рөстәм Ғиззәтуллиндар менән эшләнек. 2015 йыл Рөстәм Ғиззәтуллин менән бергә Радик Юлъяҡшинды сығарҙыҡ. Радиктың беренсе гастролдәре менән идара иттем. 2017 йылда мәрхүмә Бибисара апай Азаматова менән бик һәйбәт хеҙмәттәшлек итеп алғайныҡ. Гөлназ Асаева, Ришат Төхвәтуллин менән берәр аҙна Урал аръяғы майҙансыҡтарында эшләп алған саҡтар ҙа булды. Йырсы Линар Белый (Вәлиев) менән продюсер булараҡ эшләнем.
– Ысынлап та, продюсер булараҡ беренсе проектың ине һеҙҙең был хеҙмәттәшлегегеҙ. Бик өмөтлө лә күренә ине. Әммә тарҡалып ҡуйҙы, шулай бит?!
– Эйе, бик уңышлы булырға оҡшай ине ул. Тәртәне ике яҡтан да тигеҙ һөйрәмәгәс, уй-ниәттәр килеп сыҡманы. Үҙебеҙҙең башҡорт сәхнәһен үҫтерергә тигән уй менән янып эшләгән инек тә... Йырҙар яҙҙырып, клиптар төшөрҙөк. Ҙур һорау менән ҡуландыҡ. Яңы үҫеп килгән йырсы өсөн һәйбәт күрһәткестәргә өлгәшкәйнек. Ҡыҙғаныс, әммә хеҙмәттәшлегебеҙ оҙаҡҡа барманы.
– Бөгөнгө йырсыға күтәрелеп китеү өсөн тәбиғи һәләт һәм музыкаль белемдән тыш тағы нимә кәрәк?
– Беренсенән, үҙеңдең эшеңдең фанаты булырға кәрәк. Йыр йырлап ҡына күтәрелеп булмай. Йырыңа текст та яҙа, шул уҡ ваҡытта музыканы, көйҙө эшкәртә белеү шарт. Заманаһы шуны талап итә. Ҡоро «йырлаған баш» булып ҡына йөрөй алмайһың. Йырҙар күп сыға. Хиттар яңылары менән алышына. Шуға етеҙлек тә талап ителә.
Тағы ла, үҙең булып ҡала белеү йәғни үҙеңдең башҡа артистарҙан айырылып торған яҡтарыңды табыу мөһим. Бер йүнәлештә генә түгел, төрлө жанрҙарҙа эшләп ҡарау зарур.
Беҙҙең артистарға иғтибар етмәй. Мәҫәлән, Һабантуйҙар үтә. Башҡорт артистарынан береһе лә саҡырылмай, тиерлек. Ә күршеләр әүҙем. Бөгөнгө көндә башҡорт йырсыһының йыры үҙенә генә кәрәк.
– Быны нимә менән аңлатыр инең?
– Беҙҙең йырсылар татарса йырлай башлаһа, халыҡ уға һатлыҡ тип ғәйеп ташларға ғына тора. Шуны әйтер инем, әгәр ҙә халыҡ беҙҙең артистарҙың концертына әүҙем йөрөп, тулы залдар менән дәртләндереп торһа, улар татарса йырламаҫ ине. Юҡтың көнөнән шул яҡтарға сығып эҙләнәләр. Мәҫәлән, Радик Юлъяҡшин үҙ мәлендә русса, татарса тәржемәләр менән йырламаһа, ул бөгөнгө көндә юғалып ҡалыр ине. Былтыр май аҙағында уның концерты булды. Билеттар алдан һатылып бөттө. Әгәр ул башҡортса ғына йырлап, ауылдарҙа йөрөһә, билеттарының 50 проценты ғына һатылыр ҙа, концертын үткәрмәҫтәр ине.
Шундай мәлде күҙәткәнем бар. Бер мәл Стәрлетамаҡ драма театрында Сәйет Билаловтың концерты булды. Ошо уҡ көндө ҡаланың мәҙәниәт һарайында Зинира һәм Ризат Рамаҙановтар ҙа сығыш яһаны. Икеһендә лә булдым. Сәйет Билаловтыҡына утыҙлап кеше килгәндер. Эйе, биҙәлеш тә, яҡтылыҡ та юҡ кимәлендә. Ә Рамаҙановтар тейешле кимәлдә әҙерләнгән. Уларҙа 500-ләп тамашасы йыйылды. Тамашасы сәскәләр менән килгән. Бынан нимә әйткем килә, беҙҙең халыҡ үҙебеҙҙең йырсыларҙы күтәрмәй.
– Һуңғы йылдарҙа ижад ителгән башҡорт йырҙары араһында билдәләрлек хиттар бармы?
– Шәп кенә башҡорт хиты сыҡҡанын күргәнем юҡ. Һеҙҙең ишеткәнегеҙ бармы? Күршеләрҙә Илһөйәр Бәҙретдинова, Рамаҙановтар һәм башҡалар халыҡ күтәрерлек, һәр ерҙән яңғырарлыҡ йырҙар ижад итеп тора. Беҙҙең халыҡ уларҙы үҙҙәре спонсорлай. Шоу-бизнес үҫешә алмауҙың сәбәптәрен уйлап, шундай һығымтаға килдем. 30 процент ғәйеп артистарҙың үҙҙәрендә. Улар үҙ өҫтөндә эшләмәйҙәр, үҫешергә теләмәйҙәр. 70 процент ғәйеп халыҡта. Концерттарына халыҡ йөрөмәгәс, уның артабан эшләргә аҡсаһы ла булмай.
Мәҫәлән, Рамаҙановтар былтыр Бөрйән районында өс көн рәттән концерт ҡуйҙы. Ә башҡорт йырсыларының Бөрйәнгә барып өс көн рәттән концерт ҡуйғанын күргәнем юҡ әлегә. Уларға, бармаһындар, йөрөмәһендәр тимәйем. Халыҡҡа оҡшай икән, бик яҡшы. Әммә беҙҙең артистарыбыҙ ҙа төшөп ҡалғандарҙан түгел. Ни өсөн уларға йөрөмәйҙәр? Ошо хәл күңелде ҡыра. Халыҡ бөтөнләй концерттарға йөрөмәһә, икенсе мәсьәлә. Өс көн рәттән тулы зал йыйылғас, бында уйланырға урын бар бит...
– Хәҙерге музыка ниндәй? Сит илгә эйәреүме?
– Хәҙерге музыка ябай ғына. Еңел-елпе көйҙәр халыҡтың бөгөнгө зауығына тап килә. Беҙҙең йырсылар, күбеһенсә, элекке академик колоритта ҡалыуҙы хуп күрә. Шуға ла бөгөнгө көн тамашасыһының күңеленә үтеп инә алмайҙар. Оҙон йырҙар башҡарған йырсыларҙы халыҡ үҙ итмәй. Концерттарына йөрөмәй. Әлеге йәштәрҙе мин йырсыға һанамайым. Мәскәүҙәр йырлаған йырҙарҙы башҡортса башҡаралар. Ундай йырҙарҙың ғүмере ҡыҫҡа. Шуға күрә ул йырсыларға өмөт бағлай алмайым. Беҙҙең башҡорт-татар йырҙары башҡаса бит. Моң бар. Реп стилендә башҡарған йырсыларҙы алып ҡараһаң, уларҙы ла беҙҙең халыҡ ҡабул итеп бөтмәгән һымаҡ.
– Хәҙер продюсерлыҡ менән булышмайһыңдамы?
– Хәлдәр былай барғас, күңел тартмай. Башҡорт йырсылары менән иң күбе ярты йыл ғына эшләп булалыр. Сөнки артабан эшләр өсөн яңы йырҙар, яңы программа кәрәк. Был иһә яңынан-яңы сығымдар талап итә... Йыл һайын проекттар алыштырып та арыным. Эшләгәс, биш-алты йыл эшләргә кәрәк. Тарихта ҡалырлыҡ итеп эшләмәгәс, файҙаһын күрмәйем. Әлегә ныҡлап тотонорлоҡ проект юҡ. Ә дискотекалар менән еңелерәк инде.
– DJ эше төнгө тормош бит инде, ғаиләң быға нисек ҡарай? Үҙ һөнәрең буйынса эшләгең килмәйме?
– Үҙ һөнәремде һайлаһам, Себер тарафтарына сығып китергә тура килер ине. Ундай теләк юҡ. Сит ерҙә солтан булғансы, үҙ еремдә олтан булам. Бөтә эштә лә төнгө смена булыуы мөмкин. Быға ғаиләм тыныс ҡарай. Алтын урталыҡты табырға тырышабыҙ.
– Әңгәмә өсөн рәхмәт, Илнур! Киләсәктә, бәлки, матур проекттар күрербеҙ. Уңыштар һиңә!
Рүзилә ҠОЛОМБӘТОВА ("Тамаша" журналы, №1-2024)