-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һәләтле йәштәр
21 Февраль , 11:58

«Күршеләр» тип аталған күп сериялы мәҙәк хәлдәр проекты тарихы

-

«Күршеләр» тип аталған күп сериялы мәҙәк хәлдәр проекты тарихы
«Күршеләр» тип аталған күп сериялы мәҙәк хәлдәр проекты тарихы

Мине күберәк «Күршеләр»ҙәге геройҙарым аша таныйҙар, исемемде лә Фәнис тип беләләр шикелле. Гастролдәрҙә йөрөгәндә лә, Интернет селтәрендә лә: «Фәнис ҡустым, һаумы?», «Фәнис ҡустым, ҡотлайым», – тип өндәшәләр. Төркөмөмдә комментарийҙар яҙғанда ла Фәнис тип яҙалар хатта. Ә проекттың барлыҡҡа килеүенә пандемия сәбәпсе. Театр ябылғас, ауылға ҡайтып киттек. Тәүҙәрәк, эшһеҙлектән нимә эшләргә белмәйенсә, ауыл яңылыҡтарын телефон камераһына төшөрөп йөрөп күңелгә ниндәйҙер ял алдым. Пандемияға тиклем өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтҡан ейән тормошонан мәҙәк хәлдәрҙе, вайндар форматында төшөрөп, Интернетҡа һала торғайным. Халыҡ ҡабул итә ине, шуға төркөмдө әүҙемләштерергә тигән уй бар ине. Бер көндө атайым менән олатайымдар (беҙҙә атайҙан өлкән ир кешене олатай тиҙәр) яҙғы ташҡын ваҡытында ағып киткән баҫма урынына матур ғына күпер эшләп ҡуйҙылар. Шул күперҙә Сәлимә менән бер-беребеҙгә ҡаршы йүгереп килгән йә бер-беребеҙҙе күрмәй үтеп киткән булып, төрлөсә этюдтар эшләп, әртисләнеп йөрөгәндә, Сәлимә күпер аша Мәйсәрә әбей булып та атлап китте. Ул Мәйсәрә әбей образын институт сәхнәһендә үк эшләп сығарғайны. Шунан башыма ҡыҙыҡ ҡына бер уй килеп, уның ҡаршыһына мин Ғабдулла бабай булып атланым. Имеш, улар йәш ваҡыттарында бер-береһен яратышып, осрашып йөрөгәндәр һәм бына килеп йылға буйында осраштылар! Имеш, улар әле бер ауылда, күрше генә булып йәшәйҙәр, бер-береһенән һаман өмөттәрен өҙмәгәндәр, ти. Ҡыҙыҡ килеп сыҡты. Интернетҡа һалғас, Мәйсәрә әбей менән Ғабдулла бабай барыһына ла оҡшаны һәм халыҡ ул хәлдең дауамын һорай башланы. Ғабдулла бабайҙың әбейе күреп ҡалмағанмы? Күрһә нимә эшләр ине икән, тип төрлө идеялар ҙа бирҙеләр. Шулай итеп, ҡыҙыҡ күреп кенә төшөргән вайн «Күршеләр» тип аталған күп сериялы мәҙәк хәлдәр проектына әйләнде. Тәүҙә унда Ғабдулла бабайҙың әбейен һынландырҙыҡ, тора-бара Суслик Фәнис, силсәүит Тимур Юлаевич, вахтовик Марсель килеп инделәр, Сәлимә өсөн ноҡот һалыусы Ғөбөрнисә образы өҫтәлде. Ул образдарҙың һәр береһе – айырым бер тарих. Һәр береһенең ҡабатланмаҫ холҡо, асылы бар. Йәшлек мөхәббәтен онота алмаған Ғабдулла бабайҙы ла, булмышы менән мәрхүмә Сайма ҡарсәйемде (атайым яғынан өләсәйемде) хәтерләткән йор һүҙле Мәфтуха әбейҙе лә, йомшаҡ һөйләп, ҡатыға ултыртырға яратҡан силсәүит Тимур Юлаевичты ла, вахтовик Марселде лә яратып уйнайым. Һәр персонаждың холоҡ-фиғелендә күреп белгән ауылдаштарымды, таныштарымды һынландырырға тырышһам да, улар, әлбиттә, йыйылма образдар, сөнки һәр ауылдың үҙ мөхәббәт тарихтары, үҙ «Фәнисе», үҙ «силсәүите», үҙ «вахтовигы» бар. Әйткәндәй, һуңғы арала миңә Марсель тип тә, «вахтовик» тип тә, хатта «О, ХМАО килә!» тип тә өндәшә башланылар. Халыҡ вахтовик Марселде лә яратты.

Ғәлиә Кәлимуллина. 

Илшат Йомағолов исемендәге Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры актеры Фәнил Ҡарасурин тураһында ҡыҙыҡ мәҡәләне тулы килеш "Тамаша" журналының февраль (1-2024) һанында уҡырға була.

Автор:
Читайте нас: