Салауат, ҡайҙа тыуып үҫтең, ниндәй уҡыу йорттары тамамланың?
- Мин Миәкә районының Нарыҫтау ауылында 1998 йылдың 13 сентябрендә тыуҙым. Ғаиләбеҙҙә өс бала үҫтек: оло ағайым Нургиз, һеңлем Ғәлиә. Атайымдың исеме Ғәзинур, әсәйем Нәсимә. Илсеғолда 6-сы класты бөткәс, Стәрлетамаҡтағы 3-сө Башҡорт лицей-интернатында уҡыным. Артабан Ҡаҙан дәүләт энергетика университетында уҡыуымды дауам иттем. Дүртенсе курста уҡығанда уҡ бер компанияла эшләй башланым. Эшләп тә, уҡып та йөрөгәс, диплом яҡлауы еңел булманы.
Һин һөнәрең буйынса энергетик, тимәк. Ә бына шиғриәткә, телгә һөйөү һиндә нисек барлыҡҡа килде?
- Ғаиләбеҙҙә әҙәбиәт тураһында әллә ни фекер алышҡаныбыҙ булманы. Миңә ундай мөхит бала сағымда, киреһенсә, етмәгән кеүек ине. Стәрлетамаҡта лицей-интернатта уҡығанда миндә әҙәбиәткә һөйөүҙе урыҫ теле уҡытыусыһы тыуҙырҙы.
Зиһенеңде формалаштырыуҙа ниндәй яҙыусының ҡайһы әҫәре йоғонтоло булды?
- Джек Лондондың "Мартин Иден" романы. Роман геройы барыһынан өҫтөн торһа ла, үҙенең уй-хистәрен башҡаларға аңлата алмай. Әгәр ҙә ул романды уҡымаған булһам, мин бөгөн бөтөнләй башҡа кеше булыр инем.
Ә нисек шиғыр яҙа башланың?
- Тәүҙә урыҫ телендә шиғыр яҙып ҡараным. Иосиф Бродский менән Осип Мандельштам миңә яҡын булды. Башта уларҙыҡына оҡшатып яҙып маташтым. Әле "Йөрәк һүҙе"ндә өсөнсө турҙағы "Яныу" шиғырын "Бабич" фильмын ҡарағандан һуң яҙҙым. Шул фильмды ҡарағандан һуң төнө буйына йоҡламаным...
Башҡорт шағирҙарынан кемдәрҙе яҡын итәһең?
- Әлбиттә, Шәйехзада Бабич, Рәми Ғарипов һәм Рәйес Түләк. Үткән "Йөрәк һүҙе" шиғриәт бәйгеһендә Руслан Хайсаровтар Рәйес Түләктең "Яныу" шиғырын уҡығанда миндә ошо проектта ҡатнашыу теләге тыуғайны...
Һин ныҡ хискә биреләһең, Салауат. Бындай сифаттар башҡорт кешеһенә үтә лә хас тойғолар. Тойғолар менән йәшәүе һиңә ҡыйын түгелме?
- Ундай тойғоларҙы һүҙ менән генә аңлатып та булмайҙыр ул. Хатта һин шиғыр яҙырға ултырғанда ла уның нимә менән башланырын һәм нисек тамамланырын белмәйһең. Бродский был халәтте "Тел интуицияһы" тип атай. Хискә бирелеүем ҡайһы саҡта миңә ҡамасаулай, шуға ла ҡан баҫымым юғары. Мин бала саҡтан бәләкәй генә, башҡалар бөтөнләй иғтибар итеп бармаған хәлгә борсолоп, янып йөрөй торғайным. Был сифатым ҡайһы ваҡыт эшемдә лә сағылыш таба.
Шиғырҙарың ниндәй тойғолар кисергәндә күберәк яҙыла?
- Матур һәм дөрөҫ һорау. Мин өйләнеп тә ҡараным бит, әммә айырылышырға тура килде. Кәләшем миңә: "Һин миңә бер тапҡыр ҙа шиғыр бағышлап яҙманың", - тине бер саҡ. Мин уға: "Сөнки мин һинең менән бәхетле инем, шуға яҙманым", - тип яуап бирҙем. Туған телемдә яҙылған шиғырҙарымдың береһе лә үҙемде бәхетле итеп тойоуҙан яҙылманы. Шиғыр ул тәрән катарсис емеше.
Бәхет тураһында яҙып булмай. Сөнки бәхет үҙе үк проблеманы юҡҡа сығара, шулаймы?
- Эйе, яҙып булмай. Кәләшем менән айырылышҡас ҡына ошо шиғырҙы яҙҙым:
Бар бит көҙҙөң яңғыҙ ҡыуанысы,
Һалҡын көҙҙөң төнө ни тора?
Һин һалышма минең йырҙарыма,
Ә Хоҙайҙан шундай төн һора.
Бар бит донъя, ҡайҙа бәхет иле
Беҙҙең өсөн генә яралған.
Көнләшеүсе ялған ҡара йөҙҙәр
Беҙгә тиклем ҡасып таралған.
Һин ашыҡма, бына бүлмәң, йәнем.
Мин көтөүсе ваҡыт ғазабын.
Һин ашҡынма, бына ҡулым, йәнем.
Мин сәсеүсе яҙмыш баҡсаһын.
Үпкәләмә әгәр төнөн килеп,
Юлдар көтә тейеп борсоһам.
Тимерҙе лә ҡыҙыу саҡта һуҡмай,
Бар һорауға яуап тапмаһам.
Бөтә хисем һиңә - йылы диңгеҙ,
Йөрәк яры ҡалыр офоҡта.
Йәшлек кенә көтмәҫ килер яҙҙы,
Булмаҫ уны бороп тотоп та.
Мин Салауат атлы бик күп кешеләр менән аралашҡаным булды. Был исем Салауат батырыбыҙҙың исем-аты ла, шулай уҡ доға ла. Был исемде йөрөтөүҙең яуаплылығын нисек тояһың? Салауат булыуы ауырмы, еңелме?
- Мәктәптә уҡығанда был исемде йөрөтөүҙең яуаплылығын тоя башлағайным. Исемем Салауат булғас, мотлаҡ юлбашсы булырға тейешмендер тип тә уйланым. Үҫмер саҡта был исемде тыныс йөрөттөм. Һуңыраҡ был исемдең доға икәнлеген аңлағас, Хоҙайҙан ҡурҡа башлағас, исемемдең яуаплылығын нығыраҡ тоя башланым. Татарстанда, мәҫәлән, исемемде ишетеү менән минең башҡорт икәнлегемде аңланылар.
Әле ҡайҙа кем булып хеҙмәт итәһең?
- Яр Саллыла "СНЭМА-СЕРВИС" компанияһында электр ҡоролмаларын көйләү һәм һынау буйынса инженер булып эшләйем. Етәкселәрем бик яҡшы, шуға эш хаҡы йәһәтенән юғарыраҡ урынды тәҡдим итһәләр ҙә, шул компанияла ҡала киләм. Башҡорт теленә һәм әҙәбиәтенә арналған "Йөрәк һүҙе" проектында ҡатнашыр өсөн киткәндә лә урыҫ милләтенән булған етәксем Алексей Маврин бер ҙа ҡаршылыҡ күрһәтмәне. Ул, киреһенсә, ойошмаһы составында шиғыр яҙған кеше булғанына шатланды ғына. Конкурс барғанда ла туҡтауһыҙ шылтыратып, хәлемде белешеп, дәртләндереп торҙо.
Хәҙерге йәштәр ниндәй улар? Ниңәлер уларҙың күбеһе ғаилә ҡорорға ашҡынып тормай. Бына беҙ, мәҫәлән, өйләнеүҙе, ғаилә ҡороуҙы төп маҡсаттарыбыҙҙың береһе итеп белдек...
- Беҙҙең быуынға интернет йоғонтоһо көслө бит. Хәҙерге йәштәрҙең күбеһе ғаилә ҡороуҙан алда үҙҙәренең эшен асып, ныҡлап аяҡҡа баҫырға тырыша, өйләнеүҙе, кейәүгә сығыуҙы икенсе планға ҡуя. Ә эшҡыуарлыҡта тиҙ генә уңышҡа өлгәшеү мөмкин дә түгел. Бының өсөн ваҡыт кәрәк һәм күп йәштәрҙең өйләнмәй йөрөүе шуға ла бәйлелер. Ә былай мин аралашҡан мөхиттәге тиңдәштәрем барыһы ла иртә ғаилә ҡороусылар.
Проза яҙырға теләгең булманымы?
- Ундай уйҙар ҙа тыуып ҡуя. Тик хикәйә, повесть түгел, ә үҙемде семеткән берәй темаға эссе яҙыу теләге бар.
Үҙеңде шағир итеп тояһыңмы?
- Күңелдәрҙә, телдә Бабич, Рәмиҙәр булған саҡта миңә лә "Һин- шағир" тип әйтһәләр, ҡыйын булып китә...
Хәҙерге прагматик йәштәр янында һиңә ҡарайым да, Бабич һинең һымаҡ хисле булғандыр, тип ҡуям. Хәҙер һинең һымаҡ хислеләр бик аҙ, миңә ҡалһа.
- Хәҙер клиплы фекерләүгә эйә кешеләр алғараҡ сыға шул. Ғаилә ҡорам, тиһәң дә, бөтә нәмә матди яҡҡа килеп теркәлә. Бәхетле йәшәйем тиһәң, прагматик булырға тура киләлер, күрәһең.
Дуҫтарың һинең шиғыр яҙыуыңа нисек ҡарай?
- "Йөрәк һүҙе"ндә сығыш яһағас, бер дуҫым сәскәләр тотоп килде лә: "Мин һине беләм тип уйлап йөрөгәйнем, мин һине бөтөнләй белмәйем икән", - тине. Мин уға тиклем дә шиғырҙарымды диуарыма ҡуя инем, тик ошо "Йөрәк һүҙе" проекты дуҫтарымды һәм таныштарымды уларға иғтибар иттерҙе. Улар мине тыңланылар һәм уйлана башланылар. Береһе килеп: "Йөрәгем төндә йондоҙ йотҡан" тигән юлдарың нимә аңлата ул?" тип һораны хатта...
Һин "Кибернетика" тип яуап бирҙеңме?
- Нисек аңлаһаң да ризамын, тинем. Мин барыһы өсөн дә Наилә апайға рәхмәтлемен.
Техник белемле ижадсылар әҙәбиәтте, сәнғәтте, мәҙәниәтте үҙенсәлекле тоя, ә филология аша әҙәбиәткә килеүселәр традицион стилде үҙ итә. Техник белемле ижадсы булараҡ, һин быны нисек аңлата алаһың?
- Әгәр ҙә шиғриәтте ритмика, фонетика яғынан системалы ҡарағанда шиғриәт ысынында үҙе математика. Ҡайһы берәүҙәр шиғыр яҙам тип хатта хикәйә яҙып ҡуя. Ҡайһы бер курсташтарым да яҙған шиғырҙарын миңә ебәрә. Мин уларҙан үҙемде өҫтөн итеп ҡуймайым, әммә мин сағыштыра беләм. Шуға күрә минең техник белемем шиғырҙарҙы билдәле бер системаға һалырға булышлыҡ итә.
Әлегәсә яҙылған шиғырҙарыңда хистәреңде бер аҙ йүгәнләп, фекер әйтергә ынтылыуың математик булыуыңдан киләлер тим, шулаймы?
- Шулайҙыр, әммә мин уны үҙем дә һиҙмәйемдер.
Шуға күрә лә әлеге яҡшы башланғыстарыңды дауам итеп, ижад итеүеңде ташлама, тип әйткем килә. Ваҡыт менән тормош тәжрибәһе лә килер, һалҡынды ла өрөп ҡабырға өйрәнерһең, мөхәббәтеңде лә табырһың. Шиғриәт тик йәшлек яныуың ғына булып һүрелмәһен, тием. Бабич, Рәми, Түләк йоғонтоһо менән был юлға килгәс, шиғриәттә киләсәгең яҡты булырына өмөтләнәм, Салауат ҡустым! Һәм гәзит уҡыусыларға һинән шиғри күстәнәс тә тәҡдим итәйек.
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ әңгәмә ҡорҙо.
Яныу
Йөрәгем төндә йондоҙ йотҡан...
Был ялҡынды кемгә һуҙаһы?
Аждаһалай булып, күкрәк йыртып,
Ҡанаттарҙы күккә ҡағаһы.
Был бит, дуҫым, төнөн килгән фекер,
Ә төндәрен Тәңрем һөйләшә.
Яңғыҙ күҙҙәр төшөп, тәҙрә сиртеп,
Иртәгәгә донъя көйләшә.
Бындай күҙҙәр донъя яндырырлыҡ,
Ләкин улар һыҡтап илайҙар
Бындай күҙҙәр ғаләм батырырлыҡ,
Ләкин улар йәлләп тыңлайҙар....
Мин түҙмәнем,
Ниңә, ниңә, тинем,
Башым эйҙем, маңлай терәнем.
Был һүҙҙәрҙән хатта ҡояш ҡурҡты.
Ул йәшенгәс яуап эҙләнем.
Һәм күҙләнем...
Оҙаҡ көттәрмәне,
оран һалды бөйөк Исрафил,
Бығауҙарын тартып ер аҫтынан
Килеп сыҡты илаk Ғазазил.
Килеп сыҡты ла шаҡ ҡаттырҙы,
Тубыҡ бөкләп аяҡ эҙләне:
"Ар-Рахманым, ғәфү итce!" - тип,
Фәрештәгә үҙен тиңләне...
Тиңләшмәне.
Ваҡыт үткән инде.
Ә мин биттәренә ҡараным
Тәнен йолҡҡан илаҡ иблистәрен
"Минең батшам!" - тигән ҡоҙаның...
Ҡуҙғалмайҙар, күҙҙәрендә һағыш,
Хәҙер ҡайҙа инде ҡасаһы...
Бөтә донъя хатта бүрткән арыш.
Сәхнәлә - яныу тантанаһы!
Мәсет һалдыҡ,
Хатта тауға менеп,
сәхәбәне ете ураныҡ.
Ә һуңынан аҫҡа йүгереп төшөп,
Зәм-зәм тиеп һыуын һыуланыҡ.
Беҙ һуңланыҡ...
Нимә ҡаранығыҙ мәзиндәр?
Хәҙер инде унын өсөн беҙ -
Күлдә йөҙгән ваҡ тәлмәрйендәр.
Мин ишетәм, ауыҙҙарҙы ябып
Шихандарҙы инде турайҙар.
Ҡанлы ҡулдар ҡанһыҙ телде тотоп,
Йәһәннәмдең ташын сарлайҙар.
Йөрәгем төндә йондоҙ йотҡан...
Был ялҡынды кемгә һуҙаһы?
Ҡанлы ҡулдарығыҙ кеҫә тапмай,
Ниндәй һыуҙа уны йыуаһы?..
Таң
Һындырылған юлдар кире ҡаҡты,
Ең һыҙғанам оло тормошҡа.
Ялағайҙар ҡаршы сығыр миңә,
Яныр йондоҙ яңғыҙ офоҡта.
Һәр бер һүҙем ҡайнар тамсы булып,
Туң илемдең йылы тупрағы
Орлоҡланыр намыҫ яҙы менән,
Мәңге балҡыр шағир хыялы.
Күпме һағыш йотҡан оло йөрәк,
Һәр ғүмерҙең бар бит аҙағы.
Эх, туғаным, маңлай терәр өсөн,
Ҡара ерҙең юҡ бит бысрағы!
Ҡарап ҡалам һыҙылып атҡан таңға,
Төндә сыҡтыҡ,
Туҙмаҫ йөрәгем
Кем хаҡында уйҙар борсой һине,
Ниҙәр көтә икән төйәгем?
Мәңгелеккә һалған тура фекер,
Баш һөйәгем, түҙ һин, сатнама!
Хоҙайымдың изге васыяты
Оҡшар микән бөгөн батшама?
Һынмаҫ микән тештәр иткә батып,
Бетле эттәр миңә ырғыһа.
Мин түҙермен күҙҙәреңә ҡарап,
Мин түҙермен, тик һин һатылма.
Һин һалышма шағир юлдарына,
Боҫма уның рифма артына.
Үҙ һүҙенде әйт һин ҡыйыу итеп,
Милләт йырлар һинең хаҡыңда.
Ҡан-дәүерҙең алтын тәхетенә
Күпме ҡорбан һалыр башҡортом?
Эх, шалтырай ауыр бығауҙары,
Ер аҫтында көтә тән-йортом.
Йәшлегеңдән үткер хәнйәр юнма,
Керһен көрәш һәр көн аңыңа!
Шул талапта тыуыр тағы башҡорт,
Даны ҡайтыр сәсән халҡыма.
Бар ғүмерем минең һынау булһын,
Ҡайнар ҡаным булһын эҙ, тамға.
Йөрәк һүҙем янһа янһын әйҙә,
Ҡунһын көлө һәр бер балаға!
Ҙур ғәләмдә яныр йондоҙ булһам,
Мәрмәр ташы тапмаҫ затымды.
Ар-Рахманым ғәфү итһә мине,
Түләр инем намыҫ хаҡымды.
...Был бит, энем, төнөн килгән фекер
Мин ышанам - яҡты таң атыр.
Ағинәйҙәр йылы ҡулдарымдан
Мәңгелеккә тотоп оҙатыр.
Тупһа
Бына, әсәй, нисәнсегә инде
Хушлашабыҙ ошо тупһала.
Йылы ҡулдарыңда ирер өсөн
Ҡайтам әле буран булһа ла.
Ҡайтам әле, әсе елдәр сығып
Ҡабырғамды дүрткә бөкһә лә.
Бар ғәләмдәр миңә ябырылып
Төн ҡараһын юлға һипһә лә.
Ғәфү ит һин, әгәр ҡай саҡтарҙа
Күңелеңә шомлоҡ өҫтәһәм,
Тормошомдоң ығы-зығыларын
Нескә иңдәреңә төшөрһәм.
Фани донъяларҙың тулҡынында
Мин йөҙәмен артҡа ҡарамай.
Шул саҡтарҙа улың-сәфәрсенең
Ауыр уйҙар аңын яфалай.
Ҡара әле, күпме йондоҙ күктә
Бар йылыһын бирә өндәшмәй.
Нишләп кенә был аяуһыҙ ерҙә
Йәшәп булмай икән көнләшмәй?
Нишләп балҡып төшкән ҡояш нуры
Бар Ер шарын тигеҙ йылытмай?
Бит донъяға баҡҡан ай уты ла
Һәр кешенең юлын яҡтыртмай.
Ҡар-буранлы, бормалы ҙур юлда
Мин тағы ла көрткә абынам.
Инде һиҙәм, һинең таянысһыҙ
Артыҡ оҫта юлсы булалмам.
Ултыр әсәй, ҡара күҙҙәремә
Ни күрәһең, әйтсе, шым ҡалма.
Йөрәгемдең һуҡҡан оҙон көйө
Оҡшамаҫмы әллә халҡыма.
Аңларҙармы икән уйҙарымды,
Һалһам әгәр ошо юлдарға.
Башҡа сара тапмай, бармаҡтарым
Дуҫ - ҡәләмде ала ҡулдарға.
Мин йырлаған йырҙы аңламаны
Яратамын тигән кешеләр.
Ниңә, әсәй, һинең һөйөүеңһеҙ
Бар эйәләр яуыз, тешлеләр.
Һинең терәгеңде тойор өсөн
Мин тағы ла күккә ҡарайым.
Көләһеңдер инде, үҫеп еткән ир-ат
Һаман һинең кескәй малайың.
Иҫләйһеңме ҡуйы томандарҙы,
Шул томанға әллә ашыҡтым.
Ярым айҙың көмөш нурҙарында
Ялған шәүлә булып аҙаштым.
Шул шәүләлә күрҙем һинең йөҙҙө,
"Балаҡайым, һин бит әле йәш".
Юҡ, эш йәшлектә түгел, әсәй,
Шағир төҫө һынау ул, көрәш.
Яҙмыштарҙан уҙмыш булмай тиһең,
Ә мин һаман алға сабамын.
Минең өсөн ҡурҡма, тик үҙеңде,
Ғүмереңде Хоҙай һаҡлаһын.
Иҫерткес бар хистәр сорнап алып,
Алып китһә мине алыҫҡа,
Мин беләмен, һин көтөрһөң мине
Айырылған ағас тупһала.
Уҙған саҡта төшкән ынйы йәшең
Йондоҙ булып йыһан яҡтыртты.
Белһәң ине, ошо йондоҙ, йәнем,
Һүнер шағир ҡуҙын баҙлатты.
Ҡара, әсәй, меңәрләгән күҙҙәр
Бөгөн бары миңә текәлгән.
Кемде көтә икән сәсән илем,
Кемдән ҡурҡа икән йәһәннәм?
Тик мин беләм, милләт кемгә мохтаж
Кем һаҡлаусы уның усағын.
Шул ҡатындың ҡаны аға миндә,
Шул ҡатындың тоям ҡарашын.
Бар әсәләр, ғәфү итегеҙсе,
Сибек тауыш менән илатмам.
Бер ҡулымда булһа ҡайнар һүҙем,
Бер ҡулымда булыр нур, илһам.
Әсәм теле миңә сәсән теле,
Һинән башҡа намыҫ, илем юҡ
Әсәм йөҙө миңә йәннәт сиге,
Һинең менән халҡым йәне туҡ.
Мин башлаған яуға өмөт бағып,
Бар шағирҙар оран һалығыҙ!
Һыуыҡ дәуерҙәрҙә юғалмаҫҡа
Гөрһөлдәтеп усаҡ яғырбыҙ!
...Бына, әсәй, нисәнсегә инде
Хушлашабыҙ утлы тупһала.
Йылы ҡулдарыңда ирер өсөн
Ҡайтам әле буран булһа ла.
Ҡайтам әле, әсе елдәр сығып
Ҡабырғамды дүрткә бөкһә лә,
Бар ғәләмдәр миңә ябырылып
Төн ҡараһын юлға һипһә лә…
Яңы хәбәрҙәр
Арыманым яңғыҙ бүлмәләрҙә
Ялған айҙың тынын һағалап.
Һине көтәм төнөн, һине көтәм!
Һине көтәм, яуап самалап.
Ҡайтыр микән кире ҡары моңдар?
Ут йотһа ла тиле йәшлегем.
Кемдәр һуң ул? Кемдәр икән улар?
Һөйөүемдең күргән кәмлеген?
Йәшлегемде бәхетемә төрөп,
Мин юғалам буран-бормала.
Эҙләмәгеҙ мине, эҙләмәгеҙ,
Һағыныуҙан тыным һынһа ла.
Сәләмеңде елдәр еткермәһен,
Күҙләмәһен мине ямғырҙар.
Йырҙарымды устарыма һалып,
Бәлки, тыңлар серле йондоҙҙар:
"Етер көнөм, килер яҙым.
Мәңгелектән күҙ алмам.
Һинең йылы ҡулдарыңһыҙ
Был донъяла булалмам..."
Салауат ШӘЙӘХМӘТОВ.
"Киске Өфө" гәзите, №44, 2023 йыл