Ибраһимов Ирек Хәниф улы 1999 йылда Бөрйән районының Әтек ауылында тыуған. 2012 йылда “Драма актеры” йүнәлеше буйынса К.А.Вәлиев исемендәге Сибай сәнғәт колледжына уҡырға инә. 2016 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берләшмәһенең Илшат Йомағолов исемендәге башҡорт драма театрында драма артисы булараҡ ижад эшмәкәрлеген башлай. И.Ибраһимов башлыса эпизодик ролдәрҙә ҡатнаша: С.Ильясовтың “Биғылый” драмаһында - танкист, Ә.Хәкимовтың "Ҡуштирәк" драмаһында - Алтынғужин, Н.Ғәйетбайҙың "Нисек кейәүгә сығырға?" комедияһында Илмар, Ә.Атнабаевтың "Хушығыҙ, хыялдарым" драмаһында Нур, Рәфис Ҡуйбағаровтың "Минең
йөрәк һиндә тибә" спектаклендә медицина хеҙмәткәре, Мөнир Ҡунафиндың "Ҡорос. Яугир ат яҙмышы" драмаһында Ирек ролдәрен башҡара һәм башҡа бик күп спектаклдәрҙә уйнай. Артисты күмәк сәхнәләрҙә һәм балалар спектаклдәрендә лә күрергә мөмкин. Гитарала уйнау оҫталығына эйә. И.Ибраһимов коллективта ҙур ихтирамға эйә.