+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Һәләтле йәштәр
30 Декабрь 2023, 14:24

Ысын башҡорт ҠЫШ БАБАЙЫ менән әңгәмә

-

Яңы йылдың иң көтөп алынған геройы - Ҡыш бабай! Уларҙың хәҙер ниндәйе генә юҡ, төрлө кейемле, төрлө программалы. Быйыл хатта QR кодым бар тигән иғлан да бирә Ҡыш бабайҙар.

Ә бөгөн һеҙгә ысын башҡорт Ҡыш бабайы менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ. Атаҡлы Ҡыш бабай “Күршеләр - бер ауылдың тормошо” мини-сериалында Ғабдулла бабай,Мәфтуха әбей, суслик Фәнис, тәтәйһеҙ Илдус һ.б. ролдәрҙе уйнаған егет, ул да булһа Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры актеры Фәнил Ҡарасурин.

– Фәнил, бала саҡта Ҡыш бабайға ышана инегеҙме?
Эйе, Ҡыш бабайға беҙ ныҡ ышана торғайныҡ, сөнки ата-әсәйҙәребеҙ матур итеп байрамды көтөп ышандырып ҡаршы ала торғайнылар. Байрам кәйефе күтәренке булды. Яңы йыл иртәһендә шыршы аҫтында гел бүләктәр беҙҙе көттө. Үҙенә күрә бер сихри миҙгелдәрҙең береһе була торғайны. Бала саҡтың иң яҡты хәтирәләре ул Яңы йыл менән бәйле. Мәктәптәрҙә үткәрелгән шыршы байрамында 4-се класта уҡыған таныш малайҙың ҡыш бабай булып кейенеп алғанын күргәс, әсәйҙән аптырап һорағанды иҫләйем, "ни эшләп ул Ҡыш бабай булып кейенеп алған? "тип, " Ҡыш бабай әлегә килә алмаған, шуға уны кейендереп торғандар", - тип әсәй аңлатырға тырыша ине .

–Ҡыш бабай ролен башҡарыу теләге ҡасан, нисек тыуҙы?Тәүге тапҡыр был ролдә сығыш яһау ауыр булдымы?
Өфөлә уҡығанда бер балалар баҡсаһынан шылтыратып, беҙгә башҡорт Ҡыш бабайы кәрәк тип, минең килеүемде һоранылар. Ҡаушағанмындыр ул мәлдә, моғайын. Сөнки Ҡыш бабай -роле ятлап ҡына уйнап сыға торған образ түгел. Унда барлыҡ күңел йылыһын һалырға кәрәк. Дөрөҫөрәге, балалар ышанһын өсөн үҙеңдең Фәнил икәнлегеңде түгел, Ҡыш бабай икәнлегеңде , уның ысынлап та барлығына ышанырға тейешһең. Һәм тағы ла минең күҙаллауым буйынса, Ҡыш бабайҙы бөтәһе лә көтөп,шатланып ҡаршы алырға тейеш ине. Ә унда ныҡ бәләкәй генә балалар булғандар, мине күреп илаша башланылар. Ҡыш бабайҙың кем икәнлеген аңламай ,бер-береһе менән талаша башланылар😃кәнфит һорарға тотондолар. Ә икенсе көнөндә ҙурыраҡ балаларға эләктем,унда инде рәхәтләнеп уйнаным.

– Ҡыш бабай ролен башҡарыу ниндәй хис-тойғолар бүләк итә?

Аңлата алмаҫлыҡ хис-тойғолар. Мин балаларҙы ныҡ яратам. Ә бында улар һине ниндәйҙер бер тылсым эйәһе һымаҡ күрәләр. Уларҙың ышаныуы күҙҙәрендә сағыла.Шуны күреп,нисектер ҡанатланып китәһең!

- Балаларҙы ҡотларға килгәс, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар ҙа булалыр?

Йыш ҡына булып тора. Өфө ситендә ҡайынбикәм йәшәй, Ҡарһылыу менән шунда барҙыҡ. Сөнки, бер урам балаларына байрам ойошторорға тип алдан һөйләшелгәйне. Беҙ тейәнеп, костюмдарҙы кеймәйенсә өй янына килеп еткәндә, бөтә балалар өй тирәһенә йыйылған ине инде. Ә уйланылған план буйынса, беҙ аҙаҡтан ғына Ҡыш бабай менән Ҡарһылыу булып килеп сығырға тейеш инек. Машинанан сығып өлгөрмәнек, ҡәйнеш йүгереп килеп, Был Ҡыш бабай килде, еҙнәй Ҡыш бабай тип балалар алдында ҡысҡыра башламаһынмы!

Башҡорт ҡыш бабайын йыш саҡыралармы?
– Эйе, әлбиттә. Даими саҡыра торған кешеләр ҙә, яңы клиенттар ҙа бар,Аллаға шөкөр! Ҡалабыҙҙа туған телебеҙгә бигерәк тә өҫтөнлөк бирәләр.

- Хәҙерге заман балалары Ҡыш бабайға ышанамы?
Хәҙерге заманда төрлө йәнһүрәттәрҙә Ҡыш бабай юҡлығын күрһәтһәләр ҙә, балалар барыбер ышана ул. Элеккеләй ышаналар.Бында ата-әсәләрҙең роле ҙурҙыр тип уйлайым. Сөнки, һәр бер береһе балаһының мөғжизәгә ышаныуын теләй...
Уңайҙан файҙаланып, барлыҡ гәзит уҡыусыларға бәхеттәр теләйем. Яңы йыл яңы шатлыҡтары менән килһен. Һәм бер ҡасан да мөғжизәгә ышаныуҙан туҡтамағыҙ, шул саҡта тормошоғоҙ мөғжизәләрҙән генә торор!

Ҡыш бабай менән әңгәмәне Г. Ҡыуатова ҡорҙо, 2021 йыл.

https://ashkadar.com/articles/novosti/2021-12-15/ysyn-bash-ort-ysh-babayy-men-n-g-m-2619934?ysclid=lqruc48fyc375663211

 

Ысын башҡорт ҠЫШ БАБАЙЫ менән әңгәмә
Ысын башҡорт ҠЫШ БАБАЙЫ менән әңгәмә
Автор:
Читайте нас: