– Ә ҡатынығыҙ менән нисек танышҡайнығыҙ? Ул ниндәй һыҙаттары менән йөрәгегеҙҙе яуланы?
– Студент йылдарында йәйге кистәрҙә Салауат Юлаев һәйкәле майҙансығында гитарала уйнап ултыра торғайныҡ. Бына дүртенсе курста һуңғы имтихандар бара. Ҡәҙимгесә Салауат Юлаев майҙансығында гитарала уйнайбыҙ. Беҙ – өс егет, өс тағандай, гел бергә йөрөй инек. Өсөбөҙ бер тауыштан ҡушылып та уйнап алабыҙ. Яныбыҙға таныш-тоноштар, йәштәр йыйылып китә. Гитарала уйнап ултырғанда, бер һылыу ҡыҙҙың ҡарашы йөрәгемә уттай ҡаҙалды! Уның наҙлы ҡарашынан бөркөлгән йылы ипкендән төнөм яҡтырғандай, күңелем нурға солғанғандай булды. Тәү күреүҙән ғашиҡ итте Лилиә мине. Уны әхирәттәре менән ятаҡтарының ишеге төбөнә тиклем оҙатып ҡуйҙыҡ. Шунда бер-беребеҙгә берәй һүҙ атһаҡсы, исмаһам. Бер аҙҙан йәйге каникулға таралыштыҡ. Лилиәне башҡа күрмәнем.
Көҙөн, яңы уҡыу йылы башланғас ҡына, йөрәгемә ҡуҙ һалған ҡыҙ менән яңынан осрашыу бәхете насип булды. Аралашып киттек һәм уны инде һис юғалтҡым килмәне. Йылайыр районы Суртанүҙәк ауылы ҡыҙы менән сәстәребеҙҙе сәскә бәйләп, татыу ғына йәшәп алып киттек. Ул мине һөйкөмлөлөгө, тыныс холҡо, тыйнаҡлығы, тәмле аштары менән арбаны.
– Әйткәндәй, тамашасылар һеҙҙе “Сәләм” тапшырыуы аша йылмайып ҡына торған, татлы телле, ҡупшы, яғымлы алып барыусы итеп белә. Ә ғаиләлә һеҙ ниндәй тормош иптәше һәм атай? Бөгөн ысын ир-егетте билдәләгән сифаттар ниндәй икән?
– Эштә етди ҙә, талапсан да, уҫал да булырға тура килә. Көн дә тура эфирға сыҡҡан “Сәләм”де етәкләү, уны кешеләрҙең кәйефен күтәрерҙәй, тормошон көйләрҙәй сюжеттар менән байытыу, мәғлүмәттәрҙең дә мауыҡтырғыс булыуын хәстәрләү ентеклелек тә, отҡорлоҡ та, ижади ҡомар ҙа талап итә. Гел үҙең менән ҡәнәғәт булыу мөмкин түгел, туҡтауһыҙ эҙләнәһең.
Ә өйҙә мин бөтөнләй икенсе кеше: шаян, сабый йәнле. Балалар менән иҙәндә тәгәрәшеп йөрөп шаярабыҙ, уйнайбыҙ. Ҡатыным да ҡушылып китә. Ғаиләлә эш тураһында һөйләшмәйбеҙ, ул тынғыһыҙ мөхиттең ығы-зығыларын өй тупһаһы төбөндә ҡалдырам. Былай ҙа ялдарҙа, байрамдарҙа мәҙәни саралар йәки тура эфирҙан тапшырыуҙар алып барырға тура килә. Буш ваҡыт килеп сыҡһа, балалар менән күңелле һәм файҙалы итеп ял ойоштороуҙы хәстәрләйем.
Заман ир-егете тормошҡа етдиерәк һәм айыҡ аҡыл менән ҡарайҙыр, тип уйлайым. Матди һәм рухи ҡиммәттәргә ынтыла. Шул уҡ ваҡытта ваҡсыл түгел. Ғаилә йәнле, яҡындарын ҡурсалай, ҡәҙерләй һәм яҡлай белә. Ғаиләлә мин баш, тип өҫтәл һуҡмай, ә аҡыл менән идара итә. Үҙем тынғыһыҙыраҡ холоҡло булһам да, төптән уйлап, бар яҡтан да үлсәп эш итергә тырышам. Әгәр тормошҡа, үҙең менән булған хәл-ваҡиғаларға иғтибарлыраҡ ҡараһаң, бар нәмә лә бер-береһенә бәйле икәнен аңлайһың һәм улар һиңә тәжрибә туплауға, яңы сифаттарҙы үҙләштереүгә булышлыҡ итә. Йәғни, заман ир-аты тормошто психологик, фәлсәфәүи күҙлектән ҡабул итә һәм тормошта шул аҡылды ҡуллана ла белә.
– Ғаилә нигеҙенең ныҡлығы, балаларҙың тормошта юғалып ҡалмауы атай абруйына бәйле. Беҙҙең халыҡта борондан атайҙан ҡурҡыу бар. Ә әлеге атайҙар, тимәк, абруйҙы иплелек, аҡыл менән яулай.
– Баймаҡ районы Әмин ауылында тыуып үҫтем. Атайым Тәлғәт Хәйбулла улы үтә тыныс, ипле холоҡло, бер ҡасан да тауыш күтәрмәй, кеше һүҙен бүлдермәй, кәрәк икән, һуңынан ғына үҙ фекерен әйтеп ҡуя. Ә әсәйем Ғәрифә Октябрят ҡыҙы, киреһенсә, яндырайыраҡ. Ғәҙәттә, һәр башланғысты тәүҙә ул күтәреп алыусан. Ҡасан, ҡайһы эште башҡарырға кәрәк, көн тәртибе һәр ваҡыт теүәл билдәләнгән һәм бөтәбеҙ ҙә уны яратабыҙ һәм тыңлайбыҙ. Шул уҡ ваҡытта өндәшмәй ҡала белгән, ғәҙел, йомарт күңелле атайыбыҙға хөрмәтебеҙ арта ғына. Икеһе лә бер-береһен тулыландырып, тормошто йәмләп, беҙҙең дә күңелдәрҙә дәрт уты ҡабыҙып йәшәй улар. Атайым өҙҙөрөп баянда уйнай, матур йырлай, әсәйем Әмин ауылының иң уңған килене һанала. Бөтә ауыл хөрмәт иткән, тырыш, татыу ғаиләлә үҫеүем менән атай-әсәйемә рәхмәтлемен. “Өлгөлө ғаилә” һәм “Өлгөлө йорт” тигән яҙыу әле лә ҡапҡабыҙҙа эленеп тора.
Миңә әсәйемдең тынғыһыҙ, еңмеш холҡо менән атайымдың өндәшмәй ҡалыусанлығы һәм иплелеге күскән. Тыштан тыныс күренһәм дә, үҙ һүҙемде һүҙ итәм барыбер. Минеңсә, атай, ниндәй холоҡло булыуына ҡарамаҫтан, ғаиләлә матди һәм рухи яҡтан да ышаныслы ҡалҡан булып торорға тейеш.
Ҡатыным: “Балалар, атайығыҙ алдында ҡысҡырып һөйләшмәгеҙ”, “Атайығыҙ алдында үҙегеҙҙе улай тотмағыҙ”, – тип иҫкәртеп кенә тора. Ә мин: “Әсәйегеҙ ял итһен, шауламағыҙ”, “Әсәйегеҙгә ярҙам итегеҙ”, – тип әсәләрен аңларға, хөрмәт итергә өйрәтәм. Ғаиләлә атай-әсәйгә, олатай-өләсәйгә хөрмәт абруйҙы ла арттыра бит.
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.