Динар Абдуллин:
– Сәнғәт юлынан китеүегеҙгә икеләнеп ҡуйған мәлдәр булдымы?
– Икеләнеп ҡуйған ваҡыттар булғанын иҫләмәйем. Сәнғәт юлынан китмәһәм дә, ҡурайымды ташламаҫ инем. Сөнки сәбәбе бар.
– Сер булмаһа ниндәй сәбәп?
– Бронха сиренән арынырға ярҙам итте, шуның өсөн мең рәхмәт. Ул ғына ла түгел ҡурайһыҙ, ғөмүмән, бер көнөм дә үтмәй, ул йәшәүгә көс бирә, дәрт өҫтәй, рухландыра.
– Шулай һаулыҡ өсөн дә файҙалы яҡтары ла бармы ни ҡурайҙың?
– Икенсе төркөм инвалиды инем. Бала саҡтағы ауырыуым уҡырға инеп йыл ярым үткәс, һыпырып ташлағандай юҡ булды. Бөтөнләй ауырымай башланым һәм табиптар сир буйынса иҫәптән төшөрҙө.
Бөйөк оҫта, олуғ ҡурайсыларыбыҙға алмашҡа яңы быуын килеүе һөйөнөслө. Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһендә эшләүсе йәш ҡурайсыларҙың береһе Динар Абдуллин менән матур әңгәмәне "Тамаша" журналының октябрь һанында тулы килеш уҡырһығыҙ.